“Ике донъя, бер мөрйә...”

17-04-2018, 00:03 // Эшҡыуар // Баҫып сығарырға
“Ике донъя, бер мөрйә...”Рәсәй һәр йәһәттән дә күтәрелеш кисерә, хеҙмәт баҙары айырыуса икенсе һулыш алды. Төрлө предприятиеларҙың асылыуы тураһында хәбәрҙарбыҙ, үҙ сиратында, халыҡ эш урындары менән тәьмин ителә. Улай ғына түгел, был тәңгәлдә шарттарҙың яҡшырыуын, хеҙмәт хаҡының ваҡытында түләнеүен һәм башҡа ыңғай күрһәткестәрҙе телгә алырға була. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге вакансиялар йәрминкәһен даими үткәреп тора. Ҡыҫҡаһы, теләгәндә юҡты бушҡа ауҙарып, аптырап йөрөмәҫһең, егәрлеләргә еңде һыҙғанырға ғына ҡала. Кредиттар солғанышында йәшәүҙе иҫәпкә алғанда, тырышмай сараң юҡ.


Әлбиттә, көнлөксө хәлендә көн итеүселәр ҙә осрай. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. “Хилафлыҡ юҡ та инде, берәүҙең дә өлөшөнә инмәй, уғрылыҡ юлына баҫмаған”, — тип яҡлашырға ашыҡ­мағыҙ. Ил етәкселеге халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләгәндә (эш табыу йәһәтенән уңайлыҡтарҙы күҙ уңында тотам) ниңә унан баш тартырға?
Шулай әзмәүерҙәй бер ағайҙың ауылдаштарының донъяһын бөтәйтеүе уйға һалды. Заманында зоотехникка уҡыған. Өй беренсә йөрөп тамаҡ хаҡына бесән сабыу, утын ярыу, мал ҡарау, һыу ташыу, ҡар көрәү кеүек мәшәҡәт­тәргә күмелгән ул. “Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан” принцибына тоғро. Урындағы хакимиәт ҡарауылсы, урам һепереүсе эштәрен тәҡдим итһә лә, ризалашмаған. Үҙенә үҙе юл ярыу уға сит, ә һәр саҡ “шуны алып кил, быны ташы” тип кемдеңдер ҡушыуына ғына өйрәнгән. Йәшелсә, еләк-емеш сәсеп, мал аҫрап файҙаһын күреүҙе һөйләп тораһы ла түгел.
Әйткәндәй, һәр ҡалала тиерлек, бигерәк тә ҙурҙарында “күләгәле” хеҙмәт баҙарында эш биреү киң таралған. Уларҙы йыраҡтан да еңел таныйһың: “тимурсылар” тигән ат башындай яҙыуҙы һуҡыр ҙа күрер, бынан тыш, ғәҙәттә, тәғәйен бер урында ир-ат өйкөлөшөп тороусан. Ҡасан ҡарама, бер үк кешеләр, кәмемәгән дә, артмаған да кеүек.
Көнлөксөләрҙең контингенты төрлөсә, кемдәр генә юҡ, йәш буйынса ла айырылалар. Студенттарҙың ни өсөн был яҡҡа ыңғайлауын аңларға мөмкин, ә бына айыу тотоп йығырлыҡтарға нимә ҡалғандыр? Киләсәкте күҙ уңында тотҡан кешеләр хеҙмәт стажы, социаль яҡтан яҡланыу, тимәк, ҡартлығы хаҡында көн-төн уйланғанда, ҡайҙалыр ваҡытлыса тир түккәндәргә пенсия төшөнсәһе ике ятып бер төшөнә инмәй, ахыры. Былай бит рәхәт, яуаплылыҡ юҡ, башты эшләтеп уй-пландар ҡорорға ла кәрәкмәй. Ҡом йәки ер ташыу, стена боҙоу, түтәл ҡаҙыу, бүрәнә йәки таҡта бушатыу һәм бүтән шуның кеүек ауыр эште үтәне лә шуның менән вәссәләм. “Ике донъя, бер мөрйә” тип ғүмер иткән бәндәләр ҡулына төшкән генә аҡсаһына бер “сикүшкә” алып эсһә, бөгөнгә шул еткән. Һөйләүҙәренсә, ҡайһы бер йомарт хужаларҙың тамаҡ ялғатыуы – ҙур бәхет. Иртәгәһен иһә аяҡтары өйрәнгән тағы шул уҡ урынға алып барасаҡ...
Байҙарҙың арзан эшсе көсөн иркен ҡулланыуы болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоп ҡалырға маташыу менән бер. Тейешле аҡсаһын еткермәй бирһә лә, бының өсөн уға берәү ҙә тәнҡит һүҙе әйтмәйәсәк. Бил бөгөүсенең дә быны таптырыуы икеле, “әҙерәк бит әле” тип өнөн дә сығармаясаҡ.
Кеше көнлө булыуға нимә сәбәпсе? Түбән социаль ҡатлам кешеләрен ошо төркөмгә индерәләр. Улар бер ниндәй ҙә һөнәргә эйә түгел, белеме лә юҡ. Элек шулайыраҡ булған, хәҙер иһә был саҡ ҡына икенсе йүнәлеш ала бара. Баҡтиһәң, башлыса “төшөрөргә” әүәҫ һәм ғаиләһенән сығып киткәндәр бындай йәшәү рәүешен үҙләштергән.
“Көнлөксөләр азат тормошто үҙ иткән” тигән фекерен еткерҙе күршем. Дөрөҫлөк бар был һүҙҙәрҙә, әммә бер бирелгән ғүмерҙе лайыҡлы итеп йәшәүгә ни етә!..