Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кредитһыҙ ҙа йәшәп була

Себеш тә табыш килтерә, ҡарай белһәң...

Илдар Сәйетгәрәевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы — районда аяғында ныҡлы баҫып торған, үҫеш юлындағы хужалыҡтарҙың береһе. Элекке “Маяҡ” ауыл хужалығы кооперативы маяҡ булыуҙан туҡтап тарҡалғандан һуң, Илдар Ғәли улы 2008 йылда ошонда фермер хужалығы асырға ниәтләй.

– Эште тауыҡ үҫтереүҙән башларға булдым. Үҙемдең зоотехник белемем юҡ, ҙурыраҡ эштәргә тотонорға бер аҙ ҡурҡыта. Тәүге йылда һигеҙ мең себеш алып, яҡшы итеп үҫтереп һатҡас, икеләнеүҙәр ҙә, ауырлыҡтар ҙа онотолдо. Хәҙер инде 36 мең тауыҡ үҫтереп һатыуға өлгәштек, – ти Илдар Ғәли улы тәүге хеҙмәт аҙымдары тураһында.

Сәйетгәрәевтәргә себештәрҙе йыл аҙағында Свердловск өлкәһенән килтерәләр. Дүрт ай буйы йылы бинала аҫрайҙар. Тәүге айҙа әҙер ҡатнашма бирәләр, артабан аҙыҡты үҙҙәре әҙерләй. Дүрт айлыҡ себештәрҙе инде халыҡҡа һатырға, күмәртәләп оҙатырға була, ти фермер. Йәйен дә эш етерлек, бинаны ремонтлайһы, таҙартаһы, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйһе бар. Бер себештән 40-50 һум табыш килә, был – ҡошсолоҡта яҡшы күрһәткес.
2012 йылда һис уйламағанда “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” программаһына ингәс, Рәсәй ҡаҙнаһынан һигеҙ миллион һум аҡса алырға насип иткәс, фермер үҙенең алты миллионын да ҡушып, ауыл хужалығы техникаһы алыуға ирешә. Дәртләнеп китеп, Туланан һәр береһе 100 мең һум торған йөҙ баш тана алып ҡайта. “Комолая” тоҡомло һыйырҙарҙың күҙгә ташланған төп үҙенсәлеге – мөгөҙһөҙ булыуында. Әм­мә был “етешһеҙлекте” улар тәбиғәт шарттарына сыҙамлыҡ­тары, стресҡа, сир-сорға бирешмәүҙәре менән аҡлай. Өҫтә­үенә сифатлы, тәмле ите өсөн фермерҙар ошо тоҡомдо аҫ­рар­ға тырыша, сөнки яҡшы продукцияны һәр саҡ юғары хаҡҡа һатыу мөмкинлеген улар йәшермәй. Йәш мал тиҙ үҫә, ауырлығын йылдам арттыра.

– Быйыл иген, бесән сәсергә 160 гектар ер алдыҡ, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Илдар Ғәли улы. – Тәүҙәрәк малдарҙың төрлө сәбәптән һәләк булыуын күреп ҡайғыра инем. Хәҙер кәңәшләшер кешеләрем бар – Шишмәләге фермерҙар менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып йәшәйбеҙ. Юҡ, беҙ бер-береһенә юл бирмәҫкә тырышҡан көнсөл конкуренттар түгел. Ярҙамлашып, терәк булып эшләү яғындабыҙ.

Яңы Солтанбәктәге “Сәйетгәрәев” крәҫтиән (фермер) хужалығы бөгөн – үҙ иҫәбенә, кредитһыҙ ҙа эшләй алған көслө предприятие. Яңыраҡ Нуриман районына 50 баш тана һатып, бюджеттарын тулыландырғандар.

– Мин етәксе генә түгел, хужалыҡтың әүҙем эшсеһе лә, – ти Илдар Ғәли улы. – Малсы Рәжәп Ғәйнетдинов, тракторсы Илдус Нурлығаяновтар менән бергә крәҫтиән хеҙмәтенә бер төптән егелгәнбеҙ. Йөктө тигеҙ тартҡанда ғына эш бара.

Шул уҡ ваҡытта эшҡыуар Сәйетгәрәевтәрҙең ғаиләләре менән “Саҡмағошнефть” идаралығында эшләргә өлгөрөүен дә әйтергә кәрәк. Теләк кенә булһын. Ҡатыны Эльвира – инже­нер, ҡыҙы Рината – геолог, ә ғаилә башлығы – электр монтеры.

Дүртөйлө ир-егеттәре ҡайҙа ғына эшләһә лә, хур булмаҫ, беҙ быға сәфәр барышында ныҡлы ышандыҡ инде.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 190

Донъя беҙ аңлағандан ҡатмарлыраҡ

Донъя беҙ аңлағандан ҡатмарлыраҡ 04.01.2019 // Эшҡыуар

Илдар Ғәбитовтың “Был донъяны ирҙәр төҙөгән” тигән мәҡәләһе (2018 йыл, 7 декабрь) мине уйланырға...

Тотош уҡырға 106

Табын түрендә –  ҡышҡы бәшмәктәр

Табын түрендә – ҡышҡы бәшмәктәр 04.01.2019 // Эшҡыуар

Хәйбулла эшҡыуары аҡ көләпә үҫтерә....

Тотош уҡырға 268

“Арҡайым” йәмле һәм йәнле

“Арҡайым” йәмле һәм йәнле 28.12.2018 // Эшҡыуар

Кейемең — килбәтле, үҙең һиммәтле бул....

Тотош уҡырға 150

Уңыш символы ла,  зауыҡ билдәһе лә

Уңыш символы ла, зауыҡ билдәһе лә 28.12.2018 // Эшҡыуар

Яңы йыл алдынан яңы күҙлек һайла....

Тотош уҡырға 91

ЙЫЛ ЭШҠЫУАРЫ! Мосолман ҡыҙҙарын кейендереүсе Әминә

ЙЫЛ ЭШҠЫУАРЫ! Мосолман ҡыҙҙарын кейендереүсе Әминә 25.12.2018 // Эшҡыуар

Тәү күргәндә уны эшҡыуар тип уйламаҫһың да: тауышын күтәрмәй талғын ғына һөйләшә, башҡаларҙың...

Тотош уҡырға 310

Йүнселдәр ҙә кәңәшкә мохтаж

Йүнселдәр ҙә кәңәшкә мохтаж 21.12.2018 // Эшҡыуар

Урал аръяғы эшҡыуарҙары тәжрибә уртаҡлашты....

Тотош уҡырға 185

“Мин бирешә торғандарҙан түгел”

“Мин бирешә торғандарҙан түгел” 14.12.2018 // Эшҡыуар

Йәш эшҡыуар Айнур Ғәзизов ошондай девиз менән йәшәй. Була бит шундай кешеләр: бер ҡараш ташлау...

Тотош уҡырға 339

Хуш еҫле ҡалас тәме

Хуш еҫле ҡалас тәме 14.12.2018 // Эшҡыуар

Хәйбулла районында ун беренсе икмәкхана асылды....

Тотош уҡырға 137

Мөһим форум ойошторолдо

Мөһим форум ойошторолдо 07.12.2018 // Эшҡыуар

Кисә Учалы ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарылды....

Тотош уҡырға 215

Ағас “ене” ҡағылған...

Ағас “ене” ҡағылған... 07.12.2018 // Эшҡыуар

Ҡырмыҫҡалы уңғандары араһында ағас менән эш итеүсе йүнсел менән танышҡас, уны сәнғәт кимәлендә...

Тотош уҡырға 191

Ах, билмәне лә билмәне!

Ах, билмәне лә билмәне! 07.12.2018 // Эшҡыуар

Эшҡыуарлыҡ нисек башлана? Нимәнелер эҙләй башлағас, ул тауарҙың юҡлығы асыҡлана. Уйсан кеше “Ә ниңә...

Тотош уҡырға 157