Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөк бергәләп тартҡанда ғына еңел
Йөк бергәләп тартҡанда ғына еңелЯңы Яппар ауылында бик егәрле, уңған халыҡ көн итә. Улар, береһенән-береһе уҙҙырып, матур йорттар һала, ихаталарын төҙөкләндерә. Беҙ ауыл осондағы зауыҡ менән биҙәлгән, урамдан уҡ иғтибарҙы үҙенә тартып торған таш йорт янында туҡталдыҡ. Бында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермер Рөстәм Сәлимгәрәев йәшәй икән.

Йүнселдең хужалығында 70 баш йылҡы бар. Әлеге мәлдә 20 бейәне һауып, ҡымыҙ бешәләр. Етештергән эсемлекте быяла ше­шә­ләргә ҡойоп, Дәүләкән, Әлшәй, Шишмә райондарындағы, Өфө ҡалаһындағы сауҙа урындарына һатыуға сығаралар. Уларҙың эше ҡышын да туҡтамай, сөнки ҡымыҙ етеш­тереү миҙгеле үткәс, ҡаҙы әҙерләүгә тотоналар. Милли ризыҡтарға ихтыяж көслө. Эш йыл буйы өҙлөкһөҙ дауам иткәс, табыш та бар.
Әйткәндәй, Яңы Яппар ауылында халыҡ уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ үҙ хужалыҡтары иҫәбенә йәшәй башлаған. Бөгөн бында ҙур өс крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Шуларҙың береһе – Сәлимгәрәевтәрҙеке.
Хужалыҡ башлығы Рөстәм ошо ауылда тыуған. Фәрит Муллагәрәй улы менән Фәриҙә Ризван ҡыҙының ишле ғаиләһендә кинйә бала. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын ат ҡараусы булып башлай ул. Ветеринар атаһынан үрнәк алып, яһалма ҡасырыу һөнәрен дә үҙләштерә. 1999 йылда күрше Иҫке Яппар ауылы һылыуы Гөлназ менән ғаилә ҡоралар. Матур тормош хаҡында хыялланған йәштәр 2000 йылда йылҡы­сылыҡҡа тотона.
– Атайым ике ат биргәйне, йылҡыны шунан үрсетә башланыҡ. Ағайым да ярҙам итте. Бала саҡтан атай-әсәйемдең ҡымыҙ бешкәнен күреп үҫтем. Техника алғанда дәүләт ярҙамын файҙаландыҡ. Махсус программала ҡатнашып, субсидияға трактор, пресс-йыйғыс һатып алдыҡ, – ти Рөстәм Фәрит улы.
Йылҡы малы 15 башҡа еткәс, Сәлимгәрәев­тәр хужалыҡтарын рәсми теркәй. Йомарт Дәүләкән ерендә мал аҙығы әҙерләүҙә ҡыйын­лыҡтар юҡ. Етмәгәнен күрше хужалыҡтарға ярҙам итеп, эш хаҡына мал аҙығы алалар. Ҡар аҙ булған ҡышҡы миҙгелдә аттар тибенлектә йөрөй. Йәй иһә көтөү ойошторалар.
Гөлназ менән Рөстәм Сәлимгәрәевтәр өс бала тәрбиәләй. Мал ҡарауҙа 17 йәшлек улдары Салауат ярҙамлаша. Хужабикә ҡымыҙ бешергә лә, күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерергә лә өлгөрә. Ә инде ғаилә башлығы бар эштә лә уға ярҙамлаша. Эйе, йөктө бергә тартҡанда ғына еңел була. Сәлимгәрәевтәр ҙә ошо хаҡта онотмай, шуға ла улар тормош ауырлыҡ­тарына бирешмәй, дәртләнеп донъя көтә.

Дәүләкән районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡулдарының ҡото бар

Ҡулдарының ҡото бар 11.09.2018 // Эшҡыуар

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән Илгизә Лоҡманованың туҙҙан яһалған әйберҙәрен ысын...

Тотош уҡырға 66

Кейем тегә ҡыҙҙар...

Кейем тегә ҡыҙҙар... 11.09.2018 // Эшҡыуар

Туймазы ҡалаһында йәш эшҡыуар Динә Ҡәрипова, “Яңы эш башлаусы эшҡыуарға ярҙам” федераль...

Тотош уҡырға 54

“Бирешергә иҫәп юҡ”

“Бирешергә иҫәп юҡ” 04.09.2018 // Эшҡыуар

III группа инвалиды Анатолийҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Тыу­мыштан һул ҡулы...

Тотош уҡырға 64

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе 31.08.2018 // Эшҡыуар

Закон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ...

Тотош уҡырға 97

Хужаһы бар, балығы булыр

Хужаһы бар, балығы булыр 31.08.2018 // Эшҡыуар

Йүнсел ташландыҡ урынды тәртипкә килтереп ала Эйе, тәрбиә, ҡарау булған ерҙә эш тә уң була. Был...

Тотош уҡырға 68

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ баҫыуға бәйле яңы заманса һүҙ килеп сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә “фелтинг” тигән төшөнсәне йыш...

Тотош уҡырға 82

Боронғо шөғөл тергеҙелә

Боронғо шөғөл тергеҙелә 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ – башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланылған ғәҙәти материал. Уның төп тәғәйенләнеше – тирмә...

Тотош уҡырға 75

Ысын оҫталар булғанда...

Ысын оҫталар булғанда... 22.08.2018 // Эшҡыуар

Ишембай нефть техникумын тамамлап, 1979 йылда көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү идаралығына ҡыйыуһыҙ ғына...

Тотош уҡырға 118

Ергә эйелергә йыбанмаһаң...

Ергә эйелергә йыбанмаһаң... 15.08.2018 // Эшҡыуар / Анонстар

Илле дүрт сутый баҡса. Аҙмы был, күпме? Йөҙәр гектар баҫыуҙарҙа эш иткәндәргә бындай ҙурлыҡтағы...

Тотош уҡырға 211

“Был – беҙҙең ҡала”

“Был – беҙҙең ҡала” 15.08.2018 // Сәйәсәт / Эшҡыуар

Октябрьский ҡалаһындағы “НефтеМодульКомплект” фәнни-етештереү предприятиеһы был төбәктә уңышлы...

Тотош уҡырға 150

“Бал” тигәндән генә ирендәр балланмай…

“Бал” тигәндән генә ирендәр балланмай… 14.08.2018 // Эшҡыуар

Сиҡат тауы яғынан томан күтәрелә. Уны йырып бер кеше килә. Барыһы яҡын, таныш, ҡәҙерле уға: ысыҡтан...

Тотош уҡырға 102

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек 10.08.2018 // Эшҡыуар

Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе бөгөн һәр ауылда...

Тотош уҡырға 159