Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаилә менән ял итеү урындары кәрәк
Ғаилә менән ял итеү урындары кәрәкБашҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу өсөн былтыр 1 миллиард 32 миллион һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән федераль кимәлдәге сығым – 856 миллион, төбәктән – 175 миллион һумдан ашыу. Был финанслау байтаҡ ҡаланы төҙөкләндереүгә, уларҙа уңайлы шарттар булдырыуға ярҙам итте. Шул иҫәптә Стәрлетамаҡ та бар.

2018 – 2022 йылдарҙа тор­мошҡа ашырыласаҡ проект­тың маҡсаты, әйтелгәнсә, ҡала­ларҙы үҫтереүгә, уларҙа ха­лыҡ өсөн уңайлы шарттар, ял урындары булдырыуға ҡайтып ҡала. Шуны­һы һөйөнөслө: бындай ярҙамға ниндәй биләмәләр мохтаж, ҡайҙа ремонт, үҙгәреш талап ителгәнен граждандар үҙҙәре хәл итә. Объекттар уларҙың тауыш би­реүе һөҙөм­тәһенә ярашлы һай­лана. Билдәле, өҫтөнлөк алған проект планға индерелә. Суб­си­дияның өстән ике өлөшө – мотлаҡ күп ҡатлы йорттар ихатаһын төҙөк­лән­дереү, ә ҡалғаны ха­лыҡ күп­ләп йөрөгән урындарҙы (мәҫә­лән, скверҙар, майҙансыҡтар, яр буйҙары) яңыртыуға бүленә.
Нисек һайларға һуң теләгән объектыңды? Был йәһәттән мәғ­лүмәтте ҡала хакимиәт­тәре­нең рәсми сайттарынан та­быр­ға була. Ҡыҙыҡһындырған урынды тапҡас, халыҡ күмәк­ләп проектҡа бәйле үҙ фекерен белдерә, кәңәшләшә ала.
Стәрлетамаҡтар, мәҫәлән, ғинуарҙа 19 проект буйынса тауыш бирҙе. Һайланғандар ара­һында балалар майҙансығы, парктар, Стәрле, Ольховка йылға­ларының яр буйҙары бар. Шулай ҙа халыҡ иң күп тауышты йәйәү­леләр зонаһы өсөн биргән. Тимәк, улар фекеренсә, Стәрле­тамаҡта ғаилә менән ял итеү урындарын күберәк булдырырға кәрәк.
Әйткәндәй, былтыр нәҡ ошо программаға ярашлы ҡаланың Хоҙайбирҙин урамындағы йәйәү­леләр зонаһы төҙөклән­де­релде. Шулай уҡ 90-дан ашыу йорт алды күркәм төҫ алды, велосипедта елдерергә яратҡандарға айырым ял урыны булдырылды, юлдарға асфальт түшәлде, ҡороған ағас­тар урынына йәш үҫентеләр ултыртылды, ҡоймалар яңыртыл­ды, яңы туҡталҡалар барлыҡҡа килде.
Урындағы хакимиәттә әйтеүҙә­ренсә, ҡаланы киләсәктә лә ошондай программалар ярҙамында матурлау мөмкинлеге киң файҙа­ланыласаҡ.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ауылдаштар  байрам итте

Ауылдаштар байрам итте 15.08.2018 // Матур үтһен ялығыҙ

Ишембай районындағы Скворчихала Ауыл көнө үтте. Йылына бер тапҡыр бында үткәндәргә йомғаҡ яһау,...

Тотош уҡырға 92

Шафталы йыйырға – Ҡырымға

Шафталы йыйырға – Ҡырымға 15.08.2018 // Матур үтһен ялығыҙ

Башҡорт дәүләт аграр университетының “Башаҡ” студент отряды йәйге ялын Ҡырымда шафталы йыйып...

Тотош уҡырға 117

Рәхәтләнеп уйнар саҡ

Рәхәтләнеп уйнар саҡ 01.08.2018 // Анонстар / Матур үтһен ялығыҙ

Республикала балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен өсөн күп көс һалына Балаларҙың шат тауышы, ихлас...

Тотош уҡырға 236

Ташландыҡ урын паркка әйләнгән

Ташландыҡ урын паркка әйләнгән 24.07.2018 // Матур үтһен ялығыҙ

Быға тиклем 23800 кеше йәшәгән Дәүләкән ҡалаһында халыҡҡа рәхәтләнеп ял итер урындар бик аҙ булған....

Тотош уҡырға 114

Һыу инеү хәүефһеҙ

Һыу инеү хәүефһеҙ 24.07.2018 // Матур үтһен ялығыҙ

Ҡала хакимиәте, халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, Дим йылғаһы ярындағы махсус һыу инеү...

Тотош уҡырға 120

“Орленок”ка килегеҙ!

“Орленок”ка килегеҙ! 13.07.2018 // Анонстар / Матур үтһен ялығыҙ

Йәй етеү менән балалар йә ауылдағы олатаһы-өләсәһе янына, йә диңгеҙ буйҙарына, йә һауыҡтырыу...

Тотош уҡырға 278

Ялым һәйбәт үтһен тиһәгеҙ...

Ялым һәйбәт үтһен тиһәгеҙ... 06.07.2018 // Йәмғиәт / Матур үтһен ялығыҙ

Республикала көндәр эҫе тора. Күптәр йылға, күл буйҙарында ял итеүҙе хуп күрә. Был арала һыуға...

Тотош уҡырға 240

Байымай ҡайҙа барһын?!

Байымай ҡайҙа барһын?! 06.06.2018 // Матур үтһен ялығыҙ

Ике иҫәр йомаҡ әйтешә икән. – “Л” хәрефенә башлана, “А” хәрефенә бөтә – ул ни була? – Танк! – ти...

Тотош уҡырға 236

Имен үтһен ялдарығыҙ

Имен үтһен ялдарығыҙ 29.05.2018 // Матур үтһен ялығыҙ

Ниһайәт, йыл буйы көтөп алған каникул, отпуск, тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеү мәлдәре етте. Күңел саф...

Тотош уҡырға 288

“Һылыуҡай” Кем булыр?

“Һылыуҡай” Кем булыр? 23.03.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Матур үтһен ялығыҙ

Баш ҡаланың “Азимут” ҡунаҡханаһында “Һылыуҡай-2018” бәйгеһе ойоштороусылары һәм бағыусылары,...

Тотош уҡырға 322

Ҡайҙа тәгәрәргә?

Ҡайҙа тәгәрәргә? 28.02.2018 // Матур үтһен ялығыҙ

Рәйфә әбей ҡала ситендәге баҡсаһында эштәрен теүәлләп ҡайтты ла өй мәшәҡәттәренә сумды. Бер бүлмәле...

Тотош уҡырға 463

Ҡамыр эсендә алма

Ҡамыр эсендә алма 20.02.2018 // Матур үтһен ялығыҙ

Дүрт порция өсөн дүрт алма, ике аш ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы корица онтағы, ике стакан үҫемлек...

Тотош уҡырға 351