Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәйге көндөң ҡиммәте ҙур
Йәйге көндөң ҡиммәте ҙурАуыл кешеһенең иркенләп ял итергә лә ваҡыты юҡ, сөнки яҙғы баҫыу эштәре тамамланып, һабантуйҙар үтеү менән, хужалыҡтарҙа мал аҙығы әҙерләү осоро башланды. Ҡыҙыу мәл икәнен һәр кем яҡшы аңлай. Боронғолар “Йәйге көндөң ҡиммәте ҙур” тип тиккә әйтмәгән.


— Тәбиғәттең насар һәм яҡшы миҙгеле юҡ ул, уның һәр көнө ҡәҙерле. Әлбиттә, төрлө ваҡыт­тар була, әммә һәр мәленә шөкөр ҡылып, эшмәкәрлегебеҙҙе алып барабыҙ. Ауыл халҡы ла, тәбиғәт­тең көйһөҙлөгөнә ҡарамаҫтан, ҙур ихласлыҡ менән баҫыу-фермаларҙа хеҙмәт өлгөһө күрһә­тә, — ти Фрунзе исемендәге хужа­лыҡ рәйесе, Башҡортос­тандың атҡа­ҙанған ауыл хужа­лығы хеҙ­мәткәре Фәйрүз Заһретдин улы Ғәлиев.
Йәмғиәт төбәктә бөтә күрһәт­кестәр буйынса ла алдынғы­лар­ҙан һанала, бында үҫемлекселек менән бер рәттән малсылыҡ тармағы ла ныҡлы үҫешкән. Кооператив эшсәндәре ике үҫемлек­селек бригадаһына берләшкән, бына тигән оҫтахана эшләй. Матди-техник база ла бай, мәҫәлән, һуңғы өс йылда 70 миллион һум­лыҡ яңы техника һатып алғандар. “500 ферма” республика маҡ­сатлы программаһына ярашлы, һөтсөлөк фермалары заманса ҡеүәтле ҡорамалдар менән йы­һаз­ландырылған, һөт, һыу үткәр­гестәр, һыуытҡыстар урын­лаш­тырылған. Хужалыҡтың ере лә байтаҡ, бөгөн ауыл хеҙмәт­сәндәре биш мең гектарға яҡын майҙанда эшмәкәрлек алып бара. Яҙ уларҙың тырышлығы менән баҫыуҙарҙа иген культуралары, арыш, арпа, һоло, кукуруз, сорга, донник сәселгән. Ишле малға етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләү өсөн күп йыллыҡ үлән­дәргә лә майҙан бүленгән. Әйт­кән­дәй, ужым культуралары яҡшы ҡышлаған, белгестәр билдә­ләүенсә, уны ҡабаттан сәсеү талап ителмәй. Әле минераль ашлама менән туйын­дырылған баҫыуҙар шифалы ямғырҙарҙан һуң күпереп үҫә.
— Бөгөн бар көс мал аҙығы хәс­тәрләүгә йүнәлтелгән, һәр ерҙә был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып барыла. Баҫыуҙар ҙа, ялан-туғай­ҙар ҙа һутлы үләне менән ҡыуан­дыра, иренмәй сабып ҡына ал, — ти хужалыҡ рәйесе Фәйрүз Ғәлиев. — Шөкөр, техника һынат­май, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ, был тәң­гәлдә тотҡарлыҡтар күҙәтел­мәй.
Йәйге көндөң ҡиммәте ҙурӘле йәмғиәт хеҙмәтсәндәре 50 гектарҙа кәзә үләне, шунса май­ҙанда люцерна саба. Меха­низаторҙар йылына күрә яҫма­ларҙың ҡалын булыуына ҡыуана. Кипкән бесән баҫыуҙа оҙаҡ ятмай, ҡеүәтле техника ярҙамында төргәктәргә төрөлөп, хужалыҡ ихатаһына ташыла.
Мал һаны ишле. Бында 1500 баш симменталь тоҡомло һыйыр аҫрала, шуның 500-ҙән ашыуын һауалар. Етәкселек йыл һайын көтөүҙе яңы тоҡомло таналар менән тулыландыра. Былтыр, мәҫәлән, Саҡмағош районынан 65 тана һатып алғандар. Был тәңгәлдә эшмәкәрлек туҡтамай, көтөүҙе яңыртыу өсөн аҡса йәлләмәйҙәр. Көн һайын Бәләбәй һөт комбинатына биш тонна аҡ оҙаталар. Һатыуҙан килгән табыш иҫәбенә хеҙмәт хаҡы түләнә, ваҡ ремонт эштәре башҡарыла.
Бөгөн хужалыҡта 64 кеше эш менән мәшғүл, ҡыҙыу осорҙа иһә уларҙың һаны күпкә арта. Белем­ле кадрҙарға, йәштәргә ҡыт­лыҡ юҡ, кооперативҡа эш һорап мө­рә­жәғәт итеүселәр күп. “Улар­ҙың һәр береһенең үтенесен ҡә­нә­ғәтләндерергә тырышабыҙ. Се­бер­ҙән ҡайтыусылар ҙа юҡ тү­гел”, — ти Фәйрүз Заһретдин улы.
Халыҡты хеҙмәт хаҡының юға­ры булыуы һәм ваҡытында түлә­неүе, эш һөҙөмтәләренә ҡарап премиялар бирелеүе лә йәлеп итә.
Етәкселек Ринат Сәйфуллин, Алексей Русаков, Муса Сабитов, Наил Ҡантимеров, Михаил Фадеев, Татьяна Манзурова, Миңзә­лә Әһлиуллина, Фәрит Фәйзул­лин, Ҡадир Хамматов һәм башҡа­ларҙың эшенән ҡәнәғәт булыуын билдәләп, “ошондай уңғандар булғанда, беҙгә бер ниндәй ҙә ел-ямғыр ҡурҡыныс түгел”, тип белдерҙе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Мин бирешә торғандарҙан түгел”

“Мин бирешә торғандарҙан түгел” 14.12.2018 // Эшҡыуар

Йәш эшҡыуар Айнур Ғәзизов ошондай девиз менән йәшәй. Була бит шундай кешеләр: бер ҡараш ташлау...

Тотош уҡырға 190

Хуш еҫле ҡалас тәме

Хуш еҫле ҡалас тәме 14.12.2018 // Эшҡыуар

Хәйбулла районында ун беренсе икмәкхана асылды....

Тотош уҡырға 60

Мөһим форум ойошторолдо

Мөһим форум ойошторолдо 07.12.2018 // Эшҡыуар

Кисә Учалы ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарылды....

Тотош уҡырға 154

Ағас “ене” ҡағылған...

Ағас “ене” ҡағылған... 07.12.2018 // Эшҡыуар

Ҡырмыҫҡалы уңғандары араһында ағас менән эш итеүсе йүнсел менән танышҡас, уны сәнғәт кимәлендә...

Тотош уҡырға 118

Ах, билмәне лә билмәне!

Ах, билмәне лә билмәне! 07.12.2018 // Эшҡыуар

Эшҡыуарлыҡ нисек башлана? Нимәнелер эҙләй башлағас, ул тауарҙың юҡлығы асыҡлана. Уйсан кеше “Ә ниңә...

Тотош уҡырға 78

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер”

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер” 05.12.2018 // Эшҡыуар

Уңышҡа алты аҙым Азат Вәлиев 16 йәшендә үҙенең тәүге эшен аса, ә 19 йәшендә айлыҡ килеме миллион...

Тотош уҡырға 140

Ҡулдарының ҡото бар

Ҡулдарының ҡото бар 11.09.2018 // Эшҡыуар

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән Илгизә Лоҡманованың туҙҙан яһалған әйберҙәрен ысын...

Тотош уҡырға 172

Кейем тегә ҡыҙҙар...

Кейем тегә ҡыҙҙар... 11.09.2018 // Эшҡыуар

Туймазы ҡалаһында йәш эшҡыуар Динә Ҡәрипова, “Яңы эш башлаусы эшҡыуарға ярҙам” федераль...

Тотош уҡырға 151

“Бирешергә иҫәп юҡ”

“Бирешергә иҫәп юҡ” 04.09.2018 // Эшҡыуар

III группа инвалиды Анатолийҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Тыу­мыштан һул ҡулы...

Тотош уҡырға 152

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе 31.08.2018 // Эшҡыуар

Закон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ...

Тотош уҡырға 180

Хужаһы бар, балығы булыр

Хужаһы бар, балығы булыр 31.08.2018 // Эшҡыуар

Йүнсел ташландыҡ урынды тәртипкә килтереп ала Эйе, тәрбиә, ҡарау булған ерҙә эш тә уң була. Был...

Тотош уҡырға 159

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ баҫыуға бәйле яңы заманса һүҙ килеп сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә “фелтинг” тигән төшөнсәне йыш...

Тотош уҡырға 170