= Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уң­ғанлыҡ көн дә кәрәк.
= Аттың матурлығы – башын­да, егеттең матурлығы – түшен­дә.
= Һаулыҡ ҡанаты хеҙмәт бу­лыр, аҡыл ҡанаты хөрмәт булыр.
= Һыу тулҡыны елдән килер, һаулыҡ тулҡыны эштән килер.
= Эшеңдән алтын көтмә – һаулыҡ көт, атаңдан алтын көтмә – аҡыл көт.
= Эшенән айырылған йыл буйы илар, һаулыҡтан айырыл­ған ғүмер буйы илар.
= Эш булыр ел кеүек, ә һаулыҡ булыр елдәге ҡуҙ кеүек.
= Эшкә күҙ һалып һаулыҡты ла белеп була.
= Эшсәнлек – ул баштағы сер, ялҡаулыҡ – ул баштағы сир.
= Болот берекһә – күк күк­рәр, халыҡ берекһә – ер тетрәр.
= Телен һаҡлаған башын һаҡлар.
= Аҡыллы эшен бөтөрә, аҡыл­һыҙ кешене бөтөрә.
= Аҡыллыға бер һүҙ – мая, ахмаҡҡа мең һүҙ – зая.
= Һыйларға һыйың булмаһа, һыйпарға телең булһын.
= Һүҙе хаҡтың йөҙө аҡ.