Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәзә фермаһы булырмы?
Кәзә фермаһы булырмы?Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарының береһендә ҙур кәзә фермаһы төҙөләсәген белдерҙе ошо көндәрҙә республиканың Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. Бының өсөн Мари Иле Республикаһының “Лукоз” холдингы инвестициялар йүнәлтергә әҙер. Фермала бер нисә мең баш кәзә аҫрау күҙ уңында тотола.


Кәзә... Был хайуанды әүәл өнәп бөтмәне халыҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең “Кәзә – хәйерсе­нең һыйыры”, “Аҡсаң булмаһа, кәзә ал” тип көлөүендә лә ниндәйҙер хаҡлыҡ бар һымаҡ ине. Ысынлап, башлыса һыйыр тоторға, бесән әҙерләргә хәленән килмәгән яңғыҙаҡ әбейҙәрҙең ихатаһында булды был мал. Аҙыҡты күп ашамауы, йәйен тегендә-бында үҙен үҙе туйҙырыуы менән дә отошло ине ул. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа был әйтем үҙенең иҫкерә барыуын күрһәтә. Ауылдарҙа хәҙер йәштәр ҙә кәзәне ишәйтә. Беренсенән, ул тиҙ үрсеүе менән ҡулайлы булһа, икенсе­нән, тоҡомлоларының һөтө күләме буйынса юҡ-бар һыйырҙыҡынан ҡалышмай тиерлек. Аллергиянан һәм башҡа ауырыуҙарҙан яфаланған кешеләрҙең бары кәзә һөтөн эҙләп алыуы хаҡында билдәле.
Интернет селтәрендәге “Бәйләнештә” төркөмөндә һәр кем кәзә һөтөнөң файҙаһы хаҡында үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға тырыша. Мәҫәлән, Розалия Солтанова исемле ханым былай ти: “Кәзә һөтөнөң әһәмиәтен һанап бөтөрлөк түгел. Ғалимдар уның әсә һөтөн алмаштыра алыуын иҫбатлаған. Бөйөк ғалим-табип Әбүғәлисина балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн уның иң файҙалы эсемлек булыуын асыҡлай. Японияла балалар өсөн эшләнгән ҡатнашмаларға һыйыр һөтө түгел, ә кәзәнекен ҡушалар.
Кәзә һөтө (ҡымыҙы) бейәнекенән ҡуйыраҡ. Ул кальций, фосфор кеүек минераль матдәләр һәм төрлө микроэлементтарға бай. Шуға ла үҫеүҙе, һынған һөйәктәрҙең уңалыуын тиҙләтә. Кәзә һөтөн организм яҡшыраҡ үҙләштерә. Мәҫәлән, йәш баланың ашҡаҙанында һыйыр һөтө ике-өс сәғәт эшкәртелһә, кәзәнеке – ни бары 40 минут. Унда һөт шәкәре (лактоза) әҙерәк, тимәк, аллергия булмай, иммунитет нығына. Элегерәк туберкулез ауырыуын дауалау өсөн йорттары эргәһендә кәзә тотҡандар. Ауыр операция кисергән кешегә лә, йөрәк, тын юлы ауырыуҙарынан да файҙалы. Ҡанды таҙарта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй”.
Ә Ләлә Ғүмәрова иһә: “Ун биш йыллап кәзә тотоп, һөтөн эсеп рәхәтләнәбеҙ, – тип яҙа. – Һыйыр һөтөн сәйгә бөтөнләй тотонмайбыҙ. Күршенең ике бәпесе аллергиянан минең кәзәләрҙең һөтөн эсеп үҫте, ҡымыҙын да ололар рәхәтләнеп файҙалана, ҡаймағы тиҙ генә ҡатып бармай, аҡ ҡына, эремсеге һыйырҙыҡы кеүек ярмаланмай. Былтыр ауылдаш бер апай үпкә ауырыуынан байтаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡҡас, йәй буйы иртәнге һаумал йылы һөт эсеп шәбәйҙе”.
Әйткәндәй, кәзә малын етештереү, айырыуса һөтсөлөгө бөтә донъяла, Европала үҙенең файҙалы тармаҡ булыуын күптән раҫлаған. Унан эшләнгән сыр иң татлы һәм шифалы ризыҡтарҙан һанала. Рәсәйҙә кәзә фермалары һуңғы 15 йылда ғына барлыҡҡа килә башланы һәм улар арта бара. Бөгөн Мари Иле Республи­каһында, Татарстанда, Ленинград һәм Смоленск өлкәләрендә ярайһы ҙур һәм заманса комплекстар уңышлы эшләй. 2016 йыл аҙағына Рәсәйҙең барлыҡ төр хужалыҡтарында 2,1 миллион баш кәзә теркәлгән.
Әлбиттә, был юҫыҡта ғалимдар ҙа ҙур эш алып бара. Мәҫәлән, Ставрополдә һарыҡ һәм кәзә үрсетеү буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты эшләй. Күп йылдар бындағы эшмәкәрлек һарыҡсылыҡ тармағына йүнәлтелһә, бөгөн кәзә үрсетеү йәһәтенән ҙур уңыш­тары бар, тоҡомсолоҡҡа етди иғтибар бирелә. 2015 йылда илдә “Кәзә малын сәнәғәт кимәлендә үрсетеү ассоциация­һы” барлыҡҡа килде. Уның ойоштороу­сылары – “Лукоз” һәм “Лукоз Саба” ҙур кәзә фермалары хужалары Владимир һәм Тарас Кожановтар. Улар Башҡортос­танға килеп бындағы эшмәкәрлек менән танышҡан һәм бер нисә мең башҡа ферма төҙөү өсөн аҡса һалырға әҙер. “Лукоз” – Рәсәйҙә кәзә һөтө етештергән иң ҙур агросәнәғәт холдингы.
Әйткәндәй, күптән түгел Мәскәүҙә кәзә һөтө буйынса IV халыҡ-ара конференция үтте. Унда был тармаҡты үҫтереү, һөтөн эшкәртеү һәм шулай уҡ балалар аҙығы етештереү буйынса эшлекле һөйләшеү ойошторолдо.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мөһим форум ойошторолдо

Мөһим форум ойошторолдо 07.12.2018 // Эшҡыуар

Кисә Учалы ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарылды....

Тотош уҡырға 133

Ағас “ене” ҡағылған...

Ағас “ене” ҡағылған... 07.12.2018 // Эшҡыуар

Ҡырмыҫҡалы уңғандары араһында ағас менән эш итеүсе йүнсел менән танышҡас, уны сәнғәт кимәлендә...

Тотош уҡырға 72

Ах, билмәне лә билмәне!

Ах, билмәне лә билмәне! 07.12.2018 // Эшҡыуар

Эшҡыуарлыҡ нисек башлана? Нимәнелер эҙләй башлағас, ул тауарҙың юҡлығы асыҡлана. Уйсан кеше “Ә ниңә...

Тотош уҡырға 52

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер”

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер” 05.12.2018 // Эшҡыуар

Уңышҡа алты аҙым Азат Вәлиев 16 йәшендә үҙенең тәүге эшен аса, ә 19 йәшендә айлыҡ килеме миллион...

Тотош уҡырға 106

Ҡулдарының ҡото бар

Ҡулдарының ҡото бар 11.09.2018 // Эшҡыуар

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән Илгизә Лоҡманованың туҙҙан яһалған әйберҙәрен ысын...

Тотош уҡырға 165

Кейем тегә ҡыҙҙар...

Кейем тегә ҡыҙҙар... 11.09.2018 // Эшҡыуар

Туймазы ҡалаһында йәш эшҡыуар Динә Ҡәрипова, “Яңы эш башлаусы эшҡыуарға ярҙам” федераль...

Тотош уҡырға 142

“Бирешергә иҫәп юҡ”

“Бирешергә иҫәп юҡ” 04.09.2018 // Эшҡыуар

III группа инвалиды Анатолийҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Тыу­мыштан һул ҡулы...

Тотош уҡырға 148

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе 31.08.2018 // Эшҡыуар

Закон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ...

Тотош уҡырға 171

Хужаһы бар, балығы булыр

Хужаһы бар, балығы булыр 31.08.2018 // Эшҡыуар

Йүнсел ташландыҡ урынды тәртипкә килтереп ала Эйе, тәрбиә, ҡарау булған ерҙә эш тә уң була. Был...

Тотош уҡырға 151

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ баҫыуға бәйле яңы заманса һүҙ килеп сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә “фелтинг” тигән төшөнсәне йыш...

Тотош уҡырға 164

Боронғо шөғөл тергеҙелә

Боронғо шөғөл тергеҙелә 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ – башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланылған ғәҙәти материал. Уның төп тәғәйенләнеше – тирмә...

Тотош уҡырға 168

Ысын оҫталар булғанда...

Ысын оҫталар булғанда... 22.08.2018 // Эшҡыуар

Ишембай нефть техникумын тамамлап, 1979 йылда көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү идаралығына ҡыйыуһыҙ ғына...

Тотош уҡырға 186