Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәр ни өсөн ауылда ҡала?
Йәштәр ни өсөн ауылда ҡала?“Иртөбәк” агрофирмаһы етәксеһе Олег Геннадьевич Николаевты эш урынында осратып булманы, уны йәйләүҙә тап иттек. “Әле малдар ҡышҡы миҙгелдән һуң рәхәтләнеп ялан-ҡырҙарҙа тотола. Шөкөр, йәйге фермалар ҙа заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылып, һөт-һыу үткәргестәр урынлаштырылған. Был тәңгәлдә аҡса йәлләмәҫкә тырышабыҙ, сөнки һөт һатыуҙан ғына хужалыҡ ҡаҙнаһына ярайһы табыш килә бит”, — тип ҡаршы алды беҙҙе етәксе.

Хужалыҡ 1996 йылда бөлгөнлөккә дусар булған “Сеятель” колхозы нигеҙендә төҙөлә. Булған техниканы әрәм-шәрәм итмәй, мал-тыуарҙы таратмайынса, яңыларын да һатып алып, яңы хужалыҡ ойошторалар. Бөгөн ул төбәктә алдынғыларҙан һанала, бында малсылыҡ тармағы ныҡлап үҫешкән, үҫемлекселектә лә ҡаҙаныштар етерлек. Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә алдынғы ҡарашлы, эшкә бөтмөр, сос һәм уңған Олег Николаев етәкселек итә.
“Иртөбәк”тә 900-гә яҡын симменталь һәм голштин тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 290-ы һауыла. Оҙаҡ йылдар инде Мәләүез һөт комбинаты менән йылы мөнәсәбәт булдырып, көн һайын өс меңдән ашыу аҡ оҙаталар. Һатыуҙан килгән аҡса фәҡәт хеҙмәт хаҡы түләүгә, төрлө ваҡ ремонтҡа тотонола. Таналар күпләп быҙаулаған, әле лә көтөү йәш быҙауҙар менән тулылана. Бынан тыш, етәкселек көтөүҙе яңы тоҡомло таналар менән дә яңыртып тора икән. Әйткәндәй, йәмғиәттә яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған, осеменатор Руслан Минһажев, ветврач Илдус Абдуллин үҙ эштәренең оҫтаһы булып танылған. Алдынғы һауынсылар Любовь Мортазина, Зинаида Иванова, Тәғзимә Кинйәбаева, көтөүселәр Рифат Бикбаев, Ғаяз Исмәғилев, Рафаэль Рафиҡов, быҙау ҡараусылар Әлфирә Николаева, Мираҫ Абдуллин һәм башҡаларҙы етәкселек һәр яҡлап маҡтап телгә алды.
Киләсәктә мал һанын мең башҡа еткерергә иҫәп тоталар, ә бының өсөн уңайлы шарттар бында етерлек. “500 ферма” маҡсатлы республика программаһына ингән һөтсөлөк фермалары күп хужалыҡтар өсөн өлгө булып тора.
Йәштәр ни өсөн ауылда ҡала?Мал аҙығына ла ҡытлыҡ кисермәйҙәр, уны ике йылға етерлек итеп хәстәрләйҙәр. Силос соҡорҙары тулы.
Бөгөн һөтсөлөк фермаларын ҡышҡы осорға әҙерләйҙәр, ағартыу, буяу, дезинфекциялау эштәре алып барыла. Малсыларға ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ярҙам итә. Өй хужабикәләре Нәйлә һәм Рима Ваһаповалар, Эльвира Бикбаева ҙур ихласлыҡ күрһәтә.
Хужалыҡтың техника паркы бай, уны яңыртып торғас, ҡыҙыу баҫыу эштәре барышында бер ниндәй тотҡарлыҡ һиҙелмәгән. Оҫтаханаларҙа әле лә егеттәр ауыл хужалығы техникаһын ремонтлай, ҡоролмаларҙы тикшерә. Яҙғы сәсеү эштәре мәлендә лә ситтән техника йәлеп итмәй, бар эште үҙ көстәре менән атҡаралар.
Ялан батырҙары Руслан Ихсанов, Владимир Харламов, Павел Дрокин, Илдар Йосопов быйыл биш меңдән ашыу майҙанда сәсеү эштәре алып барған. Өс ауылдан 75 кеше мәшғүл бында, ә инде ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны бермә-бер арта. “Йәштәрҙең дә ауылды ташлап ҡалаға китмәүенә сикһеҙ шатланабыҙ, ололарға алмаш бар. Әлбиттә, хеҙмәт хаҡының ваҡытында түләнеүе, төрлө социаль яҡлауҙар ҙа ҡаралғас, премиялар бүленгәс, улар ҙур тырышлыҡ өлгөһө күрһәтә”, — ти ферма мөдире Рәшит Ишдәүләтов.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Мин бирешә торғандарҙан түгел”

“Мин бирешә торғандарҙан түгел” 14.12.2018 // Эшҡыуар

Йәш эшҡыуар Айнур Ғәзизов ошондай девиз менән йәшәй. Була бит шундай кешеләр: бер ҡараш ташлау...

Тотош уҡырға 197

Хуш еҫле ҡалас тәме

Хуш еҫле ҡалас тәме 14.12.2018 // Эшҡыуар

Хәйбулла районында ун беренсе икмәкхана асылды....

Тотош уҡырға 63

Мөһим форум ойошторолдо

Мөһим форум ойошторолдо 07.12.2018 // Эшҡыуар

Кисә Учалы ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарылды....

Тотош уҡырға 155

Ағас “ене” ҡағылған...

Ағас “ене” ҡағылған... 07.12.2018 // Эшҡыуар

Ҡырмыҫҡалы уңғандары араһында ағас менән эш итеүсе йүнсел менән танышҡас, уны сәнғәт кимәлендә...

Тотош уҡырға 121

Ах, билмәне лә билмәне!

Ах, билмәне лә билмәне! 07.12.2018 // Эшҡыуар

Эшҡыуарлыҡ нисек башлана? Нимәнелер эҙләй башлағас, ул тауарҙың юҡлығы асыҡлана. Уйсан кеше “Ә ниңә...

Тотош уҡырға 80

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер”

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер” 05.12.2018 // Эшҡыуар

Уңышҡа алты аҙым Азат Вәлиев 16 йәшендә үҙенең тәүге эшен аса, ә 19 йәшендә айлыҡ килеме миллион...

Тотош уҡырға 141

Ҡулдарының ҡото бар

Ҡулдарының ҡото бар 11.09.2018 // Эшҡыуар

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән Илгизә Лоҡманованың туҙҙан яһалған әйберҙәрен ысын...

Тотош уҡырға 174

Кейем тегә ҡыҙҙар...

Кейем тегә ҡыҙҙар... 11.09.2018 // Эшҡыуар

Туймазы ҡалаһында йәш эшҡыуар Динә Ҡәрипова, “Яңы эш башлаусы эшҡыуарға ярҙам” федераль...

Тотош уҡырға 152

“Бирешергә иҫәп юҡ”

“Бирешергә иҫәп юҡ” 04.09.2018 // Эшҡыуар

III группа инвалиды Анатолийҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Тыу­мыштан һул ҡулы...

Тотош уҡырға 153

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе 31.08.2018 // Эшҡыуар

Закон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ...

Тотош уҡырға 181

Хужаһы бар, балығы булыр

Хужаһы бар, балығы булыр 31.08.2018 // Эшҡыуар

Йүнсел ташландыҡ урынды тәртипкә килтереп ала Эйе, тәрбиә, ҡарау булған ерҙә эш тә уң була. Был...

Тотош уҡырға 161

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ баҫыуға бәйле яңы заманса һүҙ килеп сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә “фелтинг” тигән төшөнсәне йыш...

Тотош уҡырға 170