Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тоҡомло малға өмөт ҙур
Тоҡомло малға өмөт ҙурАуылда йәшәгәндәрҙең күбеһе бөгөн яңыса көн итергә өйрәнә. Яңыса тигәндәй, үҙ эшен аса, аҡсалы һәм етеш тормошто хуп күрә. Ҡураң тулы мал, өҫтәлең ризыҡҡа бай булһын өсөн ең һыҙғанып тырышырға кәрәклеген оноторға ярамай. Шунлыҡтан кем егәрле, заман бөгөн улар ҡулында. Юҡты бар итә, барҙы аш итә, ти халыҡ ундайҙар хаҡында.
Шундай уңған фермерҙарҙың береһе – Хәйбулла районында йәшәгән Зөфәр Боҫҡонов. 2015 йылда үҙ эшен асҡан эшҡыуар, бер йылдан “Яңы эш башлаған фермер” дәүләт программаһында ҡатнашып, 1 миллион 150 һумлыҡ грант алыуға өлгәшә. Был сум­маға Миәкә районынан симменталь тоҡомло 17 баш тана һатып ала, һыу үткәреү өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙҙыра, шәхси ихатаһында мал өсөн һарай төҙөй.
– Симменталь тоҡомло һы­йыр­ҙарҙың продуктлылығы юғары, шуға күрә эште мал тоҡомон яҡшыртыуҙан башланым. Халыҡта “һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра” тигән мәҡәл дә бар бит. Яҡшы тоҡомдоң быҙауы ла ҙур була. Программаға ярашлы, 2020 йылға тиклем мал һанын 55-кә тултырырға тейешмен, шуға күрә малды ишәйтеү буйынса шөғөл­ләнәм. Үҙебеҙҙең 12 баш һы­йырыбыҙ бар ине, улар быҙаулай башланы, аҙыраҡ малҡайҙар менән быҙауҡайҙар баш-күҙ алһа, һөт һауыуҙы яйға һалырбыҙ тип торабыҙ, – ти Зөфәр Шәүәли улы.
Эшҡыуарҙың 50 гектар бесән­лек, бер аҙ сәсеүлек ере бар, үҙ техникаһы менән етәрлек күләм­дә мал аҙығы әҙерләй. Тормош иптәше Рәлиә Хәлит ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, башлы-күҙле иткән. Әйткәндәй, ҡыҙ­ҙары ла эшҡыуар­лыҡ юлын һай­лап, күптән инде үҙ эшен асып, районда танылған йүнсел ҡатын-ҡыҙҙар рәтендә. Зөфәр Боҫҡонов ике кешегә эш урыны булдырған, йәйге-көҙгө осорҙа ваҡытлыса эшселәр талап ителә.
Йәй мәле еткәс, эшҡыуар үҙенең башмаҡтарын Бакаловка ауылы көтөүенә, һыйырҙарҙы Әбүбәкер ауылы көтөүенә ҡуша. Малсылыҡ йүнәлешендә эш баш­лаған фермерҙарҙың кемеһелер үҙ ризығын итләтә һатыу яғында булһа, минең геройымдың уйҙа­ры башҡасараҡ. “Мин һөтләтә һатыу яғындамын, улай иткәндә, табышлыраҡ килеп сыға. Һөттө һауып, айыртып, ҡаймаҡ-майын эшләп ултырғансы, көндәлек аҡты тапшырһаң, еңел дә, отош­ло ла. Хәҙер һөт тере табыш сығанағына әүерелә бара, биге­рәк тә яҙғы-көҙгө осорҙа. Йәй һөткә бер аҙ хаҡ төшә, әммә ваҡытында иҫәпләшеп барһалар, уныһына ла түҙергә мөмкин. Иң мөһиме – ҡулға аҡса керә.
Нисек кенә булмаһын, дәүләт “мә, ал” тип торғанда, төрлө программаларҙа ҡатнашып, грант отоп, үҙ эшеңде асыу күпкә отошлораҡ түгелме һуң?! “Эш юҡ” тип оран һалып сит ерҙәрҙә эшләп алданғансы, үҙ йортоң бар икән, әйҙә ас үҙ эшеңде... Һыйыр малы үрсетәһеңме, һарыҡсылыҡ, йыл­ҡы­сылыҡ тармағын һайлай­һыңмы, ҡаҙ аҫрайһыңмы – барыһына ла дәүләт ярҙамы бар, тик елкәңдең ҡалын булыуы ғына мотлаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡулдарының ҡото бар

Ҡулдарының ҡото бар 11.09.2018 // Эшҡыуар

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән Илгизә Лоҡманованың туҙҙан яһалған әйберҙәрен ысын...

Тотош уҡырға 91

Кейем тегә ҡыҙҙар...

Кейем тегә ҡыҙҙар... 11.09.2018 // Эшҡыуар

Туймазы ҡалаһында йәш эшҡыуар Динә Ҡәрипова, “Яңы эш башлаусы эшҡыуарға ярҙам” федераль...

Тотош уҡырға 82

“Бирешергә иҫәп юҡ”

“Бирешергә иҫәп юҡ” 04.09.2018 // Эшҡыуар

III группа инвалиды Анатолийҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Тыу­мыштан һул ҡулы...

Тотош уҡырға 86

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе 31.08.2018 // Эшҡыуар

Закон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ...

Тотош уҡырға 123

Хужаһы бар, балығы булыр

Хужаһы бар, балығы булыр 31.08.2018 // Эшҡыуар

Йүнсел ташландыҡ урынды тәртипкә килтереп ала Эйе, тәрбиә, ҡарау булған ерҙә эш тә уң була. Был...

Тотош уҡырға 100

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ баҫыуға бәйле яңы заманса һүҙ килеп сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә “фелтинг” тигән төшөнсәне йыш...

Тотош уҡырға 105

Боронғо шөғөл тергеҙелә

Боронғо шөғөл тергеҙелә 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ – башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланылған ғәҙәти материал. Уның төп тәғәйенләнеше – тирмә...

Тотош уҡырға 97

Ысын оҫталар булғанда...

Ысын оҫталар булғанда... 22.08.2018 // Эшҡыуар

Ишембай нефть техникумын тамамлап, 1979 йылда көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү идаралығына ҡыйыуһыҙ ғына...

Тотош уҡырға 132

Йөк бергәләп тартҡанда ғына еңел

Йөк бергәләп тартҡанда ғына еңел 16.08.2018 // Эшҡыуар

Яңы Яппар ауылында бик егәрле, уңған халыҡ көн итә. Улар, береһенән-береһе уҙҙырып, матур йорттар...

Тотош уҡырға 151

Ергә эйелергә йыбанмаһаң...

Ергә эйелергә йыбанмаһаң... 15.08.2018 // Эшҡыуар / Анонстар

Илле дүрт сутый баҡса. Аҙмы был, күпме? Йөҙәр гектар баҫыуҙарҙа эш иткәндәргә бындай ҙурлыҡтағы...

Тотош уҡырға 234

“Был – беҙҙең ҡала”

“Был – беҙҙең ҡала” 15.08.2018 // Сәйәсәт / Эшҡыуар

Октябрьский ҡалаһындағы “НефтеМодульКомплект” фәнни-етештереү предприятиеһы был төбәктә уңышлы...

Тотош уҡырға 175

“Бал” тигәндән генә ирендәр балланмай…

“Бал” тигәндән генә ирендәр балланмай… 14.08.2018 // Эшҡыуар

Сиҡат тауы яғынан томан күтәрелә. Уны йырып бер кеше килә. Барыһы яҡын, таныш, ҡәҙерле уға: ысыҡтан...

Тотош уҡырға 120