Ялдарыңды файҙалы үткәр!

5-01-2018, 00:03 // Матур үтһен ялығыҙ // Баҫып сығарырға
Ялдарыңды файҙалы үткәр!Яңы йыл каникулдары мәлендә мәктәп уҡыусылары һәм студенттар “Рәсәй – минең тарихым” мультимедиа музейына бушлай инә ала.

Баш ҡаланың “Башҡортостан” күргәҙмәләр үҙәгендә урынлашҡан интерактив паркта экскурсиялар киске етегә тиклем ойошторола. Билет алыр өсөн 14 йәштән 17 йәшкәсә булған мәктәп уҡыусылары һәм студенттарға паспорт күрһәтергә кәрәк. Ә 14 йәштән бәләкәйерәктәр ата-әсәләре йәки уҡытыусылары менән бергә үткәрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Рәсәй – минең тарихым” мультимедиа музейы былтыр 12 июндә асылды. Бында 3D экрандарҙа, интерактив экспозицияларҙа төрлө тарихи ваҡиғалар менән танышырға була.