Һуңғы йылдарҙа күптәр индоутка аҫрай башланы. Халыҡ фекеренсә, уның ите өйрәктекенән тәмлерәк, майһыҙ һәм диетик булыуы менән отош­ло. Йомортҡалары ла ашарға яраҡлы һәм файҙалы. Ҡош ҡышҡы һыуыҡҡа сыҙам, йылытыла торған һарайға мохтаж түгел. Ҡышын уның өсөн иң мөһиме – ҡоро иҙән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 84 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Үлемдәрҙән” тора ғүмер...Уйланғанығыҙ бармы икән, ҡайһы саҡта әжәл яндан ғына үтеп киткән мәлдәрҙе кисерәбеҙ. Ул секундта “салғынан” Хоҙай үҙе һаҡлап алып ҡалалыр, шулай кәрәктер, күрәһең. Машина бәрҙерә яҙһынмы, тамағыңа ризыҡ ултырһынмы йә иһә... Хәйер, ниндәй генә булмаһын, ул мәлдән артабанғы тормош мөһимерәк. Тик шул “бүләкте” аңлап ҡабул итергә, һынауҙы дөрөҫ үтергә һәм, һис шикһеҙ, тормоштоң ҡәҙерен белергә кәрәк.
Илдар Тимерғәлиев – бөгөн Өфөлә йәшәгән уңышлы эшҡыуарҙарҙың береһе, ҡатыны менән ике ул үҫтергән бәхетле атай, ғаилә башлығы, күптәргә дуҫ-таяныс. Ә бит уның да ғүмеренә ҡасандыр әжәл киҙәнә, бер генә тапҡыр түгел...
Ком: 0 // Уҡынылар: 190 тапҡыр // Тотош уҡырға
ҺарыҡсылыҡАлдағы сығарылыштарҙа беҙ һарыҡтар, уларҙы аҫрау тураһында яҙып үткәйнек. Бөгөн иһә тоҡомдарына, тотор өсөн һайлап алыуға иғтибарҙы йүнәлтмәксебеҙ. Теге йәки был төрҙәр бер-береһенән продуктлылығы һәм биологик сифаттары менән айырыла. Шуға ла хужалыҡ итеү өсөн ҡайһы йүнәлеште һайлайһың, ваҡ малды ла шуға ярашлы үрсетәһең. Әйтәйек, йөн өсөн аҫрарға теләнең, ти.
Ком: 0 // Уҡынылар: 120 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайһы бер ата өйрәктәр инәһе оя баҫҡан ара­ла уның мәшәҡәттәре менән дә уртаҡлаша. Инәһе оянан китеп бик оҙаҡлаһа, ул йоморт­ҡаларға суҡышын тейҙереп-тейҙереп ала, һыуынмағанмы, йәнәһе. Сиртәсәк бәпкәләрҙең әсәләре күренмәһә, килгәнсе оя өҫтөнә менеп ултыра. Ҡурҡытырға ғына ярамай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 111 тапҡыр // Тотош уҡырға
Килде яҙҙар, ҡаңғылдашыр ҡаҙҙарБөгөнгө көрсөк ваҡытында күптәрҙе “Нимәгә тотонорға?” тигән һорау йыш борсойҙор. Булмаһа, әйҙә, ҡаҙҙан башлайыҡ. Киләһе сығарылыштарҙа тулыраҡ һөйләрбеҙ, әлегә тоҡомдар менән ҡыҫҡаса танышайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 107 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һәр кем үҙе табырға тейеш”Йәнтеш ауылынан Илшат Сынбулатов – һарыҡсылыҡ тармағында үҙ юлын тапҡан эшҡыуарҙарҙың береһе. Тыуған ауылында төпләнеп, ғаилә ҡороп, колхозда тир түккән уҙаман тора-бара үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырырға ҡарар итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 153 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һатыуҙа – “Маша”Ауыл ерендә йәшәгән бәғзе берәүҙәр өсөн һәр миҙгел – уңыштың мул мәле. Улар иртә яҙҙан алып тәүге ҡар яуғанға ҡәҙәр экологик яҡтан таҙа, сифатлы ҡыяр ашап кинәнә. Ҡайҙа тиһегеҙме? Хәйбуллала! Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәгән Риф Сурин дүртенсе йыл инде йәшелсәселек тармағында үҙ эше менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, ауылда был кәсепкә дүрт кеше тотонған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 174 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аш-һыуында – милләт асылыТалантһыҙ кеше булмай, тиҙәр. Хоҙай һәр беребеҙҙе һәләтле итеп яралтҡан. Ҡайһы берәүҙәр үҙ асылын бала саҡта уҡ таба, бәғзеләре уңышҡа яҙмыш һалған урау юлдар аша килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 201 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сабатаны йәштәр генә түгел, урта йәштәгеләр ҙә музейҙарҙа ғына күреп белә. Нимә ул? Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан килеп сыҡҡан? Бигерәк тә һуғыш осоронда ниндәй әһәмиәткә эйә булған?
Ком: 0 // Уҡынылар: 87 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фатирыбыҙ Өфөнөң Затон биҫтәһендә. Эргәлә генә баҙар. Уның тыш яғында йәйен-ҡышын йәшелсә, емеш-еләк һатҡандар бихисап. Улар урын биләгән өсөн аҡса түләмәй. “Үҙҙәренең шәхси ихатаһы бар” тигән ҡағыҙ яҙҙырып алалар ҙа шунан рәхәтләнеп сауҙа итәләр. Йомошом булһа ла, булмаһа ла, улар эргәһенән йыш үтергә тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 35 Алға
Бит башына