Оҫта ла, остаз даБерәй кеше тураһында һүҙ ҡуҙғатылһа, ғәҙәттә, уның ниндәй заттан булыуы менән ҡыҙыҡһыналар. Ейәнсура районының мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөгән ир-уҙаман Йәмил Йәнбәковтың фамилияһы был яҡтар өсөн ят, шуға ла уның Эйек буйына ҡайҙан килеүе тураһында һорамайынса булдыра алманым. Йыр-бейеүгә һәләтле һәм дәртле кешеләр ҡайҙан сыға һуң? Әлбиттә, Баймаҡтан!
Йәмил Иҫәнғолға бынан ун өс йыл элек килеп төпләнгән. Төп һөнәре — бейеүсе. Хәйер, йәш быуынды үҙенең төп һөнәренә өйрәтеүсе лә ул. Йәғни, заманса итеп әйтһәк, хореограф. Йәне-тәне менән үҙ эшенә мөкиббән бирелгән кеше. Инде нисә быуын мәктәп уҡыусыларын сәнғәт донъяһына әйҙәп, нәфис хәрәкәт үҙенсәлектәренә һәм нескәлектәренә, халыҡ бейеүҙәре серҙәренә төшөндөрөүсе, үҙенә йәш алмашсылар тәрбиәләүсе ысын ижадсы... Шулай ҡылыҡһырланы уны ижадташтары.
Бәләкәйҙән бейеү менән ҡыҙыҡһынған Йәмил мәктәпте тамамлағандан һуң сәнғәт училищеһын һайлап яңылышмағанлығын хеҙмәт юлы башланғанда уҡ аңлай. Тамашасыларҙың һәр сығышын яратып ҡаршылауы, көслө алҡыштар менән оҙатыуы уны ҡанатландыра, ижад уты менән сорналған күңеле тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә әйҙәй — бейеү сәнғәтенең әле һүтелеп бөтмәгән йомғағын үҙләштереү маҡсаты тынғыһыҙ егетте Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университетына алып килә. Бер нисә йылдан һуң юғары белемле белгес тыуған Башҡортостанында балетмейстер-бейеүҙәр ҡуйыусы булып эшләй башлай. Һәләтле бейеүсе һәм ойоштороусыны Ейәнсураға саҡырып килтерәләр — 90-сы йылдар аҙағында район балалар менән эшләүсе хореографҡа ҙур ихтыяж кисергән була. Мәҙәниәт йортонда эшләү менән бер рәттән, Иҫәнғол башҡорт гимназияһында ла дәрестәр алып бара егет. VIII—IX класс ҡыҙҙары ҡатнашлығындағы “Эйек буйы Оҫта ла, остаз даҡыҙҙары” ансамбле тиҙҙән “Тимербай килендәре”, “Зарифа”, “Гөлнәзирә”, “Ҡара-ҡаршы” башҡорт халыҡ бейеүҙәре, “Сәскә ат, Башҡортостан!” хореографик композицияһы менән районда танылыу яулай. Артабан уның мәктәбен үткән ике уҡыусыһы — Гөлнара Хәкимова менән Гөлшат Дүшәнбаева үҙ ғүмерен сәхнәгә, атап әйткәндә, бейеүгә арнай. Улар бөгөн Иҫәнғолда үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй.
Хәҙерге көндә район мәҙәниәт йортоноң Йәмил Йәнбәков етәкселегендәге үҫмер ҡыҙ һәм егеттәрҙән торған “Оло Эйек” бейеү ансамбле халыҡ исемен яҡлауға (дөрөҫөрәге, раҫлауға, сөнки был исемгә беренсе тапҡыр 2000 йылда уҡ өлгәшкәндәр) әҙерлек эше алып бара. Шуны билдәләү мөһим: бейеүселәрҙең быуындар бәйләнеше өҙөлмәй. Берәүҙәр, мәктәпте тамамлап, ансамбль менән хушлаша, уларға алмашҡа башҡалар килә.
Талантлы хореограф ҡулы аҫтында эшләүсе йәш бейеүселәрҙең, “Байыҡ” республика телевизион конкурсында ике йыл рәттән ҡатнашып, төрлө номинация буйынса призлы урындар яулауы ла тотош коллектив һәм район өсөн шатлыҡлы. Тимәк, ейәнсураларҙың ижади мөмкинлеге ҙур.
— Әле бейеүселәрҙе телевизион конкурстың икенсе турына әҙерләргә кәрәк. Мин үҙем ерлектәге материалға нигеҙләнгән сюжетлы шаян бейеүҙәрҙе яратам — ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ. Бына шул композиция өсөн музыканттар менән бергәләп музыка һайлайбыҙ, — тине хореограф. — Эшемдең ыңғай, уңышлы барыуында, әлбиттә, һәләтле балаларҙың күп булыуы, хеҙмәттәштәрем менән аңлашып эшләү, етәкселәрҙең аңлы ҡарашы ныҡ ярҙам итә.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ — улар һәр саҡ юлда һәм сәхнәлә. Ошо көндәрҙә генә Ейәнсура егеттәре һәм ҡыҙҙары Мәскәүҙә үткән “Башҡортостан көндәре”ндә ҡатнашты. Ә беҙҙең геройыбыҙ Йәмил Йәнбәков ошо эштең нәҡ уртаһында булды.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ейәнсура районы.