
Мәләүез районы ауыл эшсәндәре ҙур әүҙемлек менән яҙғы баҫыу эштәренә төштө. Салауат исемендәге колхоз, “Ашҡаҙар”, “Трудовик” һәм “Иҙел” хужалыҡтары орлоҡ ағыулауҙы тамамлап, әле дым ҡаплауға, күп йыллыҡ үләндәр һәм ужым культуралары баҫыуҙарын минераль ашлама менән туҡландырыуға тотондо. Төбәккә ашлама ҡайтарыу әле дауам итә, бөгөнгә ике меңдән ашыу тонна тупланған да инде. Район ауыл хужалығы идаралығы белгестәре белдереүенсә, сифатлы орлоҡ тейешле күләмдә хәстәрләнгән, уға ҡытлыҡ булмаясаҡ.
Алдынғыларҙан һаналған “Ашҡаҙар” хужалығы ла, көндәрҙең матур тороуынан файҙаланып, тәүгеләрҙән булып һабанға төшкән. Бөгөн игенселәр күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлама менән туҡландырыу эшен алып бара.