КАФЕ АСЫУ ӨСӨН... Прагала уҡыу мотлаҡ түгел, әммә мөһим! 

13-04-2018, 00:03 // Эшҡыуар // Баҫып сығарырға
КАФЕ АСЫУ ӨСӨН... Прагала уҡыу мотлаҡ түгел, әммә мөһим! Ишембай ҡалаһында туҡланыу урындары етерлек. Ҡайһыһы “саф һауала аяғөҫтө баҫып” ашауға ҡайтып ҡала, бәғзеләрендә официанттар сәйнәп кенә ҡаптырмай тиерлек. Араларынан береһе бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итә. Хаҡтарҙың түбәнлеге, ризыҡтың төрлөлөгө... Юҡ, сәбәп башҡала. Ҡыҫҡаһы, был туҡланыу урыны ғына түгел, әйтерһең дә, ижад йорто... Ошо хаҡта, ғөмүмән, бизнес, йәштәр донъяһы, мөмкинлектәр тураһында үҙенсәлекле кафеның хужаһы Илдар ДӘҮЛӘТЙӘРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Эсеп күңел асмайҙар

— Илдар, Европа стилендәге бындай кафеларҙы ҙур ҡалаларҙа йыш тап итергә була. Ә бына Ишембай өсөн, минеңсә, яңылыҡ булып тора. 
— “Эстәге бүренең” башына төрлөсә етергә мөмкин. Кибет-кафенан тултырма ҡыҫтырылған күмәс һатып алып, ашай-ашай атларға була. Шул уҡ ваҡытта ниңә кинәнеп, йомшаҡ диванға ултырып, музыка тыңлап тамаҡ ялғамаҫҡа! Туҡланыу – үҙе ижади эш. Кешеләр кафела ял да итергә, рухи аҙыҡ та алырға тейеш, минеңсә. Бизнесымды ошо принциптан сығып ҡорҙом. 
Мәҫәлән, беҙгә күпләп мәктәп уҡыусы­лары килә. Ошонда уҡ бешерелгән аҙыҡ менән туҡланып алғас, улар төрлө өҫтәл уйындарында мәж килә. Һөйләшеп ултыралар. Урамда юҡты-бушҡа ауҙарып йөрөгәнсе, ошондай аралашыуҙар яҡшыраҡтыр, тип уйлайым. Иртән олораҡ быуын инһә, кисен иһә йәштәр йыйыла. Тамаҡ ялғағанда йәнле музыка тыңлайҙар, уйындарҙа ҡатнашалар. 
Музыканттарға килгәндә, кафе ниндәйҙер ижад йортон хәтерләтә – кемдер яңы йырын башҡарып ҡарарға теләй, бәғзеләр тамашасы алдында тәүгә сығыш яһай. Шулай уҡ билдәле башҡарыусылар ҙа ҡунаҡҡа килә. Ғөмүмән, һәләтен үҫтерергә теләгән дуҫтар күп, шуға музыкант­тарһыҙ ҡалған юҡ, филармониялай гөрләп торабыҙ. Шуныһы мөһим: был – ашхана ла, эскелеккә йә һуғышҡа ҡоролған урын да түгел, ә ял ваҡытын мәҙәни итеп аралашып үткәреү өсөн асылған үҙенсәлекле кафе. 
Ҡалала студент йәштәргә барыр урын да кәрәк. Нисек кенә булмаһын, Ишем­бай­ҙа юғары һәм бер нисә урта белем биреү учреждениеһы эшләп килә. Тик студенттың кеҫә яғы, билдәле, ҡалын түгел. Ошоно күҙ уңында тотоп, хаҡтарҙы мөмкин тиклем ҡулайлаштырырға тыры­шабыҙ. Әммә, әйтеп үтеүемсә, был төп критерий түгел. Билдәле, бизнеста һәр ҡайһыһы һан менән генә алдырмай, кемдер сифатҡа, үҙенсәлеккә өҫтөнлөк бирә.
Кафе эшен ойоштороуҙа бер аҙ тәжри­бәм бар, быныһын асҡанға тиклем дә ошо йүнәлештә эшләнем. Әммә Ишембайҙа тамаҡ ялғау ғына түгел, ял урыны ла кәрәк­леген тойҙом. Беҙ башҡаларҙан кәмме ни?! Шуныһы шатлыҡлы: кеше өҙөлмәй. 
— Кафеңдың майҙаны ҙур ҙа түгел, ә музыканттар урын алған, уйындар үткәрәһегеҙ. Чизбургер әҙерләргә лә уңайлы шарттар кәрәк бит әле. 
— Ҡуртымға алған бинала шулай һәр сантиметрҙы тиерлек иҫәпләп ҡулланырға тура килә. Теүәл итеп уйлағанда, һәр мөйөштән, һәр күренештән файҙа алырға мөмкин. 
— Күренеш тигәндән, үҙенсәлекле биҙәлеш тә халыҡты йәлеп итмәй ҡалмайҙыр? 
— Кеше үҙен уңайлы мөхиттә тойһон өсөн стеналарҙы төрлө төҫтәге аҡбур ярҙамында йәштәргә яҡын темалы һүрәттәр менән биҙәнек. Яҡтыртҡыстар, өҫтәлдәр – кафе уңышлы эшләһен өсөн һәммәһе лә мөһим. Тәмле ризыҡ — бер, ул аҙыҡты клиенттарға оҡшарлыҡ итеп әҙерләргә лә кәрәк.
— Кафены һәр кемде йәлеп итерлек кимәлгә еткерер өсөн хәҙер хеҙмәтен тәҡдим иткән төрлө компаниялар бар. Абруй, биҙәлеш, халыҡ араһында реклама... Ошондай хеҙмәттәргә мөрәжә­ғәт итергә тура килдеме? 
— Барлыҡ идеялар ҙа үҙемдең башта яралды. Биҙәлеш, меню өҫтөндә лә үҙем эшләнем. Киске ялды ла үҙем алып барам. Был идеяларҙы Европа тәжрибәһен ҡулланып атҡарам. Прагала уҡыған саҡта официант булып эшләнем, фотограф бурысын да атҡарҙым. Ял һәм күңел асыу индустрияһын өйрәндем.

Аһ, был мөхәббәт!

— Ә ниңә, кафе асыр өсөн Прагала белем алыу мотлаҡмы ни? 
— Мотлаҡ түгел, әммә мөһим. Был шөғөлгә бөтөнләй сит күҙлектән ҡарарға мөмкинлек тыуҙы. Әлеге йүнәлештә бизнес үҫешен башҡа ерлектә һәм башҡа кимәлдә өйрәндем. Тик алған һабаҡтарҙы урында йәшәйешебеҙгә, менталитетыбыҙға яраҡ­лаштырып ҡулланырға тура килә. Чехияла кафе-ресторан эшмәкәрлеге башҡасараҡ. Мәҫәлән, унда кафе асыу, бюрократик кәр­тәләрҙең юҡлығын күҙ уңында тот­ҡанда, күпкә еңелерәк. Сығымдар буйынса ла аҙыраҡ аҡса китә, сөнки ҡуртым, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар осһоҙораҡ. Хеҙмәтлән­дереү кимәле башҡаса: “һуҡтым, йыҡтым, барҙың, төштөң” тип ҡаршы алмайҙар һәм оҙатып ҡалмайҙар. Хәйер, йәшәү кимәле лә беҙҙекенән күпкә айырыла. Етди, шул уҡ ваҡытта еңел (тормошҡа еңел ҡарау) тип әйтер инем. Мәҫәлән, кешеләр мотлаҡ юғары уҡыу йорто тамамларға тип тырышып ятмай. Уның ҡарауы, киң күңеллелегебеҙҙе һағынып, хислелегебеҙҙе юҡһынып ҡайттым. 
— Тимәк, һин бизнес алымдарын ғы­на түгел, тормош мәғәнәһен дә өйрән­гәнһең. Сәфәрең үкенерлек түгел икән... 
— Мәктәпте тамамлағас, тейешле балл йыйып, Мәскәүгә бюджетҡа абруйлы ғына техник вуздарҙың береһенә уҡырға индем. Әммә быға тиклем махсус программа буйынса Прагала уҡырға тип имтихандар тапшырып өлгөргәйнем инде. Саҡырыу килгәс, инде баш ҡала студенты тигән исемде иңгә һалғас, атай-әсәйҙе аптырашҡа һалып, сит илгә сыҡтым да киттем. Бер йыл сит телде өйрәндем, артабан иһә һөнәрем буйынса уҡыным. Әйткәндәй, ул нәҡ бизнес, идара итеүгә бәйле. Тик, дөрөҫөн әйткәндә, Прагаға мине бөтөнләй икенсе сәбәп килтерҙе. Мәктәптә уҡығанда интернет аша бер ҡыҙ менән танышып, үлеп ғашиҡ булдым – ул Европанан ине. Шул ҡыҙҙы күреү теләге алып сығып китте Чехияға. 
— Ул ҡыҙ хәҙер ҡайҙа? 
— Тәүге мөхәббәт тормошомда ла, мөхәббәттә лә үҙ һабаҡтарын бирҙе. Ул ҡыҙ һаман да Европала йәшәй, тик инде үҙ ғаиләһе менән. Беҙ мөхәббәт һыуыныуы йәки хыянат арҡаһында түгел, ә икебеҙ ике менталитет, башҡа дәүләт вәкилдәре булараҡ, араларҙы өҙөргә булдыҡ. Сәйе­рерәк яңғырайҙыр, әммә хәҡиҡәт шулай.

Эҙләһәң, әмәле табыла

— Европаса мөхәббәт шулай булалыр, бәлки, был аҙым буйынса артабан бәхәсләшергә лә мөмкин, әммә һөйләшеүҙе белем алыу юҫығында дауам итке килә: сит илдә уҡыу ҡиммәткә төшәме? 
— Кемдәр шул илдең телендә белем алырға теләй – бюджет урындар ҡаралған, әммә, алдараҡ әйтеүемсә, бының өсөн телде мотлаҡ өйрәнергә кәрәк. Йәшәү ҙә ҡиммәткә төшә, тип әйтмәҫ инем. Улай ғына ла түгел, яҡындарың түккән аҡсаны үҙең эшләп кире ҡайтарырға мөмкин.
Сер түгел, атай-әсәйҙе бер аҙ кредитҡа батырырға ла тура килде. Хәйер, улар ҙа, мин дә үкенмәйем. Белем алдым, аҡсаны кире ҡайтарҙым. Шуға сит илдә белем алырға теләүселәргә ҡурҡмаҫҡа кәңәш итер инем. Эҙләһәң, әмәле барыбер ҙә табылып тора. Мәҫәлән, байтаҡ белем алыу программалары эшләп килә. Һорашырға, эҙләргә генә кәрәк. Тик был һүҙҙәр уҡыуға ғына ҡағылмайҙыр, ял итеү, үҫешеү өсөн дә мөмкинлектәр сығып тора. Кемдер мөмкинлектәр юҡ, ҡыҫалар, тип сит ҡалаға, Алыҫ Себергә эшкә китә. Шул уҡ ваҡытта шарттарҙы бында ла табырға була – бер ишектән сығарһалар, икенсе­һенә ин, өсөнсөһөнә. Үҙеңдең ҡулыңдан килмәһә, кеше ялла, өгөтлә. Гранттар бар, субсидиялар һәм башҡалары... Ауыр һулап, ҡайғыра башлаһаң, әлбиттә, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ.

Үҫеште ТНТ-нан түгел, Ишембайҙан башлаған

— Кафеға әйләнеп ҡайтҡанда, үҙең­дең ойош­тороу­сы ғына түгел, кисә­ләрҙе алып барыусы ла икәнеңде әйтеп ҡуйҙың... 
— Мәктәптә уҡығанда бер мәл ритайым бара ине. Ғәҙәттәгесә, ҡыҙҙар бейей, малайҙар тәҙрә төбөндә өймәкләшкән. Шул саҡ был стереотипҡа нөктә ҡуйырға булдым һәм өй шарттарында брейк бейеүҙәрен (брейк-данс) өйрәнә башланым. Үҙемдең сығыштарымды интернетҡа һалдым, аралашып, сәхнә оҫталығы, алып барыусылар, КВН менән ҡыҙыҡһынырға тотондом. Шулай ҡала кимәлендә КВН донъяһына инеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Республика кимәлендәге сығыштар һәм башҡалары ла килде яйлап. Белем алыу ғына түгел, шул бейеүҙәр, КВН-дар әлеге эшемдә ярҙам итә.
Ғөмүмән, мин – ижади кеше. Һәр эштә лә ижади алым ҡулланырға тип баш ватам. Бәлки, кемгәлер был ҡатмарлы аҙымдыр, миңә иһә шулай ҡыҙыҡ, эшемдән йәм табам. Сәхнә ижадына ныҡлабыраҡ туҡталып киткәндә, бер мәл ТНТ каналы үткәргән кастингта ҡатнашып, алып барыусы булараҡ бер проектҡа үттем дә әле – быныһы Праганан ҡайтҡас булды. Әммә инде Мәскәүгә остом тигәндә генә, үҙемде ошо бизнеста һынап ҡарау теләге тыуҙы. Атай-әсәйемдең түбәндән үҫергә кәрәк, тигән хәҡиҡәте бар, Мәскәүҙе йәки башҡа берәй ҙур ҡаланы яулау бәләкә­йенән башланһа, ғәҙелерәк булыр тигән һығымтаға килдем. Шуға, әлеге кафе тейешле кимәлгә үҫешеп еткәс, артабан ынтылырға уйлайым. Шулай үҙемде эҙләй-эҙләй, һынай-һынай үҫешергә булдым. 
— Әңгәмә өсөн рәхмәт. Кәңәш­тәреңә йәштәр ҡолаҡ һалыр, тип ышанғы килә. Уңыштар! 
— Рәхмәт. Ҡалыптарға таянып ҡына йәшәмәһендәр, йөрәк ҡушыуы буйынса ла хәрәкәт итегеҙ, тип өҫтәге килә.

Ишембай районы.