Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағас ене ҡағылған егет

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа.

Ауыл ерендә элек-электән бөтмөр, егәрле халыҡ йәшәй. Баҙар шарттарына яраҡлашып, үҙ эшен асырға йөрьәт иткән, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, матур донъя көткәндәр бихисап. Шуныһы ҡыуаныслы: улар күп кенә ауылдаштарын эш урындары менән тәьмин итеп, эшмәкәрлектәрен уңышлы алып бара.

Штәнде ауылынан шәхси эшҡыуар Илгиз Карамов — ана шундай уңғандарҙың береһе. Тыуған ауылында ағас ярыу цехы асып, халыҡты ғына түгел, ҙур төҙөлөш ойошмалары менән уңайлы киле­шеүҙәр төҙөп, һәр кемен төрлө материалдар менән тәьмин итә.

— Мәктәптән һуң ҙур ҡа­лаларға йә булмаһа Себер тарафына ла юлланырға мөм­кинлек булды, әммә сит яҡтар мине үҙенә һис ылыҡтыр­ма­ны, — ти эшҡыуар. — Атай-әсәйем менән кәңәшләш­кәндән һуң, ағас эше менән шөғөлләнергә ҡарар иттем.

Әлбиттә, Илгиз Карамовҡа эшмәкәрлеген башлап ебә­реүе еңелдән булмай, кеҫә­һендә аҡсаһы ла, бай туған­дары ла юҡ уның, әммә егет ярты юлда туҡтап ҡалмай, тәүәккәлләй.

Эш һөйөүсән егет Штәнде­лә ер участкаһы алып, шунда цех төҙөй һәм башкөллө эшкә сума. Булдыҡлы егеттең баш­ланғысын хуплап, туғандары ла, дуҫ-иштәре лә ярҙамынан өҙмәй, һәр кем хәленән килгәнсә булыша. 2012 йылда иһә район хакимиәте яңы эш башлаған эшҡыуарға дәүләт ярҙамы күрһәтә, Илгиз Фәнәүи улы 100 мең һумға яҡын аҡса алыуға өлгәшә. Дәүләттән бүленгән ярҙамды фәҡәт эше өсөн генә ҡуллана.

Бөгөн Илгиз Карамов аяғын­да ныҡлы баҫып торған эшҡы­уарҙарҙан һанала, районда абруй яулап та өлгөргән ул. Әле эшҡыуар “Башҡорт­остан кирбесе”, Дүртөйлө керамика, “Ағиҙел” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәттәре менән йылы мөнәсәбәттәр булдырып, уңышлы ғына эш алып бара. Цех, нигеҙҙә, ойошма­ларҙы поддон менән тәьмин итә. Заказдар бик күп, бер йәмғиәт бер айҙа ғына, мәҫә­лән, бер меңдән ашыу поддон эшләүгә заказ бирә. Бынан тыш, ауыл халҡына утын да һа­та, ә бысылған таҡта ҡал­дыҡ­тарын хатта бушлай биреп ебәрә. Техникаһы ла булғас, эшҡыуар ауылдаштарына башҡа төр хеҙмәт тә күрһәтә.

Әле Илгиз Фәнәүи улы ете кешегә эш урыны булдырған. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түлә­нә, мәҫәлән, һәр кем, эшенә ҡарап, 18-19 мең һум тирәһе аҡса ала. Минеңсә, был — ауыл ерендә ҙур ғына табыш.

Килешеү нигеҙендә дилән­кә алып, эшҡыуар ағасты башлыса Балтас районынан ташый.
— Ҡасандыр ағас эшенә тотоноп китеүемә һис кенә лә үкенмәйем, шөкөр, эшемдән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм, — ти Илгиз Карамов. — Егет­тәр ҙә тырыш, һәр береһе үҙ эшен намыҫ менән башҡара.

Йүнселдең киләсәккә уй-хыялдары бихисап, тағы ла ҙур предприятие-ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөргә, цехтың эшен киңәйтеп, яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырырға иҫәп тота. Ә эшкә көсө-дәрте ташып торған егеттең был, һис шик­һеҙ, ҡулынан киләсәк, етмәһә, уның эшен ҡеүәтләп торған туғандары, ғаиләһе бар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 64

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 100

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 505

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 279

Донъя беҙ аңлағандан ҡатмарлыраҡ

Донъя беҙ аңлағандан ҡатмарлыраҡ 04.01.2019 // Эшҡыуар

Илдар Ғәбитовтың “Был донъяны ирҙәр төҙөгән” тигән мәҡәләһе (2018 йыл, 7 декабрь) мине уйланырға...

Тотош уҡырға 176

Табын түрендә –  ҡышҡы бәшмәктәр

Табын түрендә – ҡышҡы бәшмәктәр 04.01.2019 // Эшҡыуар

Хәйбулла эшҡыуары аҡ көләпә үҫтерә....

Тотош уҡырға 721

“Арҡайым” йәмле һәм йәнле

“Арҡайым” йәмле һәм йәнле 28.12.2018 // Эшҡыуар

Кейемең — килбәтле, үҙең һиммәтле бул....

Тотош уҡырға 213

Уңыш символы ла,  зауыҡ билдәһе лә

Уңыш символы ла, зауыҡ билдәһе лә 28.12.2018 // Эшҡыуар

Яңы йыл алдынан яңы күҙлек һайла....

Тотош уҡырға 343

Кредитһыҙ ҙа йәшәп була

Кредитһыҙ ҙа йәшәп була 25.12.2018 // Эшҡыуар

Себеш тә табыш килтерә, ҡарай белһәң......

Тотош уҡырға 543

ЙЫЛ ЭШҠЫУАРЫ! Мосолман ҡыҙҙарын кейендереүсе Әминә

ЙЫЛ ЭШҠЫУАРЫ! Мосолман ҡыҙҙарын кейендереүсе Әминә 25.12.2018 // Эшҡыуар

Тәү күргәндә уны эшҡыуар тип уйламаҫһың да: тауышын күтәрмәй талғын ғына һөйләшә, башҡаларҙың...

Тотош уҡырға 392

Йүнселдәр ҙә кәңәшкә мохтаж

Йүнселдәр ҙә кәңәшкә мохтаж 21.12.2018 // Эшҡыуар

Урал аръяғы эшҡыуарҙары тәжрибә уртаҡлашты....

Тотош уҡырға 389