Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һоҡландыра оҫта ҡулдары
Һоҡландыра оҫта ҡулдары Ул йөк машинаһын да, мини-тракторын да үҙе яһаған. Эйе, үҙе. “Волга”, “Жигули” һәм “Москвич” автомобилдәренең, башҡа төр техниканың запас частарын алған да йыйған. Әйтеүе генә анһат, әлбиттә, әммә тимер ене ҡағылған егет өсөн был бер ни түгел. Әле бына баҡса һөргәндә, утын, бесән ташығанда универсаль ярҙамсы булған тракторҙы ҡышҡы режимға көйләп ҡуйған. Нисек тиһегеҙме? Булмаһа, Фәнистең үҙенән һорайыҡ...
Бөгөн баҙар һәм кибеттәр шәхси хужалыҡ өсөн бик кәрәкле булған мотоблок һәм мини-тракторҙарҙың төрлөһөн тәҡдим итә. Улар башлыса сит илдәрҙә эшләнгән, ҡайһы берҙәре беҙҙең тәбиғәт шарттарына һәм тупраҡҡа бигүк ҡулайлашмаған, хаҡтары ла сағыштырмаса юғары. Хәйер, егәрле һәм оҫта ҡуллылар ят тауарҙан бер ҙә ҡалышмағанды үҙҙәре лә яһай. Ахун ауылы йүнселе Фәнис Нуриев – шуларҙың береһе.
Уның тракторҙар эшләүгә тотоноп китеүе лә нәҡ мотоблок менән бәйле. Олатаһы Сабит Йәнбирҙиндың мотоблогын тулыһынса тиерлек үҙгәртеп ҡора Фәнис: уны арба, һабан һәм тырма тартырлыҡ, ҡар гөргөсө менән эшләрлек итеп яйлай. Артабан үҙе йыйған тракторға сират етә. Двигателен ҡеүәтлерәгенә алмаштыра, икенсе тиҙлек коробкаһы ҡуя, ҡайһы бер башҡа үҙгәрештәр индерә. Матур һөҙөмтә оҫтаны яңы уй-фекерҙәргә дәртләндерә.
Баҡса һөргәндә, утын, бесән ташығанда универсаль ярҙамсы булған тракторҙы ҡыш нисек тағы ла әүҙемерәк файҙаланырға? Бер ҙә тынғылыҡ бирмәгән был һорауға ла яуап таба Фәнис һәм ҡаргиҙәр эшләргә тотона. Уның был техник ҡоролмаһы бик тә уңышлы килеп сыға. “Жигули” машинаһынан алып ҡуйылған двигатель һәйбәт тарта, өс кеше һыйҙырышлы кабинаны мейес тә тейешенсә йылыта. Иң мөһиме – транспортерҙың ҡалын брезентына торба профилдәре беркетеп яһалған махсус сылбыр ҡаргиҙәрҙе йомшаҡ ҡарҙа ла батырмай, тауға ла еңел алып менә, соҡорҙан да сығара, кәрәкле тиҙлек менән йөрөтә лә. Әллә ни ҙур булмауы менән бигерәк тә һунарсы һәм урмансы кеүек һөнәр эйәләренә, ҡыш тәбиғәт ҡосағына сығырға теләүселәргә бик ҡулайлы транспорт сараһы яһай ҙа ҡуя ауыл оҫтаһы. Ҡаргиҙәр хаҡында ишетеүселәр уны эшләргә заказ бирә. Хәҙер Фәнистең техник ижад емеше Себер тарафтарында һәм Ямал ярымутрауында яңы хужаларына тоғро хеҙмәт итә.
Өлгәшелгәне менән генә туҡталып ҡалмай йәш уйлап табыусы. “Волга”, “Жигули” һәм “Москвич” автомобилдәренең, башҡа төр техниканың запас частарын ҡулланып, йөк машинаһы, мини-трактор яһаған. Әле бар тырышлығын быйылғы яҙға мотлаҡ тағы ла бер трактор ҡороуға йүнәлткән, киләһе ҡышҡа инде аэросанаһын эшләп бөтөрөргә ниәтләй. Әйткәндәй, был шөғөл менән Фәнис буш ваҡытында ғына булыша. Бынан тыш йүнсел үҙенең ауылында һәм күрше төбәк халҡы өйҙәренә кирбестән мейес һала, йылытыу селтәре һәм канализация монтажлай, һораусыларға тимерҙән мунса мейестәре, ҡапҡа, кәртә һәм көнкүрештә кәрәкле башҡа күп төрлө әйбер-ҡоролма эшләп бирә. Һуңғы йылдарҙа йорт һалыусылар күп булғанлыҡтан, оҫта бер көн дә тиерлек буш тормай. Уңғанлығы һәм тырышлығы өҫтөнә халҡыбыҙға хас булған ярҙамсыллыҡ сифаты ла ят түгел милләттәшебеҙгә, ул береһенең дә үтенесен кире ҡаҡмай, һәр саҡ ҡулынан килгәнде эшләргә әҙер.
Ауылдаштарының оло ихтирамына лайыҡ йәш оҫта – иғтибарлы ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай һәм ышаныслы тормош иптәше лә. Ҡатыны Нәркәс менән ике бала үҫтерәләр. Беренсе синыфта уҡыған Ринат бөгөндән үк атаһының уң ҡулы: йорт ҡуяндарын башлыса үҙе ҡарай, балалар баҡсаһына йөрөгән һеңлеһе Лиана менән уйнарға ла ваҡыт таба.
Күп ҡырлы ауыл тормошон тулыһынса үҙ итеп йәшәй Нуриевтар: ҡура тултырып мал да тоталар, баҡсаларында бәрәң­генән башлап бар кәрәкле йә­шелсә, еләк-емеште лә үҫтерә­ләр. Ҡыҫҡаһы, донъянан йәм табып, тапҡандарына ҡәнәғәт булып, матур итеп ғүмер итә улар. Үҙҙәре шаярып әйтеү­ҙә­ренсә, замандаштарыбыҙҙың “буш ултырырға бер ҙә ваҡыты юҡ”.
Ғәмәлдә техникаға булған һөйөү быуындан быуынға күсә.
– Беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәтле Йүрүҙән буйҙарында иген йыйыуҙың ҡыҙған осоро сентябрҙә була ине. Мәктәптә уҡығанда дәрестәр бөткәнен саҡ көтөп алып, баҫыуға, комбайнсы атайым янына йүгерә инем, – тип хәтерләй үҫмер йылдарын Фәнис Нуриев. – Әҙерәк һуҡранһа ла, атайымдың яландан ҡыуып ҡайтарғанын иҫләмәйем, уның комбайн руленә беренсе тапҡыр ултырырға рөхсәт иткәне әле лә хәтеремдә. Бындай шатлыҡты үҙҙәре татығандар ғына белә...
Ауыл малайҙарының күбеһенә ҡағылған техника ене Фәнисте мәктәптән һуң Малаяҙҙағы һөнәрселек училищеһына алып килә. Бында ул тракторсы, шофер, слесарь һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштерә. Артабан туған “Йүрүҙән” совхозында эшләп ала, ике йыл һалдатта була. Армиянан ҡайтҡас, яҙмыш елдәре егетте Өфөгә төҙөлөшкә алып килә, бында ул һигеҙ йыл хеҙмәт һала. Шулай ҙа ергә береккән уҙаман ысын бәхетен бары тыуған яҡтарында таба.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 87

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 492

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 656

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 269

Донъя беҙ аңлағандан ҡатмарлыраҡ

Донъя беҙ аңлағандан ҡатмарлыраҡ 04.01.2019 // Эшҡыуар

Илдар Ғәбитовтың “Был донъяны ирҙәр төҙөгән” тигән мәҡәләһе (2018 йыл, 7 декабрь) мине уйланырға...

Тотош уҡырға 169

Табын түрендә –  ҡышҡы бәшмәктәр

Табын түрендә – ҡышҡы бәшмәктәр 04.01.2019 // Эшҡыуар

Хәйбулла эшҡыуары аҡ көләпә үҫтерә....

Тотош уҡырға 648

“Арҡайым” йәмле һәм йәнле

“Арҡайым” йәмле һәм йәнле 28.12.2018 // Эшҡыуар

Кейемең — килбәтле, үҙең һиммәтле бул....

Тотош уҡырға 203

Уңыш символы ла,  зауыҡ билдәһе лә

Уңыш символы ла, зауыҡ билдәһе лә 28.12.2018 // Эшҡыуар

Яңы йыл алдынан яңы күҙлек һайла....

Тотош уҡырға 275

Кредитһыҙ ҙа йәшәп була

Кредитһыҙ ҙа йәшәп була 25.12.2018 // Эшҡыуар

Себеш тә табыш килтерә, ҡарай белһәң......

Тотош уҡырға 472

ЙЫЛ ЭШҠЫУАРЫ! Мосолман ҡыҙҙарын кейендереүсе Әминә

ЙЫЛ ЭШҠЫУАРЫ! Мосолман ҡыҙҙарын кейендереүсе Әминә 25.12.2018 // Эшҡыуар

Тәү күргәндә уны эшҡыуар тип уйламаҫһың да: тауышын күтәрмәй талғын ғына һөйләшә, башҡаларҙың...

Тотош уҡырға 377

Йүнселдәр ҙә кәңәшкә мохтаж

Йүнселдәр ҙә кәңәшкә мохтаж 21.12.2018 // Эшҡыуар

Урал аръяғы эшҡыуарҙары тәжрибә уртаҡлашты....

Тотош уҡырға 322

“Мин бирешә торғандарҙан түгел”

“Мин бирешә торғандарҙан түгел” 14.12.2018 // Эшҡыуар

Йәш эшҡыуар Айнур Ғәзизов ошондай девиз менән йәшәй. Була бит шундай кешеләр: бер ҡараш ташлау...

Тотош уҡырға 403