Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡулдан балта төштө”
“Ҡулдан балта төштө”Йәрмөхәмәт ауылында өс йәше лә тулмаған баланың күҙ менән ҡаш араһында юҡ булыуы тотош төбәкте аяҡҡа баҫтырҙы. Был хаҡта яҙғайныҡ инде. Ошо ҡурҡыныс хәбәр ишетелгән тәүге минуттан алып Илсиәне эҙләүгә һәм, иң мөһиме, уны табыуға ҙур өлөш индергән Ҡадир Ишҡыуатов менән осраштыҡ.

– Баланың ике ҡулын ҡо­лаҡтары тирәһенә ҡуйып күр­һәтеүенә тәүҙә аптырағайныҡ, – тип башланы һүҙен Ҡадир Айса улы. – Баҡтиһәң, шулай итеп илектәрҙе осратыуын аңлатмаҡсы икән. Ә улар беҙҙең яҡта бар. Хәҙер бары­һын да күҙ алдына килтерәм дә, урман йәнлектәренең – әҙәм балаларына теләктәш, ә бала хәтеренең шәп булыуына ғәжәпләнәм. Яланға килеп сыҡҡанда, илектәр беҙгә оҙаҡ ҡарап торҙо ла урманға ҡарай йән-фарман һыпыртты, беҙ — улар артынан... һәм Илсиәгә барып юлыҡтыҡ.
Һүҙем – фермер Ҡадир Ишҡыуатов тураһында. Ул урман эше менән генә булышһа ла, тотош ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Ҡайҙа нимә алып килергә, ҡайһы урынды рәтләргә, тигәндәй. Әйтәйек, һабантуй йәки бүтән берәй байрам булһынмы, ауылды төҙөк­ләндереү тиһеңме, барыһы-барыһы ла уның ише егәрле ир-уҙамандарҙың иңен­дә.
Ғәҙәттә, тыйнаҡтар кәпә­ре­неп бармай. Беҙгә урыҡ-һурыҡ ишетелеп ҡалыуынса, ул бөгөн тағы ла сираттағы изге маҡсат менән яна икән. Ниндәй ниәт тип уйлайһығыҙ? Ауыл урта­һын­да балалар майҙан­сығы төҙөүгә тотонмаҡ­сы Ҡадир Ишҡыуатов.
Майҙансыҡ ҡаланыҡынан һис кенә лә кәм булмаясаҡ. Йәш-елкенсәк яратҡан карусель һәм эйгес эшләнәсәк, кескәйҙәр өсөн бәүелсәк һәм, әлбиттә, тур­ник ҡуйыу күҙ уңында тотола.
Ҡадир Айса улы белдереүен­сә, урман эше, ағас әҙерләү мәшәҡәттәре уға бәләкәйҙән таныш. Мәҫәлән, бура бурау, таҡта ярыу, транса бысыу, утын әҙерләү ауырлыҡ менән башҡарылмай. Бер һыҙғырыуы етә, шунда уҡ уға ярҙамға Нур Рашев, Морат Ғәббәсов һәм Илдар Ишҡыуатов килеп етә. Унан инде эштәр айырыуса ырамлы бара.
Танышымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә эшенең дә уң барыуы ғаиләһенә тығыҙ бәйләнгән. Кәләше — уҡытыусы Рәхилә Рәфҡәт ҡыҙының кәңәш­тәрен һәр саҡ тота, ғөмүмән, бергәләшеп эш иткәндә ҡар­шылыҡтарҙың һирәк осрауына инанған. Балаларының барыһы ла — мәктәп уҡыусылары. Гөлсөм, Рәғиҙә һәм Заһир атай­ҙары менән урманға барырға атлығып тора.
Төпсөгөнә төртөп күрһәтеп, “ҡулдан балта төштө инде”, ти ул. Атай кеше өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән?! Эйе, тормош үҙ ағышы менән бара, алмаш үҫеп килә, данлы Ишҡыуатовтарҙың нәҫелен дауам итеүсе бар.

Баймаҡ районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мөһим форум ойошторолдо

Мөһим форум ойошторолдо 07.12.2018 // Эшҡыуар

Кисә Учалы ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарылды....

Тотош уҡырға 139

Ағас “ене” ҡағылған...

Ағас “ене” ҡағылған... 07.12.2018 // Эшҡыуар

Ҡырмыҫҡалы уңғандары араһында ағас менән эш итеүсе йүнсел менән танышҡас, уны сәнғәт кимәлендә...

Тотош уҡырға 97

Ах, билмәне лә билмәне!

Ах, билмәне лә билмәне! 07.12.2018 // Эшҡыуар

Эшҡыуарлыҡ нисек башлана? Нимәнелер эҙләй башлағас, ул тауарҙың юҡлығы асыҡлана. Уйсан кеше “Ә ниңә...

Тотош уҡырға 62

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер”

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер” 05.12.2018 // Эшҡыуар

Уңышҡа алты аҙым Азат Вәлиев 16 йәшендә үҙенең тәүге эшен аса, ә 19 йәшендә айлыҡ килеме миллион...

Тотош уҡырға 113

Ҡулдарының ҡото бар

Ҡулдарының ҡото бар 11.09.2018 // Эшҡыуар

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән Илгизә Лоҡманованың туҙҙан яһалған әйберҙәрен ысын...

Тотош уҡырға 171

Кейем тегә ҡыҙҙар...

Кейем тегә ҡыҙҙар... 11.09.2018 // Эшҡыуар

Туймазы ҡалаһында йәш эшҡыуар Динә Ҡәрипова, “Яңы эш башлаусы эшҡыуарға ярҙам” федераль...

Тотош уҡырға 146

“Бирешергә иҫәп юҡ”

“Бирешергә иҫәп юҡ” 04.09.2018 // Эшҡыуар

III группа инвалиды Анатолийҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Тыу­мыштан һул ҡулы...

Тотош уҡырға 150

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе 31.08.2018 // Эшҡыуар

Закон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ...

Тотош уҡырға 173

Хужаһы бар, балығы булыр

Хужаһы бар, балығы булыр 31.08.2018 // Эшҡыуар

Йүнсел ташландыҡ урынды тәртипкә килтереп ала Эйе, тәрбиә, ҡарау булған ерҙә эш тә уң була. Был...

Тотош уҡырға 154

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ баҫыуға бәйле яңы заманса һүҙ килеп сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә “фелтинг” тигән төшөнсәне йыш...

Тотош уҡырға 166

Боронғо шөғөл тергеҙелә

Боронғо шөғөл тергеҙелә 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ – башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланылған ғәҙәти материал. Уның төп тәғәйенләнеше – тирмә...

Тотош уҡырға 171

Ысын оҫталар булғанда...

Ысын оҫталар булғанда... 22.08.2018 // Эшҡыуар

Ишембай нефть техникумын тамамлап, 1979 йылда көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү идаралығына ҡыйыуһыҙ ғына...

Тотош уҡырға 194