Ҡамыр эсендә алмаДүрт порция өсөн дүрт алма, ике аш ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы корица онтағы, ике стакан үҫемлек майы, 20 грамм мүк еләге кәрәк.
Ҡамыр өсөн: ике стакан һыра, 350 грамм он, ике аш ҡалағы зәйтүн майы, ике йомортҡаның ағы, бер аш ҡалағы шәкәр, тәменсә тоҙ.
Һыра, он, тоҙ, зәйтүн майын, шәкәрҙе бергә ҡушып болғайбыҙ, йомортҡа ағын туғып, бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.
Алмаларҙы ҡабығынан таҙалайбыҙ, үҙәген алабыҙ, бер сантиметр ҡалынлы­ғында түңәрәкләп киҫәбеҙ ҙә, ҡамырға манып, ҡайнап торған майҙа алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер булғас, үтәләк менән һоҫоп алып, артыҡ майын һарҡытабыҙ.
Табынға бирер алдынан өҫтөнә шә­кәр, корица һибәбеҙ ҙә мүк еләге менән биҙәйбеҙ.

Банан ҡоймағы
Ҡамыр эсендә алмаБанан ҡоймағын бешерер өсөн ике стакан һөт, сүпрә, шәкәр, ике йомортҡа, он, банан алығыҙ. Һөттө сүпрә, шәкәр, он менән болғап, әсеткене 40 градуслы мейескә ярты сәғәткә ҡуйығыҙ. Әсетке күтәрелә башлағас та йомортҡа, тоҙ, он өҫтәгеҙ. Ҡамыр ныҡ шыйыҡ булмаҫҡа тейеш. Артабан ҡамырҙы яңынан йылыға алып ҡуйығыҙ. Берәй сәғәттән ҡамырға сәнскес менән иҙелгән бананды ҡушығыҙ. Килеп сыҡҡан массанан ғәҙәттәгесә ҡоймаҡ ҡойоғоҙ һәм өҫтәлгә ҡуйыр алдынан шәкәр онтағы һибегеҙ.

Перәник
Ҡамыр эсендә алмаЯҡындарын татлы ризыҡ бешереп һыйлағылары килгән хужабикәләргә бик еңел әҙерләнә торған ҡамыр ризығы. Перәниктәр һатып алынғанға ҡарағанға күпкә тәмлерәк килеп сығасаҡ.
Бер стакан ойоған һөткә бер стакан шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ сода һалып болғатырға. Он ҡушып, туҡмас ҡамыры­нан йомшағыраҡ итеп баҫырға ла ике сантиметр ҡалынлығында йәйергә кәрәк. Артабан түңәрәкләп ҡырҡып (кемгә ниндәй форма оҡшай, шулай мөмкин), мейескә ҡуйырға ғына ҡала. Перәниктәр 20 минутта бешеп сыға.