Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сабата шәп атлата
Сабатаны йәштәр генә түгел, урта йәштәгеләр ҙә музейҙарҙа ғына күреп белә. Нимә ул? Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан килеп сыҡҡан? Бигерәк тә һуғыш осоронда ниндәй әһәмиәткә эйә булған?


Сабатаны үрә башлау өсөн унан алда бик ҡатмарлы һәм оҙайлы эш башҡарырға кәрәк. Урманда үҫеп ултырған эре йүкә ағастарын ҡырҡҡандан һуң, тамырынан йәш үҫентеләр ҡурпылап сыға. Алты-ете йылдан һуң йыуанлығы һәнәк һабындай булғас, июнь урталарында ағастың ҡабығы ҡуба башлай. Ошо үҫентеләрҙе ҡырҡып алып, ҡабығын шөшлө менән буйынан-буйына йырып сығырға кәрәк. Йырылған ҡабыҡтың ҡырыйҙарын ике яҡҡа шаҡарып ебәрһәң, ул анһат ҡына ағастан ҡуба. Сей йүкәне алып, күләгәлә өс-дүрт көн тотҡандан һуң тәгәрмәсләп йөрөп бәйләп ҡуялар. Шулай итһәң, уны үреү алдынан һыуға һалып ебетеүгә уңайлы була. Сей йүкәне ҡояшта киптерергә ярамай, сөнки ул ярыла башлай һәм сифаты юғала.
Сабата үреү өсөн сей йүкәнән нисек итеп таҫмалар юнып әҙерләргә кәрәклеген, сабата үреү тураһында яҙып тормайым, сөнки уның өсөн был эштәрҙе үҙ күҙең менән күреү мөһим. Ул — бик ҡатмарлы эш. Батша Петр I тикмәгә генә үҙ ҡулдары менән үреп ҡарап, булдыра алмағас: “Это мудреное ремесло”, — тимәгән бит. Беҙҙеңсә: “Бик сетерекле, ғәжәп, аңлауы ауыр, ситен, ҡатмарлы һөнәр” була инде. Ә бит Петр I үҙе бик оҫта ҡуллы шәхес булған. Ленинградҡа барған ваҡытта миңә уның өй-музейын инеп күрергә насип булды. Өйҙөң беренсе ҡатында эш урыны, аш-һыу бүлмәһе урынлашҡан. Эшләгән ерендә токарь станогы һәм төрлө эш ҡоралдары тулып ята. Өйҙөң өҫкө ҡатында — ҡунаҡхана һәм йоҡо бүлмәләре. Унда үҙе ағастан семәрләп эшләгән карауат, өҫтәлдәр, кресло-ултырғыстар бар. Өйҙөң стеналарында ағастан семәрләп эшләнгән төрлө йыһаздар урын алған. Шулай итеп, үҙе лә һөнәр эйәһе булған Рәсәй батшаһы сабата үреүселәргә тарихта ҙур баһа биреп ҡалдырған.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, сабата ил кимәлендә көнүҙәк мәсьәләгә әйләнеп китә. Һуғыштың тәүге көндәрендә һалдаттарҙы кейендерергә аяҡ кейемдәре етешмәй, уны тегергә илдә күн юҡ кимәлендә. Ошондай ауыр осорҙа фронттағы яугирҙе аяҡ кейеме менән тәьмин итеү өсөн ил етәкселеге йәшерен бойороҡ менән сабата үреү артелдәре аса. Ошо үтә лә ауыр ваҡытта Иван Плотников 1941 йылдың ноябрендә кирза тигән материал — күн алмаштырғысы уйлап таба. Уңышы өсөн уға 100 мең һумлыҡ Сталин премияһы бирәләр.
Ошо ваҡыттан башлап һалдаттарыбыҙға кирза итеге тегеп кейҙерә башлайҙар (халыҡ телендә — “кирзуха”). Һуғыштан һуң да уны ҡала һәм ауылдарҙа илебеҙҙең бер-ике быуын кешеләре кейеп үҫте. Кирза итеген етештерә башлағансы һалдаттарыбыҙҙың күбеһе (һуғыштың тәүге көндәрендә) сабата кейеп дошманға ҡаршы һуғышырға мәжбүр була.
Быныһы — һуғыш яландарындағы хәлдәр. Ә тылда һуғышҡа тиклем кейеп йөрөгән аяҡ кейемдәре күп тә үтмәй туҙып бөттө. Баҙарҙа һәм магазиндарҙа бөтөнләй бер нәмә һатылмай ине. 1943 йылда мин IV класты тамамлағас, башҡа ауылға барып уҡырға мөмкинлек булмағас, колхозда эшләй башланым. Бикбирҙе ауылы халҡы бөтәһе лә сабата кейеп йөрөй, уныһы ла етешмәй. Ауылда ике генә кеше сабата үрә белә. Яңғолай Ильясов һәм Ҡужәхмәт Әлмөхәмәтов олатайҙар. Иҫәнғолға барһаң, баҙарҙың яртыһы сабата һата. Тик уны һатып алыу өсөн аҡса юҡ. Сараһыҙҙан бер пар сабатаның хаҡы бер ҡаҙаҡ (400 грамм) һыйыр майы йәки ун тауыҡ йомортҡаһы тора. Бер генә һыйырҙың иретелгән 16 килограмм майын йыл да хөкүмәткә тапшырып торабыҙ, сабата һатып алыуға арттырып булмай. Тауыҡ тотоу түгел, үҙебеҙ аслыҡтан йонсойбоҙ.
Ошондай ауыр ваҡытта үҙем сабата үреп өйрәнергә булып Яңғолай олатайға барҙым. Ул бер генә күрһәткәндән һуң, ныҡыша торғас, мин дә үрә башланым. Тәүҙә үҙемә генә инде. Һуңынан әсәйемә үреп кейҙерҙем. Икенсе йылына хатта үҙебеҙҙән арттырып һата ла башланыҡ. Тәүҙә “урыҫ сабатаһы” ғына үрә белә инем. Һуңынан татар, сыуаш ҡата-сабаталарын да үрергә өйрәндем. Һуғыш тамамланғас та, сабата беҙҙең быуынға хеҙмәт итеүен дауам итте.
Мин тик 1947 йылда ғына — 16 йәшемдә, Үрген урта мәктәбенә V класҡа уҡырға бара алдым. Сабата кейеп йөрөп унынсыны тамамланым. Сабата кейеп армияға киттем.
Тарихи яҙмаларҙан сығып, өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борон-борондан бер ваҡытта ла сабата үреп кеймәгән. Башҡорттар төрлө йәнлектәрҙең һәм йорт хайуандарының тиреһенән ыҫлап күн эшкәртеп, сарыҡ, итек, ситек һәм ҡата тегеп кейгән. Иван Грозный 1552 йылда Ҡазанды баҫып алып, татарҙарҙы мәжбүри суҡындырырға тотонғас, улар ҡасып килә һәм көнкүрешкә татар сабатаһын да индерә. 1554 — 1558 йылдарҙа башҡорт ырыуҙары Рәсәйгә ҡушыла башлағас, урыҫ байҙары башҡорттарҙың ерен һатып та, тартып та алып, заводтар төҙөй башлай. Мәҫәлән, 1702 йылда Демидов Уралда завод төҙөп, 38 мең крепостной крәҫтиәнен килтерә. Шулай итеп, башҡорт ерендә урыҫ һәм сыуаш сабаталары барлыҡҡа килә.
Бына шулай ҡыҫҡаса сабата тарихы. Үҙем иһә, кәйефем булғанда, хәҙер ҙә ҡыҙыҡһынған кешеләргә үреп биргеләйем.

Ейәнсура районы,
Үрге Бикбирҙе ауылы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мөһим форум ойошторолдо

Мөһим форум ойошторолдо 07.12.2018 // Эшҡыуар

Кисә Учалы ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарылды....

Тотош уҡырға 137

Ағас “ене” ҡағылған...

Ағас “ене” ҡағылған... 07.12.2018 // Эшҡыуар

Ҡырмыҫҡалы уңғандары араһында ағас менән эш итеүсе йүнсел менән танышҡас, уны сәнғәт кимәлендә...

Тотош уҡырға 90

Ах, билмәне лә билмәне!

Ах, билмәне лә билмәне! 07.12.2018 // Эшҡыуар

Эшҡыуарлыҡ нисек башлана? Нимәнелер эҙләй башлағас, ул тауарҙың юҡлығы асыҡлана. Уйсан кеше “Ә ниңә...

Тотош уҡырға 58

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер”

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер” 05.12.2018 // Эшҡыуар

Уңышҡа алты аҙым Азат Вәлиев 16 йәшендә үҙенең тәүге эшен аса, ә 19 йәшендә айлыҡ килеме миллион...

Тотош уҡырға 112

Ҡулдарының ҡото бар

Ҡулдарының ҡото бар 11.09.2018 // Эшҡыуар

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән Илгизә Лоҡманованың туҙҙан яһалған әйберҙәрен ысын...

Тотош уҡырға 171

Кейем тегә ҡыҙҙар...

Кейем тегә ҡыҙҙар... 11.09.2018 // Эшҡыуар

Туймазы ҡалаһында йәш эшҡыуар Динә Ҡәрипова, “Яңы эш башлаусы эшҡыуарға ярҙам” федераль...

Тотош уҡырға 145

“Бирешергә иҫәп юҡ”

“Бирешергә иҫәп юҡ” 04.09.2018 // Эшҡыуар

III группа инвалиды Анатолийҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Тыу­мыштан һул ҡулы...

Тотош уҡырға 150

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе 31.08.2018 // Эшҡыуар

Закон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ...

Тотош уҡырға 171

Хужаһы бар, балығы булыр

Хужаһы бар, балығы булыр 31.08.2018 // Эшҡыуар

Йүнсел ташландыҡ урынды тәртипкә килтереп ала Эйе, тәрбиә, ҡарау булған ерҙә эш тә уң була. Был...

Тотош уҡырға 153

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ баҫыуға бәйле яңы заманса һүҙ килеп сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә “фелтинг” тигән төшөнсәне йыш...

Тотош уҡырға 166

Боронғо шөғөл тергеҙелә

Боронғо шөғөл тергеҙелә 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ – башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланылған ғәҙәти материал. Уның төп тәғәйенләнеше – тирмә...

Тотош уҡырға 171

Ысын оҫталар булғанда...

Ысын оҫталар булғанда... 22.08.2018 // Эшҡыуар

Ишембай нефть техникумын тамамлап, 1979 йылда көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү идаралығына ҡыйыуһыҙ ғына...

Тотош уҡырға 193