Балыҡ тотҡан туҡ булырФәтҡуллиндарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы тарафынан Үрге Бикҡужа ауылында бағыр үрсетеү буйынса балыҡсылыҡ фермаһы асылды
Ком: 0 // Уҡынылар: 77 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бураҙнаға йомортҡа тәгәрәтеп...Игенсе һөнәре элек-электән иң абруйлы һөнәрҙәрҙән һанала, ә икмәк үҫтереүселәр үҙҙәре – ысын мәғәнәһендә ҙур ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ кешеләр. Шишмә ауылында йәшәгән Тәслимә менән Рифҡәт Исхаҡовтар ғаиләһе лә игенселәр нәҫеленән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшкә тотон. Ярҙам итерҙәр…Барлыҡ ҙур эштәр шау-шыуһыҙ, һәүетемсә генә башҡарыла. Бигерәк тә ауыл хужалығына ҡағылғанда. Көндәлек мәшәҡәттәр, алда торған маҡсаттар ауыл кешеһендә “тел сарлау”ға урын ҡалдырмай. Иртән тора ла көн ауышҡансы үҙ эше менән була. Шәхси ярҙамсыл хужалығын алып барғандар ҙа, үҙ-үҙенә эш табып, алдарына алғандарын тормошҡа ашырыу­сылар ҙа шулай. Улар тик үҙ көсөнә генә ышанып өйрәнгән. Һүҙем ана шул үҙҙәренә, яҡындарына эш урындары булдырып, маҡсаттарына табан яйлап, ләкин ышаныслы атлаусылар тураһында. Дөрөҫөрәге…
Ком: 0 // Уҡынылар: 107 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫтерҙем үгеҙ, ите һимеҙ...Ауыл ерендә халыҡтың социаль хәле шәхси хужалыҡтарҙағы мал һәм ҡош-ҡорт һаны менән билдәләнә, тип әйтергә мөмкин. Күптәрҙең фәҡәт “ҡул көсө” менән йәшәүе билдәле. Хәйер, тап шул уңғандар һәм тырыштар ауылды тотоп тора ла инде. Күпләп мал аҫрай, балалар үҫтерә, йорт төҙөй, ауылға йәм һәм ҡот өҫтәй улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 149 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өс ҡыҙы – өс бәхетеТула һәм кейеҙ баҫыу – башҡорттоң иң боронғо шөғөлө. Халыҡ кейеҙҙе һикеһенә лә, иҙәненә лә йәйгән, унан бишмәт тә теккән. Төрки халыҡтар һәр ваҡыт мал аҫрап көн күргән. Һарыҡ тиреһен иләп тун иткән, йөнөнән кейеҙ баҫҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 145 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ялҡаумын бит”, – ти оҫта...Тәнзилә апай Әхмәҙуллаһын төшкө ашҡа индерә алмай аҙаплана. Бер әйтә – “хәҙер” ти хужа, икенсе әйтә – шул уҡ яуап. Эйе, оҫтаны яратҡан шөғөлөнән айырыуы еңел түгел – саҡ ҡына иғтибарҙы ситкә йүнәлттеме, бөтә уйҙары тарҡала ла ҡуя, эштең рәте китә. Бына шулай бөтә тырышлығын, белгәнен һалып, ашауын да онотоп, ваҡытын ҡорбан итеп килтереп сығара Әхмәҙулла Мырҙабаев үҙен ысын мәғәнәһендә тотош республикаға билдәле иткән вездеходын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 185 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел йылыһы ла өҫтәләАшнаҡсы булыу өсөн уңғанлыҡ та, аш-һыу бешерергә оҫталыҡ та кәрәк. Әнисәнең әсәһе – Гөлнур Әбүбәкер ҡыҙы ошондай һәләткә эйә була. Ул балалар йортонда ашнаҡсы булып эшләй. Ата-әсәһенән һәм тыуған йорт йылыһынан мәхрүм булған балаларға аш-һыуҙы үҙ ғәзиздәренә бешергәндәй тырышып әҙерләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 138 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңғандарҙың икмәге лә уңа— Миңә Ҡырмыҫҡалы икмәген бирегеҙ әле. Ҡомалаҡтан ғына эшләнгәнен.
— Тик шул икмәкте алып ҡына күңелем була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күмәс-ҡаластары – табын күркеЯңы йыл – һәр кем көтөп алған мөғжизәле күркәм байрам. Ә байрамдың күрке – һый-ниғмәтле табын. Тормош муллығының билдәһе лә ул. Сихри Яңы йыл кисендә хужабикәләр табынды айырыуса мул һәм матур итеп әҙерләргә тырыша. Тыуасаҡ йылдың бәрәкәтле булыуына ишара был. Халыҡта йәшәп килгән күркәм ғәҙәт буйынса табынға иң тәүҙә икмәк ҡуйыла. Барлыҡ табындарҙа ла уның урыны түрҙә. Ҡандра икмәк комбинаты ҡулланыусылар йәмғиәте эшсәндәре йәшәү сығанағы булған иң ҡәҙерле ризыҡты етештереүҙәре менән ихлас ғорурлана. Хәйер, ғорурланмаҫлыҡмы ни?! Ҡандра икмәгенең һәр саҡ тәмле һәм юғары сифатлы булыуын республикала белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Бының сере ниҙә һуң? Ошо һорауға яуап табыу өсөн Ҡандраға юл тоттоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 147 тапҡыр // Тотош уҡырға
Вәт, исмаһам, бөйөрөк!Лена Зарипова бешергән тәмле бәрәместәрҙе, бөйөрөктәрҙе тәмләп ҡарағас, һәр кем ошондай баһа бирә. Һатып алыусыларҙы нисек йәлеп итә ул? Бер тапҡыр тәмләп ҡараған кеше ни өсөн мотлаҡ икенсегә уның ҡамыр ризыҡтарын алырға тырыша? Тап ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ та инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 141 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 29 Алға
Бит башына