Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңғандар барҙа баҫыуҙар буш ятмаҫ
Уңғандар барҙа баҫыуҙар буш ятмаҫАуыл хужалыҡтарында яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға бара. Беҙ барғанда фермер Әхәт Зиннәт улы Ибраһимовтың хужалыҡ баҫыуында эштең ҡыҙған мәле ине: механизаторҙар ҡарабойҙай сәсеүгә тотонған.


– Беҙ 400 гектар ерҙе эшкәртәбеҙ. Быйыл 80 гектарға – арпа, 120 гектар майҙанға иген культуралары ултырттыҡ. Әле иһә ҡарабойҙай баҫыуҙарын арттырҙыҡ: былтыр ул 120 гектар майҙанды биләһә, быйыл иһә 200 гектар ергә сәсәбеҙ. Әле баҫыуҙа улдарым Ринат менән Фәнис, туғандарым Нияз Мәмбәтов, Айнур Әхмәтов эшләй, – ти Әхәт Зиннәт улы.
Мәләүез районының Смаҡ ауылында йәшәгән Ибраһимовтарҙың фермерлыҡ эшенә тотоноуҙарына биш йыл булһа ла, ғаилә башлығы Әхәт Зиннәт улы – тәжрибәле етәксе.
Бер йылдан 70 йәшен туйлаясаҡ Әхәт Ибраһимов йәш саҡта, армиянан ҡайтҡас, хеҙмәт юлын “Нөгөш” колхозы менән бәй­ләй. Колхоз рәйесе: “Күрҙем, халыҡ менән эшләй алаһың”, – тип Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына уҡырға йүнәлтмә бирә. Колхоз йыйылышында йәш егеттең уҡыған саҡта эш хаҡын һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарар сығаралар. Шулай итеп, бала саҡтан техника ене ҡағылған Әхәт Зиннәт улы, агроном булыуҙан баш тартып, ауыл хужалығы идаралығына барып, йүнәлтмәне техник механикка уҡырға ала.
– Бала саҡтан конструктор булырға хыяллана инем. Техникумға барғас, ошо йүнәлештән китеүемде аңланым. VIII клас­та уҡ аэросана эшләнем. Ул саҡта хәҙерге кеүек иретеп йәбештереү аппараты юҡ ине. Төндә тимерлеккә барып, тимер бөгә инем. Һыҙма фәнен яраттым, малайҙарға ла ошо һәләт тапшырылған. Мото­уҙышыусы булырға ла хыялландым. Тик әсәйем, хәүефле тип, был ниәтемде кире ҡаҡты, – ти уҙаман.
1974 йылда уҡып ҡайтҡас, колхоз фатир бирә. Шунда уҡ уны техника оҫтаханаһы мөдире итеп ҡуялар. Колхоз рәйесе Миңләхмәт Мөхәмәт улы Йомағолов яҡшы кеше була. Ул диплом эшен контролдә тотоп, үҙе теманы һайлап яҙҙырта. Аҙаҡ иһә ошо диплом эше буйынса колхоздың машина кәртәһен төҙөйҙәр. Алдынғы ҡарашлы хеҙмәткәрҙе бер аҙҙан “Ленинское знамя” колхозына баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Әхәт Зиннәт улы “Агроснаб”, МТС кеүек ҙур предприятиеларҙа эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Фермерлыҡ эшенә лә уйламағанда тотона ул. Ер эше менән булышҡан ике туғаны Салауат уны ярҙамға саҡыра. Әхәт Зиннәт улы туғаны етәкселегендә ике йыл эшләп ҡала. Салауат ауырып вафат булып ҡалғас, ул уның башланғысын дауам итә.
Атаһынан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, улдары ла Себергә вахта менән йөрөһә лә, ял ваҡыттарында баҫыуҙа эшләй. Улар көн дә иртә таңдан Мәләүез ҡалаһынан килеп, ялан эше менән булыша. Егәрле егеттәрҙе тормош иптәштәре аңлап тора, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ла һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
– Эш башлағанда бер техникам да булманы, тырмаһына тиклем һатып алдым. Әле “Дон” комбайны, сәсеү машина­һы, культиватор кеүек бөтә кәрәкле техниканы туплап киләбеҙ. Агрегаттарҙың күбеһен иҫке техниканан үҙебеҙ эшләнек. Мәлендә өлгөрөр өсөн көҙҙән үк баҫыуҙарҙың 50 процентын эшкәртергә кәрәк. Техниканы яйлап яңыртыу бурысы тора. Әле иген таҙартҡыс эшләп ятам, – ти Әхәт Зиннәт улы.
Ғаилә башлығы улдарының тырыш булыуына ҡыуанһа ла, һаулыҡтары бөтә бит, тип Себергә йөрөгәндәренә борсола. Әле Фәнис улы тыуған еренә ҡайтырға ниәтләнгәненә ҡыуана. “Үҙ ереңдә лә аҡса эшләргә була. Хеҙмәт һөйгән кеше ҡайҙа ла урынын таба”, – тип иҫәпләй ул.
Сығышы менән райондың Яҡтыкүл ауылы егете Әхәт Зиннәт улы Бишбүләк районының Ҡунаҡҡол ауылында тыуып үҫкән Розалия Мостафа ҡыҙын Бәләбәйҙә осрата. Дүрт йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, улар өйләнешә. Смаҡ ауылында төпләнгән тырыш йәш ғаилә тәүге көндәрҙән үк үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, ауылда үҙ кеше булып китә. Розалия Мос­тафа ҡыҙы 1978 йылда ауылда балалар баҡсаһы аса һәм ун бер йыл уның мөдире булып эшләй. Ибраһимовтар өс баланы аяҡҡа баҫтырған. Хәҙер иһә ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүгә лә үҙ өлөштәрен индерәләр.
Артабан ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ, тип ҡыҙыҡһынам хужалыҡ етәксеһенән. “Мал үрсетергә йәш тә арыу уҡ. Электән малсылыҡҡа күңелем ятманы. Техника менән эшләргә яратам. Әгәр ҙә көн талабы булып, мохтажлыҡ тыуһа, малға ла тотонорбоҙ”, – ти Әхәт Зиннәт улы. Әйткәндәй, әлегә улар субсидия кеүек дәүләт ярҙамы алмағандар, әммә башҡаларҙан бер ҙә ҡалышмайынса фермерлыҡ эшен алып баралар.
Инде олпат йәштә булыуҙарына ҡара­маҫтан, ошондай яуаплы ла, тынғыһыҙ ҙа Ибраһимовтар ғаиләһе кеүек уңғандар барҙа, әлбиттә, республика баҫыуҙары буш ятмаҫ.

Мәләүез районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мөһим форум ойошторолдо

Мөһим форум ойошторолдо 07.12.2018 // Эшҡыуар

Кисә Учалы ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарылды....

Тотош уҡырға 139

Ағас “ене” ҡағылған...

Ағас “ене” ҡағылған... 07.12.2018 // Эшҡыуар

Ҡырмыҫҡалы уңғандары араһында ағас менән эш итеүсе йүнсел менән танышҡас, уны сәнғәт кимәлендә...

Тотош уҡырға 94

Ах, билмәне лә билмәне!

Ах, билмәне лә билмәне! 07.12.2018 // Эшҡыуар

Эшҡыуарлыҡ нисек башлана? Нимәнелер эҙләй башлағас, ул тауарҙың юҡлығы асыҡлана. Уйсан кеше “Ә ниңә...

Тотош уҡырға 62

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер”

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер” 05.12.2018 // Эшҡыуар

Уңышҡа алты аҙым Азат Вәлиев 16 йәшендә үҙенең тәүге эшен аса, ә 19 йәшендә айлыҡ килеме миллион...

Тотош уҡырға 113

Ҡулдарының ҡото бар

Ҡулдарының ҡото бар 11.09.2018 // Эшҡыуар

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән Илгизә Лоҡманованың туҙҙан яһалған әйберҙәрен ысын...

Тотош уҡырға 171

Кейем тегә ҡыҙҙар...

Кейем тегә ҡыҙҙар... 11.09.2018 // Эшҡыуар

Туймазы ҡалаһында йәш эшҡыуар Динә Ҡәрипова, “Яңы эш башлаусы эшҡыуарға ярҙам” федераль...

Тотош уҡырға 146

“Бирешергә иҫәп юҡ”

“Бирешергә иҫәп юҡ” 04.09.2018 // Эшҡыуар

III группа инвалиды Анатолийҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Тыу­мыштан һул ҡулы...

Тотош уҡырға 150

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе 31.08.2018 // Эшҡыуар

Закон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ...

Тотош уҡырға 172

Хужаһы бар, балығы булыр

Хужаһы бар, балығы булыр 31.08.2018 // Эшҡыуар

Йүнсел ташландыҡ урынды тәртипкә килтереп ала Эйе, тәрбиә, ҡарау булған ерҙә эш тә уң була. Был...

Тотош уҡырға 154

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ баҫыуға бәйле яңы заманса һүҙ килеп сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә “фелтинг” тигән төшөнсәне йыш...

Тотош уҡырға 166

Боронғо шөғөл тергеҙелә

Боронғо шөғөл тергеҙелә 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ – башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланылған ғәҙәти материал. Уның төп тәғәйенләнеше – тирмә...

Тотош уҡырға 171

Ысын оҫталар булғанда...

Ысын оҫталар булғанда... 22.08.2018 // Эшҡыуар

Ишембай нефть техникумын тамамлап, 1979 йылда көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү идаралығына ҡыйыуһыҙ ғына...

Тотош уҡырға 193