Һый-ниғмәттән һығылып торһон табынығыҙ!

27-12-2017, 00:03 // Матур үтһен ялығыҙ // Баҫып сығарырға
Һый-ниғмәттән һығылып торһон табынығыҙ!Ғаиләбеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙары аш-һыу бешерергә маһир. Киң таралған рецепт өлгөләре менән аралаштырып, яңыларын да һынарға яратабыҙ, милли аштар менән бер рәттән “диңгеҙ аръяғынан” килгән ризыҡтарҙы ла тәмләргә тырышабыҙ, шуға күрә барыбыҙ ҙа көтөп алған Яңы йыл байрамына әүҙем әҙерләнәбеҙ.
Эйе, байрамдар күп, әммә ошонан да тылсымлырағы бармы икән? Ниңәлер Яңы йыл ҡаршылаған төндә бар хыялдар ҙа тормошҡа ашыр, һөйгән йәрҙәр бер-береһен табыр, ғаиләлеләрҙең уңыштары бермә-бер артыр, ауырыуҙар йүнәлер, тормош сағыу төҫтәрҙә генә балҡыр төҫлө тойола миңә. Амин, шулай булһын! Ә бөгөн һеҙгә бер нисә һыналған рецепт тәҡдим итәм. Яңы йыл байрамы оҙон – бешереп ҡарағыҙ.



“Ҡылансыҡ”
Был ашты “Ҡылансыҡ” тип атайым – ниңәлер шулай килешкән кеүек. Уны әҙерләр өсөн башта майонез, ҡаймаҡ, томат соусына (икешәр ҡалаҡ) өс теш һарымһаҡты ҡырғыстан үткәреп һалам, тауыҡ ите өсөн һатылған тәмләткес, ике ҡалаҡ лимон һуты өҫтәп бутайым. Картуфты әрсеп, тү­ңә­рәк итеп турайым да, әҙер соустың бер өлөшөнә бутап майлы табаға һалам. Тауыҡтың аҡ итен киҫәкләп турап, баяғы соуста аҙыраҡ тотам да, ағас шешкә туралған ҡабаҡ, татлы борос, помидор­ҙы аралаштырып теҙәм. Әйткәндәй, йәшелсәне бешкәндә кипмәһен өсөн, көнбағыш майы менән майлайым. Һөҙөмтәлә тәмле лә, зауыҡлы ла ризыҡ килеп сыға.

Һум итенән ҡабымлыҡ
Һый-ниғмәттән һығылып торһон табынығыҙ!Һыйыр итенең һум ерен мейестә “еңсә” эсендә бешерергә мөмкин. Уны йоҡа ғына итеп телеп, төр­лө ит ризыҡтары менән бергә матур итеп теҙеп, байрам өҫтәленә ҡуйһағыҙ ҙа була. Ғәҙәти көндә лә, гарнир бешереп, ғаиләне һыйлаһағыҙ, бары­һына ла оҡшар.
Ит киҫәге иреү менән, уны бер нисә урындан ипләп кенә бысаҡ менән ҡырҡып, тишектәренә һарымһаҡ төртөгөҙ, төрлө тәмләткестәр, тоҙ, борос менән ышҡып, көнбағыш майы менән майлағыҙ, “еңсә” эсенә һалығыҙ. Тәме һеңһен өсөн йәшел тәмләткес үләндәр ҙә ҡушып ебәрегеҙ. Мейескә ҡуйғансы, тәмләткестәр ҡушылған килеш бер нисә сәғәт ятып торһа, тағы ла шәберәк, әлбиттә. “Еңсә”нең ауыҙын ныҡ ҡына итеп бәйләгәс, өҫтөн бер нисә урындан тишегеҙ, табаға һалып, мейескә оҙатығыҙ. Тик үтә тишкеләмәгеҙ, һауа сыҡһын өсөн дүрт урындан тишеү ҙә етә. Аҙаҡ, берәй сә­ғәт­тән әҙер булғас, “еңсә”нең өҫтөн урталайға ҡырҡып асып, итте ҡыҙартып алырға ла була.

Кәрзиндәр-кәрзиндәр...

Һый-ниғмәттән һығылып торһон табынығыҙ!Өйҙәге кәрзиндәрҙе кибеттән алған менән са­ғыштырырлыҡ түгел. Уларҙың эслеген дә йәнегеҙ те­ләгәнсә тултырырға була. Мин был рецепт өл­гөһөн интернеттан алдым, хәҙер инде оҙаҡ йылдар ҡулланам.
Бының өсөн магазиндан ҡатлаулы (слоеное) ҡа­мыр һатып алам, йәйгәс, түңәрәктәр ҡырҡам. Мә­ҫә­лән, бер ҡаптан 14 дана килеп сыҡты икән, ти. Ете түңәрәкте ситкә алып торам, ҡалған ете түңәрәктең эсенән бәләкәйерәк итеп йәнә түңәрәк ҡырҡам. Шунан ситкә алып торған түңәрәктәрҙе ту­ғыл­ған йомортҡа менән буяйым да өҫтөнә ҡырҡылған ҡулсаларҙы һалып сығам. Һөҙөмтәлә ете кәрзин килеп сыға. Ҡалған ҡамырҙы йәйеп тағы түңәрәктәр ҡырҡырға була. Мәшәҡәтле, әммә бик тәмле! Тиҙ генә бешеп сыҡҡан кәрзиндәргә төр­лө турамалар һалырға була. Мин сырлы-бәш­мәк­ле йәки краб таяҡсалары ҡушып эшлән­гән­дә­ренә өҫтөнлөк бирәм.







Бәшмәк менән көмрө балыҡ

Һый-ниғмәттән һығылып торһон табынығыҙ!Табынығыҙҙың түрендә көмрө балыҡ (горбуша) ла урын алһын. Тәмле лә, туҡлыҡлы ла, файҙалы ла ул. 
Шулай итеп, эре генә балыҡты йыуып, айғолағын алып ташлағандан һуң ҙур ғына киҫәктәргә бүләбеҙ, тоҙ-борос һибәбеҙ. Әйткәндәй, магазинда бүлгелән­гән әҙер киҫәктәр ҙә һатыла – уларҙы ҡулланһағыҙ ҙа була. Майлы табаға балыҡты теҙеп һалабыҙ ҙа өҫтөнә ҡаймаҡ йә майонез һылайбыҙ. Ул арала икенсе табала ваҡ итеп туралған бәшмәк менән һуғанды ҡыҙҙырып алабыҙ, саҡ ҡына тоҙ һипһәгеҙ ҙә була. Ошо ҡатнашманы балыҡ өҫтөнә матур ғына итеп ҡатлап һалғандан һуң, мул итеп ҡырыл­ған сыр һибәбеҙ. Сырҙың өҫтөнә йәнә майонез һы­лайым. Матур булып күренһен өсөн былай эш­лә­йем: полиэтилен тоҡсайға майонезды һалам да бер осон ҡайсы менән ипләп кенә ҡырҡам. Аҙаҡ шул тишектән майонезды һығып ҡына сы­ға­рам, тигеҙ итеп таратам. Майонез ярамаһа, ҡаймаҡ ҡулланығыҙ. Мейескә ҡуйыр алдынан, табаға саҡ ҡына һыу ҡойоғоҙ. Ҡырҡ минут тирәһеләй үтә ҡы­ҙыу булмаған мейестә бешерегеҙ. Иҫ киткес тәмле, һутлы, матур килеп сыға, табынды ла йәмләй.

Десерт

Һый-ниғмәттән һығылып торһон табынығыҙ!Эремсек, желатин, магазин ҡаймағынан тәм­ле­кәс эшләп ҡарағыҙ. Интернетта рецепт күп, әммә башта әллә ни килтереп сығара алманым, аҙаҡ бөтәһенә ҡул һелтәнем дә күңелем нисек те­ләй, шулай эшләнем. Минеңсә, ифрат тәмле килеп сыҡты! Табын хәстәрләйһегеҙ икән, был десертты кистән әҙерләгеҙ, иртәгәһенә таман ғына булыр.
Шулай итеп, башта ярты литр һалҡын һыуға ике ҡалаҡ желатинды һалып (20 грамм), ҡырҡ ми­нут тирәһенә бүрттерергә ултыртам. Аҙаҡ ут өҫтөнә ҡуйып тотоп алам, тамам ирегәнсе. Әммә ҡайна­тырға ярамай! Иреп бөткәне болғап торһағыҙ ҙа кү­ренә ул. Желатин һыуынған арала, төп эшкә то­то­набыҙ. Бер ҡап эремсек алам (200 грамм), иләк аша үткәрәм. Мәшәҡәтлерәк, әммә шулай иткәндә десерт ауыҙҙа иреп тора. Үткәрмәйенсә лә эшләп ҡараным, тик төйөрлө була. Эремсеккә бер стакан ма­газин ҡаймағы (250 грамм), 4-5 ҡалаҡ шәкәр ҡу­шып, ныҡ итеп миксер менән туҡыйым. Аҙаҡ йы­лымыс ҡына желатинды ҡушабыҙ. Аптырамағыҙ, тәүҙә шып-шыйыҡ була!
Хәҙер иң күңелле мәл етте: берәй матур ғына һауытҡа йәнегеҙ теләгән емештәрҙе турап һалығыҙ ҙа өҫтөнә желатинлы ҡатнашманы ҡойоғоҙ. Мин аралаштырып ҡоям, шулай нығыраҡ оҡшай. Аҙаҡ һыуытҡысҡа ултыртып ҡуйһағыҙ, тәмлекәс дүрт-биш сәғәттә әҙер була. Өҫтәлгә бирер алдынан өҫтөн шоколад менән биҙәһәгеҙ, тағы ла күркәмерәк килеп сыға.

Сәйгә сәксәк
Һый-ниғмәттән һығылып торһон табынығыҙ!Әсәйем әҙерләгән бауырһаҡ, сәксәк бигерәк тәмле була. Үҙем дә ваҡыт булғанда бешерергә яратам.
Бының өсөн тәүҙә биш йомортҡаны һыуытҡыстан алдан алып ҡуйығыҙ – йылына торһон. Артабан уларҙы, матур булып күпереп сыҡҡансы, оҙаҡ ҡына туғырға кәрәк. Был иң мөһиме! Шунан семтем тоҙ һибергә лә, он өҫтәп, ҡамыр баҫырға. Теләһәгеҙ, балғалаҡ осонда сода ла һалып ебәрергә була. Ҡа­мыр йомшаҡ ҡына булырға тейеш. Аҙаҡ ҡамырҙы йәйеп, үҙегеҙ теләгән оҙонлоҡта ҡырҡып, майлы суйында ҡабарғансы бешерергә генә ҡала. Һәр партияны бешергән һайын, суйынды алдан әҙерләп ҡуйған һалҡын һыулы тимер табаҡҡа ултыртып, майҙы һыуытып алырға кәрәк. Шулай иткәндә ба­уыр­һаҡтар ярылмай бешә. Мин үҙем ҙур, эреләрен яратам, тәмлерәк һымаҡ. Теләйһегеҙ икән, нәҙек итеп ҡырҡып бешерегеҙ.
Ә сироп ошолай эшләнә. Бер стакан шәкәргә ярты стакан һыу һалып, ул ирегәнсе ҡайнатырға, шунан ҡайнап ултырған сиропҡа ярты стакан бал һалырға ла биш минуттан һүндерергә кәрәк. Аҙаҡ сиропты бауырһаҡ өҫтөнә ҡойоп бутап матур итеп өйөп ҡуйһағыҙ, байрам табынын йәмләрлек тәмлекәс әҙер.