Күмәс-ҡаластары – табын күрке

26-12-2017, 00:03 // Эшҡыуар // Баҫып сығарырға
Күмәс-ҡаластары – табын күркеЯңы йыл – һәр кем көтөп алған мөғжизәле күркәм байрам. Ә байрамдың күрке – һый-ниғмәтле табын. Тормош муллығының билдәһе лә ул. Сихри Яңы йыл кисендә хужабикәләр табынды айырыуса мул һәм матур итеп әҙерләргә тырыша. Тыуасаҡ йылдың бәрәкәтле булыуына ишара был. Халыҡта йәшәп килгән күркәм ғәҙәт буйынса табынға иң тәүҙә икмәк ҡуйыла. Барлыҡ табындарҙа ла уның урыны түрҙә. Ҡандра икмәк комбинаты ҡулланыусылар йәмғиәте эшсәндәре йәшәү сығанағы булған иң ҡәҙерле ризыҡты етештереүҙәре менән ихлас ғорурлана. Хәйер, ғорурланмаҫлыҡмы ни?! Ҡандра икмәгенең һәр саҡ тәмле һәм юғары сифатлы булыуын республикала белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Бының сере ниҙә һуң? Ошо һорауға яуап табыу өсөн Ҡандраға юл тоттоҡ.


Әйҙәгеҙ, тәүҙә комбинаттың үҙе менән танышып үтәйек. Башҡортостандың сауҙа һәм йәмәғәт ҡулланыуы баҙарында үҙ урынын, үҙ йөҙөн билдәләгән, Ҡандраны икмәк менән данлаған алдынғы предприятие был. Үҙ продукцияһының сифаты буйынса “Башпотребсоюз” тармағында – беренсе, ә етештереү күләме буйынса икенсе урынды алып тора. Предприятиеның финанс тотороҡлолоғо буйынса тармаҡта тәүге өсөнсөләр рәтендә булыуын да әйтәйек. Комбинат бөгөн биш икмәкхананы берләштерә. Уларҙың икеһе Ҡандраның үҙендә, башҡалары Түбәнге Троицк, Ҡарамалы-Ғөбәй, Дуҫлыҡ ауылдарында урынлашҡан. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Предприятиеның заманса ике кондитер цехы бар. Һуңғы бер нисә йылда предприятие тағы ла киңәйгән. Үҙҙәренең “Йылы икмәк – кулинария” магазинын, “Колос” минимаркетын, Түбәнге Троицкиҙа яңы кондитер цехы асҡандар. Коллектив заманса технологияларға ҡоролған етештереү һәм сауҙа предприятиелары булдырыу менән бер рәттән, продукцияның сифатын һәр саҡ алғы планға ҡуйып эшләй. Шуға ла улар үткән быуаттың етмешенсе йылдарынан башлап Ҡандра икмәге тигән брендты юғары тота.
– Беҙ бешергән икмәк һәм кондитер изделиеларына ихтыяж ҙур, һәм улар үтемле. Был беҙгә ғорурлыҡ та, ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. Ҡандра икмәгенең тәмле булыуының серен асам. Беҙ уны халҡыбыҙҙың икмәк бешереүҙәге иң күркәм йолаларына нигеҙләнеп, ҡомалаҡ әсеткеһендә генә бешерәбеҙ. Ҡомалаҡ ҡамырҙы хуш еҫле итә, икмәк оҙаҡ һаҡлана. Икмәк бешереүселәр яҙылмаған ошондай ҡанунға тоғролоҡ һаҡлай – ҡамырға яҡты уйҙар, күтәренке кәйеф менән генә тотонорға кәрәк. Сөнки ҡамыр тере йән һымаҡ, хатта кәйефте лә тойомлай. Икмәкханаларҙа эш заманса технологияларға ҡоролһа ла, икмәк бешереүселәр ҡамырҙы формаларға ҡул менән һала. Сөнки ҡамыр ҡул йылыһын тойғанда ғына күпереп ҡабара һәм күтәрелеп бешә, – тип һөйләй “Ҡандра икмәк комбинаты” ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе, Башҡортос­тандың атҡаҙанған азыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре Рәлиә Исхаҡова.
Икмәкханалар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Һәр көн иртә менән тиҫтәгә яҡын икмәк ташыусы машина Өфө, Октябрьский, Туймазы ҡалаларына һәм яҡын-тирә райондарға юл ала. Күрше Та­тарстанға ла сығалар. Барлығы 400 сауҙа нөктәһенә үҙҙәренең продукцияһын ебәрәләр. Баш ҡалабыҙ Өфөлә генә тиҫтәләрсә сауҙа нөктәләрендә Ҡандра икмәге һатыла. Ҡулланыусылар даирәһе киңәйә, икмәкте һәм тәм-томдо бешереп кенә өлгөрт! Предприятиеның производство ҡеүәттәре икмәк-булка изделие­ларының йөҙҙән күберәк төрөн бешерергә мөмкинлек бирә. Тәм-том ризыҡтарының ассортименты ла ифрат бай. Һәр төрлө бәлештәрҙе, сәк-сәк һәм башҡа тәм-томдо халыҡ көтөп ала. Уларҙы заказдар буйынса ла әҙерләйҙәр. Ҡулланыусылар яҡшы белә, предприятие үҙ продукцияһын юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа сеймалдан ғына етештерә. Кулинария цехтары өсөн кәрәкле йәшел­сәне улар үҙ биләмәһендә сәсеп үҫтерә.
Бөгөнгө комбинат ул заманса етештереү-сауҙа комплексы булып тора. Халыҡтың ихтыяжынан сығып, етештереү күләмен арттырыу, заманса технологиялар индереүгә предприятие етәкселеге ҙур сығымдар йүнәлтә. Был йәһәттән һуңғы йылдарҙа әһәмиәтле эштәр башҡарылған. Ҡандралағы икмәк цехтары яңыртылған. Беренсе икмәкханала бер юлы 400 дана икмәк бешерергә мөмкинлек биргән яңы мейес ҡорғандар, Түбәнге Троицкиҙағы икмәкхананы реконструкциялағандар, кондитер цехын киңәйтеп, заманса йыһаздар урынлаштырғандар, автопаркты тулы­һынса тиерлек яңыртҡандар. Төҙөклән­дереү эштәрен предприятие тулыһынса үҙ иҫәбенә башҡарған. Быны хеҙмәт кешеһе тураһында ҙур хәстәрлек тип әйтергә кәрәк. Яңыртылған цехтарҙа эш шарттары күпкә уңайлы. Әйткәндәй, был предприятиела эшләү абруйлы һанала, сөнки һөнәр оҫталарын һайлап ҡына алалар. Хеҙмәткәрҙәргә талаптар юғары, улар тураһында хәстәрлек тә ҙур. Һәләтле йәштәрҙе предприятие үҙ иҫәбенә кооперация тармағындағы уҡыу йорттарына уҡырға юллай, күптәр һөнәр камиллаштырыу курстарында белемен арттыра. Хеҙмәт алдынғылары профилакторий­ҙарҙа ташламалы шарттарҙа ял итә. Әлбиттә, бындай шарттарҙа һәр кем күңел биреп эшләй. Предприятие үҙ продук­цияһы менән республика конкурс­тарында, фестивалдәрҙә ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Кулинария һәм сервис буйынса республика чемпионатында өсөнсө урынды алғандар. Ҡандралар бешергән беренсе сортлы бойҙай икмәге “Башҡортос­тан продукты” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булған.
Предприятиеның эшмәкәрлеге, коллек­тив­тың һөҙөмтәле хеҙмәте, дәғүәселек һәләте, кадрҙарҙың тотороҡлолоғо, эш өсөн юғары яуаплылыҡ иң элек етәксенең һәләтенә һәм тәжрибәһенә бәйле. Был һүҙҙәр Рәлиә Исхаҡова хаҡында. Рәлиә Әғзәм ҡыҙының бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге ошо коллектив менән бәйле. Дүрт тиҫтә йыл самаһы элек аҙыҡ сәнәғәте техноло­гияһы техникумын тамамлағас юллама буйынса эшкә килә ул. Технолог булып эш башлай, бер аҙҙан производство мөдире, унан һуң директор урынбаҫары итеп үрләтәләр. Һуңғы егерме өс йылда предприятие менән етәкселек итә. Рәлиә Әғзәм ҡыҙы “Ҡулланыусылар йәмғиәте тармағындағы күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн” ордены менән бүләкләнгән.
– Икмәк – иң ҡәҙерле изге ризыҡ, тормош бәрәкәте. Хеҙмәт йылдарымды һәр кемгә кәрәкле ошо эшкә бағышлауыма шатмын. Ҡандра икмәгенең даны киләсәктә лә үҙ юғарылығында буласағына ышаныс менән эшләйбеҙ. Тыуасаҡ һәр Яңы йылды донъялар имен, табын­дарыбыҙ икмәкле һәм һый-ниғмәтле булһын тип ҡаршылайым, – ти Рәлиә Исхаҡова.

Туймазы районы.