“2017 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү хаҡында мәғлүмәти белдереү

23-05-2018, 00:03 // БР норматив-хоҡуҡи акттары // Баҫып сығарырға
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “2017 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты (артабан – закон проекты) буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү хаҡында белдерә.
Асыҡ тыңлауҙар 2018 йылдың 8 июнендә иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40) йыйылыш рәүешендә уҙғарыла.
Закон проектының тексы Башҡортостан Республикаһының Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында (www.npa.bashkortostan.ru) һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында урынлаштырылған.
Закон проектына “Граждандар өсөн бюджет” менән Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының рәсми сайтындағы (https://minfin/ bashkortostan.ru/documents/other/75889/)
“Асыҡ бюджет” бүлегендә танышырға мөмкин.
Асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашырға, шулай уҡ сығыш яһарға теләгән граждандар (347) 218-31-50 телефоны йәки kbudget@ bashkortostan.ru электрон почта адресы буйынса 2018 йылдың 23 майынан 4 июненә тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (төшкө тәнәфес 13.00 – 14.00) теркәлә.
Электрон тәртиптә теркәлгән осраҡта асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыуға ғариза ҡушымта рәүешендә ебәрелә. Телефон аша теркәлгәндә граждан үҙенең исем-шәрифен, тыуған көнөн, йәшәгән урынының йәки фактик йәшәгән еренең адресын, ойошма, йәмәғәт берекмәһе вәкиле булараҡ ҡатнашһа, уларҙың адресын хәбәр итергә тейеш.
Асыҡ тыңлауҙарҙа сығыш яһарға теләгән граждан шулай уҡ сығышының темаһын хәбәр итә.
Закон проекты буйынса дәлилле иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр 2018 йылдың 4 июне киске сәғәт 6-ға тиклем, кешенең исем-шәрифен, тыуған көнөн, йәшәгән еренең йәки фактик адресын, ойошма йәки йәмәғәт берекмәһе вәкиле булараҡ ҡатнашһа, уларҙың адресын күрһәтеп, kbudget@ bashkortostan.ru электрон почта адресына ебәрелә ала.
Асыҡ тыңлауҙарға килгән граждан 2018 йылдың 8 июнендә сара үткәрелгән көндә иртәнге сәғәт 9-ҙан 9 сәғәт 45 минутҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ күрһәтеү шарты менән теркәлә.
Асыҡ тыңлауҙар үткәреү һәм һөҙөмтәләрҙе билдәләү тәртибе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2017 йылдың 6 июлендәге “Сираттағы финанс йылға һәм план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһындағы һәм отчет финанс йылына Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһындағы Башҡортостан Республикаһы закондары проекттары буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү һәм уларҙың һөҙөмтәләрен билдәләү тәртибе хаҡында”ғы 2445-се ҡарары менән билдәләнде.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. ТОЛКАЧЕВ.


“2017 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыуға ғариза

Мине “2017 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыусы сифатында теркәүегеҙҙе һорайым һәм үҙем хаҡында түбәндәге мәғлүмәттәрҙе хәбәр итәм:

1. физик берәмектәр өсөн:

Исем-шәрифе:
Тыуған көнө:
Йәшәгән урындың йәки фактик йәшәү адресы:

Сығыш яһау темаһы (теләге булһа, ғариза биреүсе асыҡ тыңлауҙарҙа сығыш яһай ала):


Дата
2. ойошмалар йәки йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре өсөн:

Исем-шәрифе:

Тыуған көнө:

Ойошманың йәки йәмәғәт берекмәһенең атамаһы:

Ойошманың йәки йәмәғәт берекмәһенең адресы:


Сығыш яһау темаһы (теләге булһа, ғариза биреүсе асыҡ тыңлауҙарҙа сығыш яһай ала):


Дата