Уңыштың башы төштә

30-05-2018, 00:03 // Эшҡыуар // Баҫып сығарырға
Уңыштың башы төштәЕмеш ағастары үҫтереүҙең төрлө ысулдары бар – ябайҙарынан алып ҡатмарлыларына хәтлем. Махсус белемгә эйә булыу мотлаҡ түгел тигән фекер менән күптәр килешмәҫ, моғайын. Ә бына күптәнге танышым баҡсасылыҡҡа уҡымаһа ла, эшмәкәрлеген киң йәйелдергән. Афарин! Йә булмаһа, үҙенә һүҙ бирәйек.

– Төрлө фекерҙәр башта уралғанда, хәтергә емеш-еләк баҡсаһы булдырыу уйы төштө, ошо оҙаҡ ваҡыт йөрәгемә һис кенә лә тынғылыҡ бирмәне, – тип һөйләй “Яблоня” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рәмил Хәбибуллин. – Артабан ниндәй юлды һайларға? Ҡайһы йүнәлешкә боролорға? Ошолар тураһында тәрән уйландым.
Ни өсөн фермерлыҡҡа тотоноуым тураһында ҡыҙыҡһыналар. Ысынлап та, тупраҡ ҡатламы һәр ваҡыт хәстәрлек талап иткәндә, һауа торошо артыҡ иркәләмәгәндә, ниңә был мәшәҡәтте башланым? Шәхсән мин ҡаршылыҡ яратам, һыу ағымының ыңғайына йөҙөүҙе хушһынмайым. Ә инде ошо бөтә кәртәләрҙе йырып сыҡҡандан һуң кинәнес алыуҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Бындай рәхәтлек алға әйҙәй, киләсәккә маҡсаттар билдәләнә.
Можары ауылы янында ер алдым. Орлоҡто ете диңгеҙ аръяғынан эҙләп яфа сикмәйем, сит тарафтарға ла юлланмайым, заказ буйынса ла алдырмайым. Алтын аяҡ аҫтында тулып ята, тип шаяртам таныштарыма. Нисек тиһегеҙме? Эргә-тирәнән йыйылған алмаларҙы серетәм дә, төштө бер яҡҡа, ҡыйҙы икенсе яҡҡа айырам. Уңыштың башы төштә булғанда, ни өсөн яңы велосипед уйлап сығарырға? Әлбиттә, ике бармаҡҡа саҡ эләгеп торған орлоҡтан алып үҫенте хәленә еткергәнсе байтаҡ ваҡыт үтә, күп ижтиһад һалыу мөһим.
Тауарҙы һата белеү – уңыштың яртыһы, тиҙәр. Килешәм тулыһынса. Питомникка килеп тә алалар, күбеһенсә баҙарға алып сығам. Беҙҙең яҡтарҙа ҡалаларҙың күплеге файҙаға ғына. Нефтекама, Ағиҙел, Яңауыл, Дүртөйлө, Ижевск һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Хәйер, хәҙер ауыл халҡы ла күпләп емеш ағасын ултыртыуға өҫтөнлөк бирә башланы. Юғиһә ҡасандыр тирәк, саған, ҡайын ултыртыу модала ине бит. Улары ла кәрәк, инҡар итмәйем.
Кәңәштән өҙмәйем кешеләрҙе. Үҫенте ни тиклем оҙон булһа, ул шул хәтлем яҡшы тигән ҡараш йәшәй ни өсөндөр халыҡта. Эш буйҙа түгел, ә тамырҙа икәнен аңлатам. Ҡыҫҡа, ләкин тамыры ныҡлы икән, ултыртҡандың өсөнсө йылына унан емеш көт.
Ун гектар биләгән баҡсамда нимә генә юҡ – ҡарағат, алма, сейә, слива, груша... Ваҡытлыса эшселәр йәлеп итәм. Әлбиттә, атайым Радик Сәмиғулла улы, әсәйем Әнүзә Әхкәм ҡыҙы, кәләшем Ләйсән Фаяз ҡыҙы, балаларым Алина, Ильвина, Тимур, Әлмир – төп ярҙамсыларым.