Шулай ҙа ауыл тормошон йәмләп, уның көндәлек ығы-зығыһына йән өрөп торған кешеләр ҙә бар арабыҙҙа. Мәләүез районының Ергән ауылында йәшәүсе Тәлғәт Мөхәмәҙуллин – тап шундайҙарҙан.
Тормош юлы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға, күңелле хәтирәләргә бай уның, табыштары һәм юғалтыуҙары, еңеүҙәре һәм еңелеүҙәре лә булғандыр, әммә үкенес кисерерлек түгел – барлыҡ ғүмерен яратҡан эшенә, йөрәге ҡушҡан ғәмәлдәргә бағышлаған.
Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған белгес өс тиҫтә йылдан ашыу Салауат ҡалаһының “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайында эшләгән, 30-ҙан ашыу спектаклде сәхнәгә ҡуйған. Улар араһында Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы, Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас”, Әсғәт Мирзаһитовтың “Һалдат улы”, Әнғәм Атнабаевтың “Шоңҡар”, “Мөхәббәт тураһында йыр”, “Ул ҡайтты”, Нәжиб Асанбаевтың “Зәйтүнгөл”, “Ғүмер көҙө” драмалары, “Йөрәктәр ҡушҡас”, “Һыу юлы” комедиялары һәм башҡа әҫәрҙәр бар. Республика, ил кимәлендәге сәхнәләрҙе гөрләтеп еңеү яулап ҡайтҡан данлыҡлы осор тураһында тиҫтәләрсә диплом һәм маҡтау ҡағыҙы дәлилләй, Тәлғәт Мөхәмәҙуллин үҙе “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Әйткәндәй, театрҙың дүрт артисы – Фәрит Ҡаҙаҡҡолов, Тәлғәт Аҙнаев, Сәйҙә Солтанова һәм Тәлғәт Ҡотлоғужин да ошо исемде йөрөтә. Халыҡ таланттары ҡуйған өс спектаклдең яҙмаһы Башҡортостан телевидениеһы фондында һаҡлана.
Ергән күп милләтле ауыл – унда 15 милләт вәкиле донъя көтә. Тимәк, уларҙың да рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү ғәмәлен оноторға ярамай. Тәлғәт Сафиулла улы татар классигы З. Рәмиевтең 150 йыллыҡ юбилейын ҙурлап билдәләүҙәрен, атаҡлы яҡташтарына иҫтәлекле таҡтаташ асылыуын билдәләп үтте. Ғөмүмән, Ергән мәҙәниәт йорто үткәргән сараларҙың һәр береһен һанап тороу кәрәкмәй – етәксе дәрт-дарманлы, маҡсатлы булғанда, халыҡтың йәшәйешен йәмләрлек бихисап саралар ойошторорға, ауыл тормошон гөрләтергә мөмкин.
“Йәшәйешемдең йәме – ижадта, – ти Тәлғәт Сафиулла улы. – Кешеләрҙең күҙендә осҡон уйнатырлыҡ, сәхнә геройҙары менән бергә шатланырлыҡ һәм көйөрлөк, иларлыҡ һәм көлөрлөк тамаша ҡуйған һайын тамашасыларҙың рухи аҙыҡҡа ни тиклем мохтаж икәнлегенә, халҡыбыҙ йыр-моңдарының кешеләргә ҡанат ҡуйыу, илһамландырыу һәләтенә ҡабат-ҡабат инанам. Эшем менән бәхетлемен”.
Хәйер, эше генә түгел, ғаиләһе менән дә бәхетле Тәлғәт ағай. Ҡыҙҙары Лилиә менән Юлиә, юғары белем алып, үҙ аллы донъя көтә, ейәндәре үҫеп килә. Шуныһы: ҡала мөхитендә тәрбиәләнһәләр ҙә, ҡыҙҙары икеһе лә бынамын итеп башҡортса һөйләшә, икеһенә лә милли рух хас.
...Заманы шундай: халыҡтың мәҙәни зауығын ҡәнәғәтләндерәм тиһәң, мөмкинлектәр етерлек. Был йәһәттән бигерәк тә ҡала халҡына рәхәт – теләгең һәм аҡсаң булһа, һәр кис бер тамаша ҡарарға мөмкин. Ә бына ауылда... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа гөрләп торған мәҙәниәт йорттары һирәгәйә бара. Сөнки халыҡты ойошторорлоҡ, дәрт-дарман бирерлек, уларҙың һәләтен асырлыҡ сәмле, белемле етәкселәр бик һирәк. Хәйер, бына ергәндәр етәксенән уңды.
Г. БАЛТАБАЕВА.
Мәләүез районы.
Мәләүез районы.


