Бураҙнаға йомортҡа тәгәрәтеп...

31-01-2018, 00:03 // Эшҡыуар // Баҫып сығарырға
Бураҙнаға йомортҡа тәгәрәтеп...Игенсе һөнәре элек-электән иң абруйлы һөнәрҙәрҙән һанала, ә икмәк үҫтереүселәр үҙҙәре – ысын мәғәнәһендә ҙур ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ кешеләр. Шишмә ауылында йәшәгән Тәслимә менән Рифҡәт Исхаҡовтар ғаиләһе лә игенселәр нәҫеленән.


Рифҡәт ағайҙың атаһы Әнфаҡ Исхаҡов “Шишмә” хужалығының алдынғы механизаторы һәм комбайнсыһы була. Һигеҙ йыл рәттән урып-йыйыу осоронда ул үҙенең йәмәғәте Фәнзилә апай менән бергә эшләй. Шәхси тормоштарында ла өлгөлө ғаилә була улар: дүрт бала – ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡул араһына керә башлағас, улдары Рим менән Рифҡәт атайҙарының ышаныслы терәк-таянысына әүерелә, улар ҙа комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй.
Урта мәктәп тамамлап, һөнәри белем алғандан һуң, кесе улдары Рифҡәт хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Мурманск яҡтарында өс йыл һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә. Изге бурысын үтәгәс, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм комбайнда үҙаллы эшләй башлай: һыу карабын ялан карабына алыштыра. Илһамланып, дәртләнеп эшкә тотонған егет яҡшы күрһәткестәргә ирешә, тырыш хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһалана. Рифҡәт Исхаҡов комбайнсылар араһында район күләмендә барған ярышта бер нисә йыл рәттән беренселекте яулай, республика буйынса үткәрелгән йәш механизаторҙар бәйгеһендә чемпион була. Илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүгә, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә барыу һәм Германия Демократик Республикаһына сәфәр ҡылыу өсөн комсомол юлламалары, ҡиммәтле бүләктәр, күп һанлы почет грамоталары менән бүләкләнә.
Шулай тырыш хеҙмәт менән үрелеп, бер-бер артлы йылдар уҙа, Рифҡәт Әнфаҡ улы өйләнә, ике ҡыҙҙары тыуа. Бынан өс тиҫтә йыл элек ҡатыны Тәслимә Ғәлимйән ҡыҙы уның фиҙакәр хеҙмәт юлына бағышланған үҙенсәлекле, бай эстәлекле альбом эшләй башлай. Ҡәҙерле ғаилә йәдкәренә әүерелгән был тупланмала хеҙмәт һәм ураҡ батыры Рифҡәт Исхаҡов тураһында район, республика гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан күп һанлы мәҡәләләр, ҡотлау открыткалары һәм Тәслимә ханымдың һөйөклө иренә бағышлап яҙылған шиғырҙары урын алған. Ошо альбомда уҙамандың данлы хеҙмәт юлы ғына түгел, тормош иптәшенең уға ҡарата булған ҡайнар, саф мөхәббәте лә сағыла һымаҡ...
Заманалар үҙгәреүен тойомлап, Рифҡәт Әнфаҡ улы игенсе һөнәре буйынса белемен тәрәнәйтеү һәм камиллаштырыу маҡсатында Кушнаренко ауыл хужалығы техникумының агрономия факультетына ситтән тороп уҡыу бүлегенә керә. Нәҡ унда белем алған осорҙа уның күңелендә шәхси хужалыҡ ойоштороу теләге уяна ла инде. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, гүйә, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәй барлыҡҡа килгән фермер хужалыҡтарының һаны киҫкен кәмеүе лә һәм эштең үтә ауыр, ҡатмарлы буласағы ла һис ҡурҡытмай уны. 2009 йылда изге ниәттәре тормошҡа аша – шәхси ярҙамсы хужалыҡ ойошторалар. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетә башлайҙар, ә бер йылдан һуң иген игеү, бесән үҫтереү өсөн 93 гектар ер алып, крәҫтиән (фермер) хужалығы статусына эйә булалар. “Башсельхозтехника”нан өлөшләп түләү шарты менән “МТЗ-82.1” тракторы, дәүләттән субсидия алып, “МТЗ-1220” тракторы менән дискатор һәм “Агромастер” сәскесе, “ЗИЛ-130” үҙбушатҡыс йөк машинаһы, “Нива” комбайны һатып алалар.
Субсидия улар өсөн, әлбиттә, ҙур ярҙам була, ә бына ҡиммәт хаҡҡа өр-яңы сәскес һәм ҡулланыуҙа булған машина менән комбайнды йүнәтеү бик тә ауырға төшә. Техника ҡуйыр һәм көҙөн ашлыҡ һалып торор өсөн келәтте лә үҙ көстәре менән 2015 йылдың көҙөнән башлап 2016 йылдың яҙына ҡәҙәр төҙөйҙәр. Юлдарында осраған төрлө кәртәләр һәм ҡыйынлыҡтарға ҡара­маҫтан, киләсәккә тағы ла ҙурыраҡ пландар менән янып йәшәй Исхаҡовтар ғаиләһе. Хужалыҡтарын артабан үҫтереп, техника һанын арттырырға, заман талаптарына яуап бирерлек мал-тыуар ҡуралары, ашлыҡ һаҡлау келәттәре төҙөргә ниәтләйҙәр.
Бураҙнаға йомортҡа тәгәрәтеп...Хужалыҡтарҙың киңәйеүе сәбәпле, Рифҡәт Исхаҡовтың тормош иптәше Тәслимә Ғәлимйән ҡыҙы, ике лә уйлап тормайынса, эшен ҡалдырып, крәҫтиән (фермер) хужалығына етәкселек итә башлай. Документ эшен дә оҫта алып бара, бер үк ваҡытта ең һыҙғанып хеҙмәт тә һала ул. Был ғаиләнең эш сәғәте бер ҡараңғынан икенсеһенә ҡәҙәр дауам итә тиһәң, һис хата булмаҫтыр. Көн һайын сәғәт иртәнге 5-тән еңел булмаған хеҙмәт вахтаһы башлана: һыйырҙарҙы һауып көтөүгә оҙаталар, һөт тапшыралар, ҡурала аҫралған малдарҙы, ҡош-ҡортто ҡарайҙар, йәшелсә, еләк-емеш, иген үҫтерәләр һәм хужалыҡтағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек бүтән бурыстарҙы башҡаралар. Был эштә уларға ҡыҙҙары, кейәүҙәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары һәм туғандары ихлас ярҙамлаша.
Рифҡәт Исхаҡов – тыуған төбәгендә ихтирамға лайыҡ, абруйлы кешеләрҙең береһе. Ауылдаштары уға үҙҙәренең хужалыҡ эштәрендә булышыу – яҙын картуф ерҙәрен һөрөү, йәйен бесән, һалам киптереү, ҡышын ҡар көрәү үтенесе менән дә йыш мөрәжәғәт итә. Ул бер кемдең дә һүҙен йыҡмай, барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.
Исхаҡовтар төп нигеҙҙә күптән ҙур, яңы йорт һалып сыҡты, инде гүр эйәһе булған әсәләре, ҡартәсәйҙәре Фәнзилә апай менән бергә татыу ғүмер кисерҙеләр. Уларҙың ғаилә ҡороп, бергә йәшәй башлауҙарына ла 31 йыл тулды. Уҙған йыл йәмле йәй уртаһында ынйы туйҙарын һәм Тәслимә Ғәлимйән ҡыҙының 55 йәшлек юбилейын шаулап-гөрләп байрам иттеләр.
Быйыл яҙғы сәсеү һуңлап башланһа ла, урып-йыйыу осоронда әленән-әле ямғырҙар яуып торһа ла, бирешмәгәндәр, барлыҡ эштәрҙе лә яҡшы һәм сифатлы итеп башҡарып сыҡҡандар. 93 гектар ерҙәрендә бөртөклө культура – арпа игеп, унан мул уңыш йыйып алып, етерлек күләмдә һалам, бесән әҙерләп, ҡышты, һис шикһеҙ, уңышлы сығасаҡбыҙ, тип өмөтләнеп йәшәй Исхаҡовтар ғаиләһе. Киләсәктә ауыл хужалығы продукцияһына хаҡ юғарыраҡ күтәрелһә, ә яғыулыҡҡа хаҡ ныҡ артмаһа, райондағы һөт комбинатына тапшырған һөт күләмен күпләп “киҫмәһәләр” һәм уның өсөн аҡсаны ваҡытында түләп барһалар, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, ти улар. Эйе, уңайлы шарттар тыуҙырылһа, һис шикһеҙ, фермер хужалыҡтарына үҫергә мөмкинлек булыр ине. Ә эшләүен былай ҙа ат урынына егелеп, көндө төнгә ялғап тир түгә улар.
Фермерҙар тырыш хеҙмәтте ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған күркәм йолалар һәм күңелле ял минуттары менән дә аралаштыра белә. Исхаҡовтар ғаиләһе иһә сәсеүҙе, ғәҙәттә, мосолмандар өсөн изге йомала бураҙнаға йомортҡа тәгәрә­теүҙән башлай. Ә ул тамамланғандан һуң балалары, туған-тыумаса, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән бергәләп һабантуй ойошторалар.
Баланың балаһы балдан татлыраҡ булғанғамы, ейәндәрен бик ярата, күҙ ҡараһылай күрә улар. Рифҡәт ағай эштән ныҡ арып ҡайтһа ла, шул сабыйҙарҙы алдына алып, тупылдатып һөймәйенсә ашарға ла ултырмай икән.
“Һәр кем үҙ бәхетен үҙе үрә”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгән шул халыҡ. Исхаҡовтар ғаиләһенең тәүәккәллеге, ҡыйыулығы, сыҙамлылығы һәм тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе үрнәгендә был хәҡиҡәткә, теләһәң-теләмәһәң дә, тағы бер ҡат инанаһың...

Дүртөйлө районы.