Һырлай ҙа, семәрләй ҙә

6-09-2012, 00:30 // Эшҡыуар // Баҫып сығарырға
Һырлай ҙа, семәрләй ҙәАлтын ҡуллы ине Илдарҙың олатаһы. Талдан “һә” тигәнсә кәрзинен дә үрә, ҡайын туҙынан тырыз яһай, йүкәнән һауыт-һаба, хужалыҡ кәрәк-ярағы эшләй ине.
Малай кескәй саҡтан уҡ олатаһы янында сыуалды, ярҙамлашырға тырышты. Оҫталығы менән тирә-йүнгә даны таралған ҡартҡа күберәк арба, сана яһау үтенесе менән киләләр ине. Ләкин Илдарҙы иң таң ҡалдырғаны — олатаһының ағас һырлау оҫталығы. Йортона инһәң дә һатып алынған һис бер әйбер күрмәҫһең: шкаф, карауат, һауыт-һаба тиһеңме — барыһы ла үҙ ҡулы менән эшләнгән. Өс йәштә сағында олатаһы бүләк иткән ҡурсаҡты һеңлеһе бөгөн дә һаҡлай...
Бәләкәйҙән үк олатаһы кеүек оҫта булырға хыялланды Илдар. Мәктәпкә уҡырға ингәс, хыялы ысынбарлыҡҡа әүерелде — Максим урта мәктәбендә хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы уларҙы ағас һырлау, семәрләү серенә өйрәтте. Уҡытыусыһы Булат Әхмәтғәлиев ысын мәғәнәһендә теләһә ниндәй ағас киҫәгенә “йән өрөп”, унан береһенән-береһе матурыраҡ төрлө һауыт-һаба, кеше, хайуан һындары яһай белеүсе “тылсымсы” ине.
Ошо осорҙа ныҡлы ҡарарға килде Илдар — ул мотлаҡ хеҙмәт уҡытыусыһы буласаҡ! Шуға күрә тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас та, Өфө педагогия училищеһына уҡырға инде. Ҡулына диплом алып, технология һөнәренә эйә булған йәш белгес хеҙмәт юлын Яңауыл ҡалаһының 1-се мәктәбендә башлай. Ике йылдан һуң тыуған ауылына кире ҡайта. Кескәй саҡтан уҡ олатаһы, мәктәптә маһир уҡытыусыһынан һырлау, семәрләү серенә өйрәнгән йәш мөғәллим хеҙмәт дәресендә балаларҙы ағасты “йәнләндереү” ысулдарына өйрәтә башлай, тиҙҙән ул күптәрҙең яратҡан остазына әүерелә. Илдар Шәрәфиев, балаларҙың семәрләү эшенә ихлас әүрәүен тойоп, дәрестәр менән генә сикләнмәй, мәктәптә түңәрәк асып ебәрә. Әлбиттә, һәр кем маһир ҡуллы түгел. Хоҙай Тәғәлә һәләт бирмәгән икән — күпме тырышһаң да рәт сыҡмаясаҡ.
Ағас семәрләүсе тулы мәғәнәһендә рәссамға тиң, ә һәр кем рәссам була алмай. Түңәрәккә күпләп йөрөгән балалар араһынан тиҙҙән һәләтлеләр ҙә асыҡлана. Шуларҙың “иң-иңдәре” — Айрат Миңгәрәев менән Александр Шәйесламов. Ошо ике уҡыусы былтыр ағас һырлау буйынса район бәйгеһендә икенсе урынды яуланы.
Илдар Роберт улы Шәрәфиевте бөгөн Яңауыл районында белмәгән кеше юҡтыр. Уны хәҙер алтын ҡуллы оҫта тип йөрөтәләр. Тыуған ауылында һәр йортта тиерлек ул семәрләп эшләгән тәҙрә йөҙлөктәре, ҡапҡалар үҙҙәренең нәфислеге менән хайран ҡалдыра. Тыуған йортоноң ихатаһын да егет әкиәт һарайылай итте, ата-әсәһенең йорто — ауылда иң матурылыр, моғайын. Ләкин оҫта һырлау менән генә сикләнмәй. Ул йүкә ағасынан һауыт-һаба, төрлө сувенир, хатта картиналар ҙа яһай...
Күптән түгел Илдар Шәрәфиев ғаиләһе менән яңы йорт һалып сыҡты. Унда күсеү менән алтын ҡуллы оҫта йорт-ҡураны йылдам гүзәлләндерергә кереште. Атай йортонан да нәфисерәк булмаҡсы яңы торлаҡ. Үрмәксенән – күрмәксе тигәндәй, өлкән улдары Артур ҙа, атаһы кеүек, һырлау, семәрләү эштәре менән мауыға, маһирлыҡта атаһын уҙып китмәҫ, тимә.
Марат МОРАТОВ
Яңауыл районы.