Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылды туйҙырырлыҡ мәл
Йылды туйҙырырлыҡ мәл“Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра”, ти халыҡ. Ысынлап та, малды оҙон ҡыш буйы туҡ аҫрау һәм мулыраҡ продукция алыу өсөн йәйҙең бер көнө генә түгел, бәлки, бер сәғәте лә ҡәҙерле мәл бөгөн. Тап шуға ла был көндәрҙә болондарҙа хеҙмәт сәме гөрләй.

Әлшәй районы хужалыҡтарында ла бындай минуттарҙың ҡәҙерен белергә тырышалар. Йәй мул ямғырҙары менән үтә ҡыуандырмаһа ла, ер эшсәндәренең кәйефе көр. Барлыҡ мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға ынтыла район уңғандары. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Флүр Солтанов төбәктә һыйыр малы, йылҡы­ларҙың артыуы хаҡында ҡыуанып һөйләй. Хатта 500 баш бейә тотоп, яҡын-тирәләге ҡалаларҙы, шифаха­наларҙы ҡымыҙ менән тәьмин иткән шәхси эшҡыуарҙар ҙа бар.
Күп төбәктәрҙә шифалы эсемлекте йәй миҙгелендә генә етештерһәләр, бында йыл әйләнәһенә бейә һауалар икән. Әлбиттә, үҫтергән малыңдың һөҙөмтәһен, табышын күрергә теләһәң, ваҡытында сифатлы мал аҙығы хәстәрләүгә лә етди ҡарарға кәрәк. “Һыйырҙың һөтө телендә”, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.
Беҙ барғанда, “Раевка” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Иҫке Аҡҡолай ауылы янында силос әҙерләү ҡыҙыу бара ине. Ете “КамАЗ” машинаһы соҡорға үлән ташый, ә ике “К-701” тракторы уларҙы тығыҙ­лай. Бер нисә егет ара-тирә силос өҫтөнә тоҙ һибеп ала.
— Әҙерләнгән аҙыҡ туңмаһын өсөн шулай эшләйҙәр, – тип аңлата бының серен Флүр Солтанов. – Силос һөт өсөн дә, ит өсөн дә файҙалы, бесән­дән ҡалышмай, унда протеин күп.
Хужалыҡтың зоотехнигы Инна Рожова егеттәрҙең эшенән ҡәнәғәт. Водителдәр үҙ вазифаһына намыҫлы ҡарай.
Йәмғиәттең 20 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеүлек ере бар. Быйыл төп көс бесән әҙерләүгә йүнәлтелә. Етерлек күләмдә донник, люцерна, кәзә үләне, эспарцет кеүек үлән культуралары биләй. 900 гектар майҙанды кукуруз тәшкил итә. 2500 баш һыйыр малының 900-ө — һауын һыйыры. Район төрлө яҡтан ҡалаларға яҡын урынлашҡанлыҡтан, һөттө тапшырыу проблемаһы юҡ. Тик бына аҡҡа хаҡтың төшөүе генә кәйефте ҡыра.

Әлшәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 107

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 300

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 400

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 158

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 135

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 422

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 607

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 607

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 434

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 397