Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Боронғо шөғөл тергеҙелә
Боронғо шөғөл тергеҙеләКейеҙ – башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланылған ғәҙәти материал. Уның төп тәғәйенләнеше – тирмә ябыу. Кейеҙҙе иҙәнгә һәм урындыҡҡа түшәгәндәр, стенаға элгәндәр. Баш кейеме – бүрек, ҡолаҡсын, аяҡ кейеме – сарыҡ, ҡата теккәндәр. Эйәр, ҡамыт-дуға, серге яһау өсөн дә файҙаланғандар, хатта балаларға уйын өсөн туп та кейеҙҙән яһалған. Башҡорттарҙа кейеҙ үҙенә бәхет, ырыҫ, түллелек тарта тип иҫәпләнгән.

Кейеҙ баҫыу алымдарын беренселәрҙән булып ун һигеҙенсе быуатта Петербург ға­лимы, сәйәхәтсе һәм этнограф Иван Георги яҙып ҡалдыра: йөндө септә йәки тирегә таратып һалғас, ян менән теткәндәр йәки муйыл, тал сыбығы менән һуҡҡы­ла­ған­дар. Ошо рәүешле әҙерләп бөткәс, бер тигеҙ ҡалынлыҡта йәйгәндәр һәм бер нисә тапҡыр өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, төрөп бәйләгәндәр һәм тәгәрәткәндәр.
Һуңғы йылдарҙа кейеҙ баҫыу шөғөлө ныҡлап тергеҙелә башланы. Эш техно­логияһы борондан әллә ни үҙгәрмәгән. Күптән түгел Бөрйән районында “Тамға” проектын тормошҡа ашырыу маҡса­тында, нәфис кейеҙ баҫыу оҫтала­ры­ның республика симпозиумы уҙғарылды. Проект 2020 йылда Башҡортостанда уҙғарыласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына баш­ҡорт тирмә­ләрен йыһазлан­ды­рыуға йүнәлтелгән. Унда рес­публи­каның төрлө райондарынан танылған һәм шөғөлгә башлап ҡына тотонған иллегә яҡын оҫта ҡатнашты. Республика халыҡ ижа­ды үҙәге вәкилдәре етәксе­легендә проектта ҡатнашыусылар ете кейеҙ панно әҙерләне.
– Кейеҙ баҫыу шөғөлөн терге­ҙеү маҡса­тында беҙҙең үҙәк ике тиҫтә йылға яҡын “Тамға” тигән проектты тормошҡа ашыра, ошо маҡсатта йыл һайын төрлө ра­йондарға сығып, оҫталыҡ дәрес­тәре, семи­нарҙар уҙғарабыҙ, һәр күсмә сим­по­зиумдың үҙ тематика­һын да билдәләй­беҙ. Бөрйән районында сара өсөнсө тапҡыр уҙға­рыла. Әйткәндәй, иң беренсеһе лә тап бында ойошторолғайны. Быйылғы проекттың тематикаһы “Ҡурай” тип аталды. Төп маҡса­тыбыҙ сәсәндәр, йырсылар, музыка ҡоралында уйнаусылар өсөн илһам, дәрт мөхите менән һуға­рылған башҡорт тирмәһен йыһаз­ландырыу ине. Биш көн арауы­ғын­да танылған оҫталар белгән­дә­рен камиллаштырҙы, башлап ҡына был шөғөлгә тотоноусылар ҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтте.
Төрлө заман технологияларын һынап ҡараныҡ, паннолар еңел генә килеп сыҡты, бының өсөн махсус марля ҡулландыҡ. Мате­риал өсөн йөндөң нәҙеген, сифат­лыһын һайланыҡ, сөнки улар эшләгәндә йәбешмәй, һүрәттәре лә асыҡ килеп сыға.
Сентябрь айында ошо пан­ноларҙың күргәҙмәһен ойошто­рорға күҙаллайбыҙ. Тап шунда иң яҡшы тип табылған эште лә билдәләмәксебеҙ, – ти “Урал” халыҡ сән­ғәте галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова.
– Биш көн барған форумда ысын оҫталар ярҙамында, беҙҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә кейеҙ баҫыу серҙәренә төшөндө. Күптәре үҙҙәре ошо шөғөлгә башҡаларҙы өйрәтә алыу хоҡуғын биреүсе сертификатҡа ла эйә булды. Уларҙың тәжрибәһен район кимәлендә лә таратасаҡбыҙ, сөнки ата-бабаларыбыҙҙың боронғо шөғөлөн тергеҙеү киләсәк быуын өсөн дә үтә мөһим, – тине Бөрйән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡулдарының ҡото бар

Ҡулдарының ҡото бар 11.09.2018 // Эшҡыуар

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгән Илгизә Лоҡманованың туҙҙан яһалған әйберҙәрен ысын...

Тотош уҡырға 91

Кейем тегә ҡыҙҙар...

Кейем тегә ҡыҙҙар... 11.09.2018 // Эшҡыуар

Туймазы ҡалаһында йәш эшҡыуар Динә Ҡәрипова, “Яңы эш башлаусы эшҡыуарға ярҙам” федераль...

Тотош уҡырға 82

“Бирешергә иҫәп юҡ”

“Бирешергә иҫәп юҡ” 04.09.2018 // Эшҡыуар

III группа инвалиды Анатолийҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Тыу­мыштан һул ҡулы...

Тотош уҡырға 86

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе 31.08.2018 // Эшҡыуар

Закон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ...

Тотош уҡырға 123

Хужаһы бар, балығы булыр

Хужаһы бар, балығы булыр 31.08.2018 // Эшҡыуар

Йүнсел ташландыҡ урынды тәртипкә килтереп ала Эйе, тәрбиә, ҡарау булған ерҙә эш тә уң була. Был...

Тотош уҡырға 101

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес

Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бер кинәнес 24.08.2018 // Эшҡыуар

Кейеҙ баҫыуға бәйле яңы заманса һүҙ килеп сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә “фелтинг” тигән төшөнсәне йыш...

Тотош уҡырға 106

Ысын оҫталар булғанда...

Ысын оҫталар булғанда... 22.08.2018 // Эшҡыуар

Ишембай нефть техникумын тамамлап, 1979 йылда көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү идаралығына ҡыйыуһыҙ ғына...

Тотош уҡырға 132

Йөк бергәләп тартҡанда ғына еңел

Йөк бергәләп тартҡанда ғына еңел 16.08.2018 // Эшҡыуар

Яңы Яппар ауылында бик егәрле, уңған халыҡ көн итә. Улар, береһенән-береһе уҙҙырып, матур йорттар...

Тотош уҡырға 151

Ергә эйелергә йыбанмаһаң...

Ергә эйелергә йыбанмаһаң... 15.08.2018 // Эшҡыуар / Анонстар

Илле дүрт сутый баҡса. Аҙмы был, күпме? Йөҙәр гектар баҫыуҙарҙа эш иткәндәргә бындай ҙурлыҡтағы...

Тотош уҡырға 234

“Был – беҙҙең ҡала”

“Был – беҙҙең ҡала” 15.08.2018 // Сәйәсәт / Эшҡыуар

Октябрьский ҡалаһындағы “НефтеМодульКомплект” фәнни-етештереү предприятиеһы был төбәктә уңышлы...

Тотош уҡырға 175

“Бал” тигәндән генә ирендәр балланмай…

“Бал” тигәндән генә ирендәр балланмай… 14.08.2018 // Эшҡыуар

Сиҡат тауы яғынан томан күтәрелә. Уны йырып бер кеше килә. Барыһы яҡын, таныш, ҡәҙерле уға: ысыҡтан...

Тотош уҡырға 120

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек 10.08.2018 // Эшҡыуар

Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе бөгөн һәр ауылда...

Тотош уҡырға 181