Ғәҙел баһа биреләКөндәлек мәшәҡәттәргә сумып, иртәгәһе көн хәстәре менән йәшәп, йыш ҡына тормоштоң ыңғай яҡтарына һәм күңелде күтәрерҙәй яңылыҡтарға иғтибар итеп еткермәйбеҙ. Теге йәки был сараға ҡарата тейешле баһаны ла ваҡытында бирергә ашыҡмайбыҙ. Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай, тигәндәй, төбәгебеҙгә сәфәр ҡылыусыларҙың күҙенә беҙ күреп ғәҙәтләнгән күренештәр тиҙ салыныусан. Баһаны ла ғәҙел ҡуялар.
Күптән түгел Яңы Тәтешле ауылында удмурттарҙың IV конференцияһы булды, һәм унда күрше төбәктәр вәкилдәре лә ҡатнашты.
Саралағы сығышында Удмурт Республикаһының милли сәйәсәт министры Владимир Завалин милләттәштәренең Башҡортостандағы яҡшы тормошона һөйөнөүен белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 107 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрамдар ҙа уртаҡӨфө дәүләт нефть техник университетының сит ил студенттары араһында матур йола йәшәй – төрлө дәүләт һәм милләт байрамын улар бергә үткәрә. Анголаның Бойондороҡһоҙлоҡ көнө лә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Университеттың бәләкәй залында Африка дәүләттәре вәкилдәре, Рәсәй, Ҡытай, Индонезия һәм башҡа ил студенттары йыйылды. Сарала декандар, уҡытыусылар ҙа ихлас ҡатнашты.
Кисәне алып барыусылар Анголаның азатлыҡ яулау тарихы, мәҙәниәте, милли флагы, Рәсәй менән хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне. Ангола студенттары дәүләт гимнын йырлап ишеттерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 130 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡорт балалары менән уйнап үҫтек...”“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеге хаҡында яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Предприятиеның һөйөндөрөрҙәй уңыштары, өлгө булырҙай саралары байтаҡ. Профсоюз комитеты рәйесе Любовь Симирикова менән социаль мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүе менән ҡыҙыҡһынғандан һуң, теплицаларға табан йүнәлдем. Унда Людмила Сафронованың эшләүе хаҡында әйткәйнеләр. Урыҫсалап: “Людмила Васильевна, һеҙ ҡайҙа?” — тип тауыш бирҙем. “Ни эшләй? Хәҙер киләм”, — тине башҡортсалап, тотош ҡиәфәте менән урыҫ апай.
Ҡайһы берәүҙәр икенсе телдәге бер нисә һүҙҙе ятлап алып, уларҙы урынлы ғына итеп ҡулланыусан. Шуны уйлап, Людмила Васильевнаға бер килке текләп торҙом.
Ком: 0 // Уҡынылар: 146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы уңайынан Башҡортостанда төрлө милләт кешеләренең берҙәм ғаилә булып йәшәүе хаҡында матбуғатта байтаҡ мәҡәлә баҫылды. Ҡатнаш никахлы өлгөлө ғаиләләр тураһында ла уҡыйбыҙ. Былар барыһы ла күп милләтле Башҡортостаныбыҙҙағы тыныс тормоштоң сағылышы, башҡа төбәктәргә фәһем, үрнәк булырҙай йәшәйешебеҙҙең өлгөһө, ғорурлыҡ хисе уятыусы ысынбарлыҡ.
Шул уҡ ваҡытта тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан йәштәрҙе ҡурсалау, уларға кәңәш-теләк белдереү йәһәтенән бер сетерекле мәсьәләне күтәрмәксемен. Ул да булһа, ҡатнаш никахтар тураһында. Социализм заманында, берҙәм совет халҡы тураһында ғына һүҙ барғанда, бындай никахтар, әлбиттә, хупланды, сөнки милли үҙаңыбыҙға, туған телебеҙҙең үҫешенә тейешле иғтибар булманы, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ онотолоуға дусар ителгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 118 тапҡыр // Тотош уҡырға
***
Һәр ваҡыт хөрмәт күрһәтеп тороу, хоҡуҡтарын ихтирам итеү дуҫлыҡты нығыта. Шуның өсөн дуҫтарығыҙға һәр саҡ ярҙамсы һәм таяныс булығыҙ. Инсан бер үҙе аҙ булһа, дуҫтары менән күп була.
Ризаитдин Фәхретдин.
***
Дуҫлыҡ — яҙын күкрәп шытҡан үлән,
Көнө бөткәс, ҡабат яралмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 122 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ