Иң күп ҡуй – “Маяҡ”таБорондан халҡыбыҙ йылҡы һәм ҡуй үрсетеп көн күргән. Быға беҙҙең тәбиғәт шарттары ҡулай. Совет осоронда ла колхоз-совхоздар һарыҡ тотто. Әммә 90-сы йылдарҙан һуң илдә етештереүсе предприятиелар тарҡалғас, һарыҡ йөнөнә, тиреһенә ихтыяж бөттө. Шуға ла был тармаҡтың рентабеллелеген юғалтыуы сәбәпле, хужалыҡтар ҙа унан баш тартты. Халыҡ хәҙер һарыҡты ит һәм йөн өсөн генә аҫрай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 60 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡеүәтле инвестор килгән...Ейәнсура районында ауыл хужалығы яңырыу кисерә, тип әйтһәк, һис хата булмаҫ. Крәҫтиән эшенә бөтөнләй икенсе ҡарашта булған, сит илдәрҙәге хужалыҡтар өлгөһөндә эште ойоштороу маҡсатын ҡуйған яңы хужа килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 49 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тиреһе лә, ите ләРәсәй етештереүселәре 2025 йылға тиклем ҡуян ите етештереүҙе ун тапҡырға арттырырға әҙер. Ил хөкүмәтенә һәм Федерация Советына йүнәлтелгән “Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем ҡуян үрсетеүҙе үҫтереү концепцияһы”нда ошо хаҡта аныҡ план белдерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәзә фермаһы булырмы?Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарының береһендә ҙур кәзә фермаһы төҙөләсәген белдерҙе ошо көндәрҙә республиканың Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. Бының өсөн Мари Иле Республикаһының “Лукоз” холдингы инвестициялар йүнәлтергә әҙер. Фермала бер нисә мең баш кәзә аҫрау күҙ уңында тотола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 103 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңғандар барҙа баҫыуҙар буш ятмаҫАуыл хужалыҡтарында яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға бара. Беҙ барғанда фермер Әхәт Зиннәт улы Ибраһимовтың хужалыҡ баҫыуында эштең ҡыҙған мәле ине: механизаторҙар ҡарабойҙай сәсеүгә тотонған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көйөргәҙе районының Йомағужа ауылында Илшат Рәшит улы Мәжитовтың крәҫтиән (фермер) хужалығында сәсеү тамамланған, тип әйтһәк тә була. Хужалыҡта бөтәһе 2603 гектар һөрөнтө ер, уның 50 гектарына кукуруз, 360 гектарына – көнбағыш, 20 гектарына – һоло, ҡалған майҙанға бойҙай, арпа ултыртҡандар. Ғәҙәттә, иң аҙаҡ сәселгән ҡарабойҙай культураһы өсөн 200 гектар ер ҡалдырғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 89 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етеш йәшәүҙе берәү ҙә тыймай“Раздолье” ауыл хужалығы етештереү кооперативын районда һәр яҡтан да өлгө итеп ҡуялар – үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмайҙар. Эштә лә уңғандар, байрамда ла уларға етеүсе юҡ. Райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Динис Биков билдәләүенсә, ошо ише алдынғы тағы бер нисә хужалыҡты һаҡлау – төп ниәттәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңыштың башы төштәЕмеш ағастары үҫтереүҙең төрлө ысулдары бар – ябайҙарынан алып ҡатмарлыларына хәтлем. Махсус белемгә эйә булыу мотлаҡ түгел тигән фекер менән күптәр килешмәҫ, моғайын. Ә бына күптәнге танышым баҡсасылыҡҡа уҡымаһа ла, эшмәкәрлеген киң йәйелдергән. Афарин! Йә булмаһа, үҙенә һүҙ бирәйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшле лә, ашлы лаКраснокама районына юл төштө. Быға тиклем юлайҡан ғына йөрөгәс, инергә бер нисек тә форсат сыҡмағайны. Район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Ринат Хажетдинов үҙенсәлекле яҡ менән таныштырыу теләген белдерҙе. Күп тә үтмәй Яңы Бура ауылына килеп еттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 72 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һабантуйҙан кәм түгел...Редькин ауылына етәрәк аҡ башлы түмәләстәр күҙгә ташлана. Әйтерһең дә, бәләкәй генә тауҙар, йәй уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың өҫтөндә һаман да ҡар ята. Әлбиттә, был ҡар түгел, ә теплицалар. Ауыл янында теплицалар (бөтәһе һигеҙ) ҡалҡытҡан тырыш егет Элхан Гасанов булыр. Бынан бер нисә йыл элек ул “Һабантуй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойошторған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 87 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 35 Алға
Бит башына