Моңло фатирУларҙың фатирында моң йәшәй. Ишектән инеү менән, үҙең дә һиҙмәй ҡалаһың, күңелең күлгә төшкән кәмә шикелле моң тулҡынында сайҡала башлай, сөнки уларҙың йылмайыуҙарынан, тауыштарынан, хатта хәрәкәттәренән моң ағыла.
Зәйнетдиновтар ғаиләһе был. Фатир хужаһы — республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта бөтә донъяла билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
Миңлеғәфүр менән Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта уҡ таныш инем. Бер ваҡытта ла уның йөҙөнән ихлас йылмайыу китмәне, һөмһөрө ҡойолоп, нимәгәлер зарланып йөрөгәне булманы. Уйлап ҡуя торғайным: “Бошона белмәйҙер ул”. Хәйер, йөрәгендә моң урғылған кеше донъяның ығы-зығыһынан өҫтөн була шул!
Әле лә, фатирҙарына килеп инеү менән, йылмайып ҡаршыланы Миңлеғәфүр. Йылмайыуға йылмайыу тартыла, тиҙәр, ҡатыны Гөлгөнәнең, балалары Ләйсән, Азамат, Илүзәнең дә күҙҙәренән нур бөркөлә.
Мәсетле районында тау-таш менән уратып алынған, Әй буйында ғына ултырған Һөләймән тигән бик матур ауыл бар. Ошо ауылдың уңған кешеләре Миңләхмәт менән Мәймүнә ғаиләһендә ун беренсе бала булып донъяға килә Миңлеғәфүр. “Алты ағайым, дүрт апайым бар. Атай-инәйем ғүмер буйы колхозда эшләне. Инәйем ашнаҡсы булды. Атайым — тракторсы, аҙаҡ һарыҡсылыҡ фермаһына мөдир итеп ҡуйҙылар. Уның рәсеме Почет таҡтаһынан төшмәне, гәзиттәрҙә маҡтап яҙып торҙолар. Атайым беҙгә: “Кем булһағыҙ ҙа, тырышып эшләгеҙ, бәхет тырыштарҙы ярата”, тип ҡабатлар ине”, — ти Миңлеғәфүр, хәтирәләргә бирелеп.
Ғаиләләре менән йыр-моңға әүәҫ була Зәйнетдиновтар. Әсәләре мандолинала, ҡумыҙҙа уйнай, аталары гармунда һыҙҙыра. Бесәнгә йә башҡа эшкә барһындармы, ат арбаһына тейәлешеп, гел йырлап барыр булалар.
Иҫкә килеп төштө, студент саҡта Миңлеғәфүрҙең милли көрәш менән шөғөлләнеүен яҙа-йоҙа ғына ишетеп ҡалғайным. Баҡһаң, ғаиләләре менән көрәшсе икән улар. Үҙе лә, ағалары ла район, колхоз һабантуйҙарында ҡатнашып, бер нисә мәртәбә чемпион исемен яулай.
Чемпион тигәндән, данлы исемдәр, иҫтәлекле бүләктәр Миңлеғәфүрҙе ғүмере буйы “эҙәрлекләй”. Ул Башҡортостандың, Рәсәйҙең, донъяның төрлө төбәктәрендә үткән сараларҙа Гран-при яулау тиһеңме, ул дипломдар, Почет грамоталары, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты булһынмы — осона сығырлыҡ түгел. Быйыл да ҙур бүләк алып ҡыуанды Миңлеғәфүр, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде уға. Яҡутстанда үткән ҡумыҙсылар бәйгеһендә 40 илдән килгән иң оҫта ҡумыҙсыларҙы таң ҡалдыра башҡорт егете.
Миңлеғәфүр — өс бала атаһы. Ләйсән Ф. Мостафина исемендәге 20-се гимназияның — IХ, Азамат М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияның V класында уҡый, Илүзәгә 10 ай ғына әле. Ләйсән — гитарала, Азамат ҡурайҙа уйнай. Хатта кескәй Илүзә лә, ағаһының ҡурай моңона ҡулдарын болғап, “бейеп” маташа!
Яңы йыл алдынан бына ошондай моңло, бәхетле ғаилә менән танышырға яҙҙы миңә. Хушлашҡанда, ихлас һоҡланыуымды йәшерә алмай, Миңлеғәфүрҙең ҡулын ҡыҫтым: “Рәхмәт һеҙгә, Миңлеғәфүр, Гөлгөнә! Милләтебеҙҙең моңло ғаиләһе!”
С. НӘЗИРОВ.