Алтын ҡуллы Рәхим

31-08-2012, 00:20 // Эшҡыуар // Баҫып сығарырға
Алтын ҡуллы РәхимТаштуғай ауылында тыуып үҫеп, Сибай педагогия училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын туған мәктәбендә башлаған, бөгөн уҡыусыларҙы хеҙмәт дәресендә ағасты һырлау серҙәренә өйрәтеүсе Рәхим Рәүеф улын борсоған проблемалар етерлек. Утыҙ өс йыл эш тәжрибәһе булған абруйлы уҡытыусыны, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәрен ауылдың киләсәге, бигерәк тә мәктәптең яҙмышы борсой.
— Һуңғы осорҙа мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр уҡытыу планына ярайһы төҙәтеүҙәр индерергә мәжбүр итте, — ти Рәхим Собханғолов. — Информатика, сит ил дәрестәре арттырылып, хеҙмәт дәресе «кәрәкмәгән» тип һаналғандар иҫәбенә кәметелде. Мәҫәлән, 9-сы класта технология фәне бөтөнләй бөтөрөлдө. Һүҙ юҡ, бөгөн һәр уҡыусы компьютерҙы яҡшы белергә, сит телдә иркен аралашырға тейеш. Әммә хеҙмәт тәрбиәһе тураһында онотоу кәрәкмәҫ ине.
Ысынлап та, уның һүҙҙәре менән тулыһынса килешергә мөмкин. Хәтеремдә, мәктәп йылдарында малайҙар менән бергә хеҙмәт дәресенә йөрөнөк, бергәләп оҫтаханаға барҙыҡ. Аҙаҡ ҡыҙҙарҙы айырым бешеренеү, тегеү, сигеү серҙәренә уҡыттылар. Бөгөн дә ауыл мәктәптәрендә ошо тәжрибәнең тергеҙелеүе һиҙелә. Беренсенән, ҡыҙ һәм егеттәрҙең буласаҡ йорт хужаһы һәм хужабикәһе булыуын иҫәпкә алғанда, улар өсөн мәктәптә алынған белем киләсәктә ғаилә тормошонда ярҙам итәсәк. Һәр буласаҡ ғаилә башлығы ҡулына балта, сүкеш тотоп, өйөндә кәрәкле урынға ҡаҙаҡ ҡаға алһа, көнкүреш приборҙарын йүнәтеп, ваҡ эштәрҙе башҡарыу һәләтенә эйә булһа, насармы ни?! Йә булмаһа, ҡыҙҙар төрлө аш-һыу әҙерләй, тәм-том бешерә, сигә һәм тегә белһә, өҫтәлде биҙәү серҙәренә төшөнһә, киләсәктә бик кәрәк булыр ине. Ә быларҙың барыһы ла, мәктәп программаһына ярашлы, хеҙмәт дәрестәрендә бирелә.
Рәхим Рәүеф улы үҙе лә ағасты юнып, һырлап, төрлө әйбер яһай. Һуңғы йылдарҙа талдан үреү кәсебен үҙ иткән. Уның етәкселегендәге «Йәш оҫта» түңәрәгенә малайҙар бик теләп йөрөй. Уҡыусылар, эштәрен өйҙәренә алып ҡайтып, ата-әсәһен ҡыуандыра. Тәүҙә түңәрәк түләүле ине, хәҙер бушлай. Кәрәкле материалды ла уҡытыусы үҙе йүнләй. Тал ботаҡтарын Таналыҡ буйынан уҡыусылар менән йыйып ала, ә таҡтаны һатып алырға тура килә. Шунлыҡтан күп осраҡта уҡыусылар өйҙән материал алып килергә мәжбүр. Эш ҡоралдарының иҫке булыуы, яңыларын алырға аҡса бүленмәүе сәбәпле, оҫта күп осраҡта үҙ иҫәбенә эшләй. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй таштуғайҙар, яңы уҡыу йылы алдынан урмандан төрлө һынға оҡшаш ағас киҫәктәрен, йәш тал сыбыҡтарын әҙерләп тә ҡуйғандар.
Уҡыусыларға математика серҙәрен өйрәткән ҡатыны Кинйәбикә Ғилметдин ҡыҙы ла тормош иптәшенә һәр саҡ терәк һәм кәңәшсе. Уның бар башланғысын хуплап, һәр яҡлап ярҙам итә. Өфө дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегендә белем алған ҡыҙҙары Яҙгөл — тормошта, улдары Ғәзинур Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала, данлы көрәшселәр вариҫы булараҡ, милли көрәш менән етди шөғөлләнә. Рәхим Собханғолов, киләсәктә ауыл мәктәптәре өсөн камил, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул ителеренә, ҡала һәм ауыл мәктәптәрен бер ҡалыпҡа һалып үлсәмәй, ә аныҡ проблемалар нигеҙендә эш ителәсәгенә ышана.
Кәримә УСМАНОВА.
Хәйбулла районы.