Байрам табынына рәхим итегеҙ!

31-12-2011, 05:17 // Матур үтһен ялығыҙ // Баҫып сығарырға
Байрам табынына рәхим итегеҙ!Резеда ӘМИНЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:


– Аждаһа йылында тыуғанмын. Яңы йыл табынында нимә булырға тейеш икәнен алдан белеп, шуға ярашлы әҙерләрбеҙ тип уйлайым. Нисек кенә булмаһын, балаларым яратҡан тәмле ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәсәкмен. Шуларҙың береһе – мейестә бешерелгән көмрө балыҡ. Уның тулыһынса туңдырылғанын алырға кәрәк. Балыҡ ирегәс, эсен таҙартабыҙ. Һаҡ ҡына тиреһен айырып алабыҙ. Итен һөйәктәрҙән таҙартҡас, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Фаршҡа кишер, һуған, майонез ҡушырға ла балыҡты тултырырға кәрәк. Ул талғын ғына утта мейестә бешә. Быйыл өҫтәлдә ауыҙҙы яндырырҙай аҙыҡ та булырға тейеш. Шуға корейса кишер салатын да эшләп ҡуйырмын. Байрам өсөн әҙерләнгән аш-һыуығыҙ тәмле булһын, өҫтәлегеҙ ризыҡтан һығылып торһон, һау-сәләмәт булығыҙ, гәзит уҡыусылар!

Байрам табынына рәхим итегеҙ!Салауат ӘБҮЗӘР,
шағир:


– Ҡыҙҙарым тәм-том ярата. Ҡатыным гел тәмле-тәмле аш-һыу әҙерләй. Әйткәндәй, ул да аждаһа йылында тыуған. Уларҙы ҡыуандырыр өсөн байрамға баллы торт бешерәсәкмен. Ул тәмле лә, ҡунаҡтарҙы һыйларға ла етәсәк. Ҡамыр өсөн 60 грамм аҡ май, бер стакан шәкәр, ике аш ҡалағы бал, өс йомортҡа, ике бал ҡалағы сода, өс стакан он кәрәк буласаҡ. Аҡ май, шәкәр һәм балды иретергә кәрәк. Шәкәр ирегәс, сода өҫтәргә. Масса күпереп китер, ул өс тапҡырға күбәйгәндән һуң, уттан алырға кәрәк. Йомортҡа эҫе иретмәлә бешмәһен өсөн, уны тиҙ генә берәрләп ҡушып болғатығыҙ. Һуңынан он ҡушып ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамыр ҡулға йәбешмәһен, шул уҡ ваҡытта ҡаты ла булмаһын. Уны ете тигеҙ өлөшкә бүлеп, йәймә йәйергә кәрәк. 200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә йәймәләрҙе бешерәбеҙ, һәр береһен таҫтамал менән ябып барығыҙ.
Крем өсөн бер йомортҡа, бер стакан шәкәр, бер аш ҡалағы он, бер стакан һөт, 250 грамм аҡ май, ванилин, ярты стакан ҡаймаҡ кәрәк буласаҡ. Шәкәргә йомортҡа өҫтәп, һәйбәт итеп туғырға. Һуңынан был массаға бер аш ҡалағы он, ванилин өҫтәп тағы болғатырға. Массаны талғын утҡа ҡуйып, яйлап ҡына һөт өҫтәргә һәм ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан крем йылымса булғас, аҡ май өҫтәп миксерҙа болғатырға. Һуңынан ҡаймаҡ өҫтәргә. Әҙер крем менән йәймәләрҙе майларға. Торттың ситтәрен ҡырҡып, онтаҡлап һындырабыҙ. Өҫтөн ваҡланған әстрхан сәтләүеге, шоколад валсығы менән биҙәргә була. Беҙ иһә өҫтөнә иретелгән шәкәр шәрбәте һалынғанын яратабыҙ. Ул былай әҙерләнә: дүрт аш ҡалағы шәкәр, какао, ҡаймаҡ һәм майҙы талғын утта ҡайнатабыҙ. Ул бер аҙ һыуынғас, торттың өҫтөнә ҡоябыҙ. Торт бер көн һыуытҡыста торһа, айырыуса тәмләнә.

Байрам табынына рәхим итегеҙ!Тәнзилә ҮҘӘНБАЕВА,
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың
халыҡ артисы:


– Аждаһа йылының остоғона саҡ эләгеп ҡалғанмын. Шуға быйылғы байрам табыны ғаиләм өсөн айырыуса тантаналы буласаҡ. Өҫтәл түрендә яратып әҙерләгән ашым – ҡыҙҙырылған ҡаҙ булыр. Уны кистән майонезға ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ, ҡыҙыл борос, тоҙ менән ыуып ҡуям. Бешерер алдынан эсенә лимон һутына буталған 4 - 5 әскелтем алма, 100 грамм тирәһе кипкән өрөк, шул сама ҡара емеш һалам. Ҡаҙҙың эсен теккәс, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйырға кәрәк. Ҡаҙ ике сәғәт бешә. Бешеп етергә бер сәғәт самаһы ваҡыт ҡалғас, эргәһенә картуф һалына. Табынға ҡаҙҙы матур һауытҡа һалып, өҫтөн йәшелсә менән биҙәгәндә, ул тағы ла хуш еҫлерәк буласаҡ. Әлбиттә, табынға һурпа бирәсәкмен. Әгәр уны дүрт-биш төр иттән бешерһәң, ул тәмлерәк була. Бешкән ит эргәһенә өлөш һалып, ҡоротло һурпа менән ҡунаҡтарымды һыйлаясаҡмын. Яңы йыл табынына дуҫтарым, яҡындарым йыйыласаҡ. Өҫтәлдәге матур ризыҡ кәйефте күтәрер, уның биҙәлеше байрамға тантана өҫтәр тип ышанам.