Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
Баҙар шарттарында кеше үҙ шөғөлөн асыуҙы хуп күрә

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләйШәхси эшҡыуар... Бәләкәй предприятие... Элегерәк сәйерһенеп ҡараған был һүҙбәйләнеш бөгөнгө тормошта ҡәҙимге, ғәҙәти күренешкә әүерелә бара. Йүнселлек өлкәһе, ҡатмарлығы бер аҙ хәүефкә һалһа ла, табышлы тармаҡ. Әлбиттә, үҙеңә эшләү отошлораҡ. Әллә кемгә бил бөгөп, түҙемһеҙләнеп эш хаҡын көтөү, уны алғас та күләме ҡәнәғәтләнерлек булмауы берәүгә лә ҡыуаныс килтермәй, шуға күрә лә күптәрҙең үҙ эшен асырға теләүе тәбиғи. Теләк теләк менән, әммә эште нимәнән башларға һуң? Ошо билдәһеҙлек әҙәм балаһын өркөтә лә инде. Һөҙөмтәлә уй-хыялдар һүҙҙә генә ҡала.
Әлбиттә, интернет киңлегендә шәхси предприятие асыуҙы аҙымлап аңлатҡан ҡулланмалар бар. Тик рәсми, ҡоро күрһәтмәләр генә кешене ҡәнәғәтләндермәй, уға төплөрәк, тормошсаныраҡ белем кәрәк.



Тотош бер дәүер буйы беҙҙең ил халҡының кәсеп итеүен, үҙ-үҙенә эшләүен төбө-тамырынан ҡоротоу эше алып барылды. Тере робот кеүек, әҙер хеҙмәт урынына барҙың, ойошма йә предприятие ашханаһында туҡландың, эш сәғәте бөтөү менән ятаҡҡа йә фатирыңа ҡайттың, айлыҡ матди дәртләндереүҙе алдың, ваҡытында ял йортона йә шифаханаға киттең, балаңды пионер лагерына ебәрҙең... Тәүҙә коллективлаштырыуға ҡаршылашып маташҡан кешеләр, “кулак” мөһөрө тағылып, Себер һөрөлдө. Артабан төрлө кәсепкә оҫталар дөйөм хужалыҡ эшмәкәрлегенән буш ваҡытында ғына юнды, бәйләне, үҫтерҙе...
Әммә кеше – тыумышы менән индивидуаль йән эйәһе. Бер кем дә берәүгә лә оҡшамаған, оҡшарға ла теләмәй. Һәр кем үҙенең шәхсиәте менән үҙенсәлекле. Ул тормошон да үҙе теләгәнсә ҡороп, үҙенсә эшләргә, йәшәргә теләй. Ата-бабаларынан ҡалған рух саҡырыуына ла тартыла, улар кәсеп иткән шөғөлдәрҙе тергеҙә.
Сит илдәрҙә һәр ғаиләнең тиерлек ғаилә бизнесы бар. Атаһы ювелир икән, балаһы ла, ейәне лә ошо эште дауам итергә мөмкин. Эш яйға һалынған, байлыҡты арттырырға ғына ҡала. Ә беҙҙә шәхси эшҡыуарҙарҙың икенсе быуыны ғына үҫеп етте әле. Уларға күпме өйрәнәһе, тәжрибә туплайһы...
Һүҙҙән ситкәрәк киттек шикелле. Эште нимәнән башларға һуң? Дәүләт теркәүе кеүек рәсми ғәмәлдәрҙе күҙ уңында тотмайым. Ҡағыҙға килеп теркәлһәң, теләйһеңме-теләмәйһеңме, уныһын башҡараһың инде. Ә бына дөрөҫ юлды, йүнәлеште һайлау серҙәренә төшөнөү өсөн үҙеңә тырышырға тура килер. Бизнесты асыу ауыр түгел, уны уңышлы алып барыу, булдырғанды юҡҡа сығармау, ҡаты баҙар шарттарында бөлмәү ҙурыраҡ яуаплылыҡ, тырышлыҡ талап итә.
Был юҫыҡта беҙҙең ерлектә иң отошло өлкәләр булып сауҙа һәм халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү, ҙур булмаған етештереү сығанағы булыу, фермерлыҡ тора. Әйтәйек, шәхси эшҡыуар булып теркәлдең дә, ти. Артабан нимәләргә айырыуса иғтибар итергә һуң?
1. Иң беренсе, дөрөҫ һалым һалыу системаһын һайларға.
Әгәр ҙә теркәү мәлендә ябайлаш­тырылған һалым һалыу системаһына күсеү хаҡында теләк белдермәһәгеҙ, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һалым түләү тәртибен асыҡлағыҙ. Улар бер нисәү, әммә берәүһе ауыл хужалығы етеште­реүселәре өсөн генә тәғәйенләнгән. Был – бухгалтерҙар темаһы, шуға күрә ошо өлкәлә таныш белгес менән кәңәшләшеү һәйбәтерәк.
Бының ниндәй отошло яғы бармы? Махсус (ташламалы) һалым режимы ҡаҙнаға түләмдәрҙе мөмкин тиклем кәметергә булышлыҡ итә. Ләкин был һайлауҙы үҙаллы башҡармаһағыҙ, һеҙҙе берәү ҙә өгөтләп маташмаясаҡ. Һәм дөйөм система буйынса эшләйәсәкһегеҙ. Отчет мәле сиктәре тураһында ла оноторға ярамай, сөнки һалым органы шунда уҡ шәхси эшҡыуарҙың банк иҫәбен ябасаҡ. Отчетты ваҡытында биреү зарурлығының тағы бер сәбәбе – илдең Пенсия фондынан 154852 һум күләмендә түләм талап итеү иҫкәрмәһе алыу ихтималы бар. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙең килем тураһында тейешле органға еткер­мәгәнһегеҙ икән, тимәк, табышығыҙ иҫ китмәле ҙур. Һөҙөмтәлә иғәнәне лә максималь күләмдә түләйәсәкһегеҙ (8 хеҙмәт хаҡына түләүҙең минимумы х 26 процент х 12). Был штраф түгел, аҡса пенсияғыҙ иҫәбенә һалынасаҡ һәм хаҡлы ялға киткәндә уны билдәләгәндә иҫәпкә алынасаҡ. Әммә беҙҙә туҡтауһыҙ барған реформалар һөҙөмтәләренең нимәгә килтерере билдәһеҙ саҡта был да хәүефләндерә. Тимәк, үҙеңә һаҡ һәм уяу булырға кәрәк.
2. Һалым каникулдарынан файҙала­нырға.
Әгәр ҙә һалым каникулдары тура­һындағы төбәк законын ҡабул иткәндән һуң беренсегә теркәләһегеҙ икән, “нуль” күләмдәге һалым ставкаһына дәғүә итә алаһығыҙ. Был осраҡта һалым иғәнәһен иң күбе ике йыл түләмәҫкә мөмкин. Эшмәкәрлектең һалымдан азат ителгән төрҙәрен һәр төбәк үҙе билдәләй. Мәҫәлән, Мәскәүҙә ғилми тикшеренеү-уйлап табыуҙар менән шөғөлләнгәндәргә генә бындай ташлама бар.
3. Страховка иғәнәләрен белергә һәм түләргә.
Страховка иғәнәләре – эшҡыуар үҙе өсөн Пенсия фондына һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы фондына күсерергә тейешле түләмдәр. Хәҙер был эш менән дә Федераль һалым хеҙмәте шөғөлләнә, сөнки фондтар үҙҙәре бурысты еренә еткереп үтәй алмай. Иғәнәләрҙең минималь суммаһы йыл да үҙгәреп тора. Уларҙы шәхси эшҡыуар булып теркәлгән осорҙа тулыһынса түләп барырға кәрәк. “Мин бит эшмәкәрлекте алып бармайым”, “ниндәй табыш булһын, тик зыянға эшләйем”, “мин инде хаҡлы ялдамын” тигән аҡланыуҙар иҫәпкә алынмай. Йүнсел армия сафына саҡырылһа, йәш ярымға тиклем сабый тәрбиәләһә, 1-се төркөм инвалидын, 80 йәштән өлкәнерәк ҡарттарҙы ҡараһа ғына, страховка иғәнәләрен түләүҙән азат ителә. Әммә был осраҡтарҙа ла иң тәүҙә быны раҫлаған документтарҙы тапшырырға кәрәк буласаҡ.
Шуға күрә кәрәге тейер әле тип кенә шәхси предприятие асырға ярамай. Эш бармаған хәлдә иҫәптән төшөү яҡшыраҡ. Ҡабаттан теркәлеүгә тыйыу юҡ. Иҫтә тотоғоҙ: бизнесығыҙ ябылһа ла, иғәнәләрҙе түләргә тура киләсәк. Етмәһә, түләнмәгән сумманың 20 – 40 проценты күләмендә штраф һәм пеня өҫтәләсәк. Тимәк, бөтәһен дә закон нигеҙендә, ваҡытында башҡарыу мотлаҡ.
4. Эшмәкәрлекте башлау тура­һында белдереү.
Мәҫәлән, компьютер һәм элемтә ҡорамалдарын ремонтлау буйынса хеҙмәт күрһәтергә йыйындығыҙ, ти. Эште башлар алдынан иң беренсе “Роспотребнадзор”ҙың урындағы бүлексәһенә ошо турала хәбәр итергә кәрәк. Был ведомствоның тикшереүҙәр планына индереү өсөн кәрәк. Тәүге өс йылда тикшереү тыйылған тиһәләр ҙә, әгәр клиентығыҙ күрһәтелгән хеҙмәт сифатына зарланһа, пландан тыш та тикшереү буласаҡ.
Бындай белдереү бирелмәһә, һеҙгә өс меңдән алып биш мең һумғаса штраф сәпәйәсәктәр. Теркәлгән саҡта белдереү биреү мотлаҡ түгел, быны реаль эшмәкәрлекте башлар алдынан ғына башҡарырға була.
5. Иҫәп-хисап счеты асыу.
Әгәр ҙә клиенттар ҡулаҡса менән иҫәпләшкән ябай кешеләр булһа, башҡа предприятиелар һәм ойошмалар менән һәр береһенә 100 мең һумдан ашмаған суммаға килешеүҙәр төҙөһәгеҙ, быны счетһыҙ, үҙеңдең шәхси иҫәбеңде файҙаланып ҡына ла эшләргә мөмкин. Әммә был бөтә килешеү срогына ҡағыла. Һөҙөмтәлә “йөҙ меңлек” сиге барыбер үтелә, тимәк, иҫәпләшеү банк аша башҡарылырға тейеш. Өҫтәүенә лимит ҡағиҙәһен боҙған өсөн дүрт-биш мең һум күләмендә штраф һалыныуы бар. Етмәһә, хәҙер банктар граждандарҙың иҫәптә­рендә башҡарылған хәрәкәттәрҙе ҡаты күҙәтеүгә алды. Һеҙҙең иҫәп аша даими үткән ҙур сумма уларҙың хәүефһеҙлек хеҙмәтен һағайтыу ихтималы бар. Хатта операцияларҙы туҡтатырға мөмкиндәр. Бер айлыҡ мең һум тирәһе банк хеҙмәтләндереүе сығымын экономиялайым тип бындай хәүефкә барырғамы-юҡмы?..
6. Страховкалаусы рәүешендә теркәлергә.
Әгәр һеҙ ялланма эшсе тотаһығыҙ йә башҡалар хеҙмәтенән файҙаланаһығыҙ икән, ваҡытында страховкалаусы сифатында теркәлеү мотлаҡ. Эшсе менән килешеү төрөнөң әһәмиәте юҡ бында. Хатта ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа килешеү төҙөһәгеҙ ҙә, страховкалаусы булаһығыҙ. Йәғни ялланған кешегә хеҙмәт хаҡы түләүҙән башҡа уның өсөн барлыҡ иғәнәләрҙе тейешле органдарға күсерергә, отчет бирергә тейешһегеҙ. Ул – бик ҡатмарлы һәм сетерекле эш, әммә шунһыҙ булмай.
Килешеү төҙөлгәндән һуң 30 көн эсендә страховкалаусы сифатында теркәү үтмәһәң, 5 – 20 мең һум күләмендә штраф һаласаҡтар.
7. Эшмәкәрлегегеҙҙә мотлаҡ тип һаналһа, лицензия алырға.
Лицензия – айырым бер төр эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүгә рөхсәт. Унһыҙ йәки уның шарттарын боҙоп эш иткән осраҡта өс-биш мең һум ҙурлығында административ штраф түләттереүҙәре, етештерелгән тауарҙы, хеҙмәт ҡорамалдарын һәм сеймалды тартып алыуҙары ихтимал. Әгәр бындай эшмәкәрлек арҡаһында ҙур зыян килтерелһә, енәйәт эше асыуҙары ла бар.
Шәхси предприятие менән нимәләр ҡылырға ярамай? Уны бизнес булараҡ һатырға ярамай. Эшҡыуар мөлкәтен, ҡалған тауарҙы, сеймалды айырым-айырым баҙарға сығара ала, әлбиттә. Ә бына һатып алыусы эш алып барам тиһә, үҙе теркәү үтергә тейеш, лицен­зия­ларҙың, рөхсәт ҡағыҙҙарының, килешеү­ҙәрҙең бөтәһен дә үҙ исеменә күсерергә тейеш. Был бик мәшәҡәтле.
Шәхси предприятиеның исемен үҙгәр­теү тыйыла. Эшҡыуарҙың паспорт мәғлүмәттәре үҙгәргәндә генә, мәҫәлән, никахҡа ингәндә фамилияны алмаштыр­ғанда, был ғәмәл рөхсәт ителә.
Бер юлы ике шәхси предприятие теркәтеп булмай. Йүнселде һалым түләүсенең шәхси номеры буйынса теркәйҙәр, ә ул ғүмерлеккә һәм берәү генә. Әгәр төрлө йүнәлештәге бер нисә бизнес алып барырға уйлаһағыҙ, компания итеп теркәтәһегеҙ инде.
Шәхси предприятиены кемгәлер тапшырыу һәм ҡуртымға алыу мөмкин түгел. Паспорт йә хеҙмәт кенәгәһен кемгәлер бирергә ярамаған кеүек үк. Интернетта ундай тәҡдимдәр осрай, әлбиттә. Йәнәһе, барыһы ла закон нигеҙендә: теркәү тураһындағы таныҡлыҡты йә уның күсермәһен күрһәтәсәктәр, ышаныс ҡағыҙы яҙып бирәсәктәр, хатта берлектәге эшмәкәрлек хаҡында килешеү төҙө­йәсәктәр. Ә бындай килешеүҙе шәхси эшҡыуар түгел, коммерция ойошмалары ғына төҙөй ала. Тимәк, уның юридик көсө булмаясаҡ. Һеҙҙең табышығыҙ ҙа бизнесты “арендаға биргән” кешегә китеп торасаҡ. Был хәлдә суд юлын тапарға ғына ҡала.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Мин бирешә торғандарҙан түгел”

“Мин бирешә торғандарҙан түгел” 14.12.2018 // Эшҡыуар

Йәш эшҡыуар Айнур Ғәзизов ошондай девиз менән йәшәй. Була бит шундай кешеләр: бер ҡараш ташлау...

Тотош уҡырға 190

Хуш еҫле ҡалас тәме

Хуш еҫле ҡалас тәме 14.12.2018 // Эшҡыуар

Хәйбулла районында ун беренсе икмәкхана асылды....

Тотош уҡырға 60

Мөһим форум ойошторолдо

Мөһим форум ойошторолдо 07.12.2018 // Эшҡыуар

Кисә Учалы ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарылды....

Тотош уҡырға 154

Ағас “ене” ҡағылған...

Ағас “ене” ҡағылған... 07.12.2018 // Эшҡыуар

Ҡырмыҫҡалы уңғандары араһында ағас менән эш итеүсе йүнсел менән танышҡас, уны сәнғәт кимәлендә...

Тотош уҡырға 118

Ах, билмәне лә билмәне!

Ах, билмәне лә билмәне! 07.12.2018 // Эшҡыуар

Эшҡыуарлыҡ нисек башлана? Нимәнелер эҙләй башлағас, ул тауарҙың юҡлығы асыҡлана. Уйсан кеше “Ә ниңә...

Тотош уҡырға 78

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер”

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер” 05.12.2018 // Эшҡыуар

Уңышҡа алты аҙым Азат Вәлиев 16 йәшендә үҙенең тәүге эшен аса, ә 19 йәшендә айлыҡ килеме миллион...

Тотош уҡырға 140

Ҡулдарының ҡото бар

Ҡулдарының ҡото бар 11.09.2018 // Эшҡыуар

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән Илгизә Лоҡманованың туҙҙан яһалған әйберҙәрен ысын...

Тотош уҡырға 172

Кейем тегә ҡыҙҙар...

Кейем тегә ҡыҙҙар... 11.09.2018 // Эшҡыуар

Туймазы ҡалаһында йәш эшҡыуар Динә Ҡәрипова, “Яңы эш башлаусы эшҡыуарға ярҙам” федераль...

Тотош уҡырға 151

“Бирешергә иҫәп юҡ”

“Бирешергә иҫәп юҡ” 04.09.2018 // Эшҡыуар

III группа инвалиды Анатолийҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Тыу­мыштан һул ҡулы...

Тотош уҡырға 152

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе 31.08.2018 // Эшҡыуар

Закон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ...

Тотош уҡырға 180

Хужаһы бар, балығы булыр

Хужаһы бар, балығы булыр 31.08.2018 // Эшҡыуар

Йүнсел ташландыҡ урынды тәртипкә килтереп ала Эйе, тәрбиә, ҡарау булған ерҙә эш тә уң була. Был...

Тотош уҡырға 159

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ баҫыуға бәйле яңы заманса һүҙ килеп сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә “фелтинг” тигән төшөнсәне йыш...

Тотош уҡырға 170