Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя беҙ аңлағандан ҡатмарлыраҡ
Илдар Ғәбитовтың “Был донъяны ирҙәр төҙөгән” тигән мәҡәләһе (2018 йыл, 7 декабрь) мине уйланырға мәжбүр итте. Әлбиттә, һәр сағыштырыу аҡһаған кеүек, авторҙың донъяны “ирҙәр төҙөүе” тураһындағы тезисы ла ысынбарлыҡты тулыһынса сағылдырмай.

Шул уҡ Наполеондар, Сталиндар һәм башҡа шәхестәр менән бергә Екатерина II (Әбей батша), Маргарет Тетчер, Ангела Меркелдәр ҙә аталырға хоҡуҡлы бит. Шул уҡ ваҡытта “ирҙәр төҙөгән” донъяны һис кенә лә ҡатын-ҡыҙһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, сөнки бала табыу, тимәк, халыҡты һаҡлап ҡалыу, бәлки, ишәйтеү, йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҡатын-ҡыҙ хәл иткес роль уйнай.

Ә иллюстрация урынына бирелгән “Я башкирка, һуҡтым, йыҡтым, йығылдың, яттың” тигән аҡылһыҙлыҡты йәмәғәтселек иғтибарына сығарыусының башҡорт ҡатын-ҡыҙы икәнлеге раҫланмаған. Тимәк, уны уйлап сығарыусының теләһә ниндәй халыҡ вәкиле булыуы ихтимал.

Шул уҡ ваҡытта популяр автор Илдар Ғәбитовтың яҙмаларында тәрән уйға һалған, ентекле анализға ҡоролған мәғлүмәттәр байтаҡ. Ул, мәҫәлән, йәмғиәт һәм уның милли, дини составы; халыҡ һәм уның ирекле эволюцияһы; халыҡтар һәм дәүләт; ғаилә һәм дәүләт органдары кеүек күп тармаҡлы проблемаларға бүленә. Һанап үтелгәндәр рәтендә, анализ күрһәтеүенсә, иң ҙуры һәм йоғонтолоһо булып халыҡтар (был осраҡта Рәсәй халыҡтары) һәм эволюцион үҫеш проблемаһы тора, сөнки беҙ көн иткән биләмәләрҙә, Көнбайыш халыҡтары эволюцияһынан ҡырҡа айырмалы, 1917 йылдың көҙөнән һуң пролетар дәүләттең тупаҫ сәйәси эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә эволюцион үҫешкә ҙур нөктә ҡуйыла. Быуаттар дауамында эш иткән милли һәм дини традициялар менән иҫәпләшергә теләмәгән большевиктар ғаилә институтын ғәмәлдә тамырынан үҙгәртә, уның тәрән эҙемтәләре (автор тап шулар тураһында һүҙ алып бара) әле лә үҙен һиҙҙерә.

Ә бит Әҙәм балаһы, Йыһандағы башҡа тереклек заттары кеүек үк, биологик есем һәм уларҙан билдәле һәм сикләнгән дәрәжәлә аңлы эшмәкәрлек алып барыу һәләте менән генә айырыла. Тик был “аңлы эшмәкәрлек”тең файҙаһы бөгөн ни дәрәжәлә сағылыш таба? Башҡа тереклек донъяһы, быуаттар дауамында инстинкттар кимәлендә генә эш итеп, үҙен шул килеш һаҡлап ҡала алған. Мәҫәлән, йылҡы малы мең йыл әүәл нисек дүрт аяҡлы, ялбыр яллы, текә тояҡлы һәм мөгөҙһөҙ булһа, әле лә шулай. Һыйыр малы, кәзә-һарыҡ, ҡош-ҡорт хаҡында ла шуны әйтергә мөмкин. Ә бына Әҙәм балаһы тураһында бындай фекергә урын юҡ. Ул ошо дәүер эсендә ҡараш иңләмәҫ үҙгәрештәргә эйә (“дусар” тип әйтергә нигеҙ таба алманым) булып, үҙе йәшәгән мөхитте лә танымаҫлыҡ итеп үҙгәрткән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илдар Ғәбитов хаҡлы – ошо үҙгәрештәрҙең хәл иткес өлөшөн һуғыштар тәшкил итә. Бер нисә ай элек интернетта донъяла киң билдәле ете тиҫтәнән ашыу һуғыштың 75 проценты самаһы Рәсәй тарафынан башланғаны хаҡында хәбәр иттеләр. Иҫкә төшөрөп үтәйек, Мәскәү батшалығы XII – XVI быуаттарҙа ғына Болғар һәм Ҡазан ханлыҡтарына ике тиҫтәнән ашыу һөжүм яһаған. “Бөйөк” исемен күтәргән Петр батша, Балтик диңгеҙенә сығыу өсөн 21 йыл “Төньяҡ һуғышы” алып барған. Урыҫ-төрөк, урыҫ-япон, Беренсе, Икенсе донъя һуғыштарында илебеҙ “ең һыҙғанып” ҡатнашты.

Был ҡот осҡос вәхшилек, әлбиттә. Ә бит беҙ уның күҙгә ташланған, шул иҫәптән демографик эҙемтәләре хаҡында ғына беләбеҙ. Ә психологик йоғонто хаҡында һүҙ алып барырға белем етмәй. Бөйөк Ватан һуғышында еңеү хаҡына ҡыҙылармеецтарға 100 грамм “нарком паегы” эсереп һөжүмгә күтәргән комиссарҙар, күрәһең, был сараның һуңынан ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәге хаҡында уйламаған. Хәйер, 1917 йылдың октябрендә донъяла “тәүге тәжрибә” – пролетар дәүләт ҡороу идеяһы менән ҡанатланған большевиктарҙың вариҫтары ундай һәләттән мәхрүм булғандыр.

“Ирҙәүкә”ләр һәм “ҡатынша”ларҙың барлыҡҡа килеүе тап шул революцион үҫеш эҙемтәһе түгелме? Дөрөҫ, уны киң таралған күренеш, тип әйтергә урын юҡ кеүек, әммә Ер шарында цивилизациялар үҫешендәге хәүефле тенденция тип атарға, һис шикһеҙ, урын бар. Мәҫәлән, “демографик пробле­маларҙы хәл итеү” һылтауы менән Рәсәйҙә дәүләт органдарының ғаилә тормошона йылдан-йыл әүҙе­мерәк үтеп инеүе тап ошо турала һөйләй. Тыумыштан ғәрип балалар әле үк арта, уларҙы дауалау өсөн халыҡтан ярҙам һорау көндәлек хәсрәткә әүерелә, ә киләсәктә ниҙәр буласағын бер кем дә күҙаллай алмай.

Алда беҙҙе ниндәйерәк тормош көтә? Оптимистик фараз өсөн нигеҙле дәлилдәр табыу йылдан-йыл ауырлаша, сөнки Ай аҫтында бер ни ҙә мәңгелек булмаған кеүек, был цивилизацияның дә ғүмере һанаулы. Бөйөк Британияның мәрхүм физигы Стивен Хопкинс уны бер быуат менән юҡҡа ғына сикләмәгәндер.

Автор: Тимер ЮРМАТИН
Фото: podslyshanoe.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 159

Табын түрендә –  ҡышҡы бәшмәктәр

Табын түрендә – ҡышҡы бәшмәктәр 04.01.2019 // Эшҡыуар

Хәйбулла эшҡыуары аҡ көләпә үҫтерә....

Тотош уҡырға 257

“Арҡайым” йәмле һәм йәнле

“Арҡайым” йәмле һәм йәнле 28.12.2018 // Эшҡыуар

Кейемең — килбәтле, үҙең һиммәтле бул....

Тотош уҡырға 144

Уңыш символы ла,  зауыҡ билдәһе лә

Уңыш символы ла, зауыҡ билдәһе лә 28.12.2018 // Эшҡыуар

Яңы йыл алдынан яңы күҙлек һайла....

Тотош уҡырға 83

Кредитһыҙ ҙа йәшәп була

Кредитһыҙ ҙа йәшәп була 25.12.2018 // Эшҡыуар

Себеш тә табыш килтерә, ҡарай белһәң......

Тотош уҡырға 108

ЙЫЛ ЭШҠЫУАРЫ! Мосолман ҡыҙҙарын кейендереүсе Әминә

ЙЫЛ ЭШҠЫУАРЫ! Мосолман ҡыҙҙарын кейендереүсе Әминә 25.12.2018 // Эшҡыуар

Тәү күргәндә уны эшҡыуар тип уйламаҫһың да: тауышын күтәрмәй талғын ғына һөйләшә, башҡаларҙың...

Тотош уҡырға 300

Йүнселдәр ҙә кәңәшкә мохтаж

Йүнселдәр ҙә кәңәшкә мохтаж 21.12.2018 // Эшҡыуар

Урал аръяғы эшҡыуарҙары тәжрибә уртаҡлашты....

Тотош уҡырға 179

“Мин бирешә торғандарҙан түгел”

“Мин бирешә торғандарҙан түгел” 14.12.2018 // Эшҡыуар

Йәш эшҡыуар Айнур Ғәзизов ошондай девиз менән йәшәй. Була бит шундай кешеләр: бер ҡараш ташлау...

Тотош уҡырға 329

Хуш еҫле ҡалас тәме

Хуш еҫле ҡалас тәме 14.12.2018 // Эшҡыуар

Хәйбулла районында ун беренсе икмәкхана асылды....

Тотош уҡырға 135

Мөһим форум ойошторолдо

Мөһим форум ойошторолдо 07.12.2018 // Эшҡыуар

Кисә Учалы ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарылды....

Тотош уҡырға 211

Ағас “ене” ҡағылған...

Ағас “ене” ҡағылған... 07.12.2018 // Эшҡыуар

Ҡырмыҫҡалы уңғандары араһында ағас менән эш итеүсе йүнсел менән танышҡас, уны сәнғәт кимәлендә...

Тотош уҡырға 182

Ах, билмәне лә билмәне!

Ах, билмәне лә билмәне! 07.12.2018 // Эшҡыуар

Эшҡыуарлыҡ нисек башлана? Нимәнелер эҙләй башлағас, ул тауарҙың юҡлығы асыҡлана. Уйсан кеше “Ә ниңә...

Тотош уҡырға 154