"Гел уңыш килтерә"Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзифа Исҡужина Йылан йылы килеүен түҙемһеҙлек менән көтә. Ни генә тимә, уның йылы гел уңыш, ҡыуаныс, бәхет килтерә.

— Яңы йыл — ғаиләбеҙҙең яратҡан байрамы. Тик, артист булғас, уны йыш ҡына микрофон тотоп, сәхнәлә ҡаршылайбыҙ. Быйыл да тормош иптәшем Артур Туҡтағолов менән "Танып" шифаханаһында эшләнек. Әлбиттә, беҙҙең йыр-моңдо яратҡан тамашасылар менән осрашыу гел ҡыуаныслы. Йырлап, бейеп, күңел булғансы аралашып ҡалаһың. Әгәр саҡыралар икән, бер ваҡытта ла баш тартмайбыҙ. Ә бына Яңы йылдың беренсе көнөндә дуҫтар, туғандар өсөн ишегебеҙ һәр саҡ асыҡ. Мул табын әҙерләйбеҙ. Башлыса милли аш-һыуға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Быйыл күнегелгән "Оливье" салатын йылан формаһы биреп биҙәнем. Ҡунаҡтар хайран ҡалды. Шулай ҙа беҙҙә булған һәр кем үҙем әҙерләгән ҡаҙылыҡты маҡтай. Уның рецебын гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәйек.

Ҡаҙылыҡ өсөн һимеҙ һум ит (йылҡы ите) алына. Уны ваҡлап турағыҙ ҙа, тоҙ, борос һибеп, яҡшылап бутағыҙ. Шунан кәстрүлгә һалып, бер тәүлеккә һалҡын урынға ҡуйып тороғоҙ. Ҡаҙылыҡ өсөн алынған эсәкте яҡшылап йыуып, бер осон бәйләгәс, әҙер итте эс майы менән аралаштырығыҙ ҙа шунда тултырығыҙ. Аҙаҡ башын ныҡ итеп бәйләргә кәрәк. Әҙер ҡаҙылыҡты еләҫ ергә элергә була, беҙ иһә шунда уҡ бешерәбеҙ. Һауытты талғын ғына утҡа ҡуйығыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ҡаҙылыҡты бер нисә урындан тишегеҙ. Бешкәс, эҫе көйөнә лә, һалҡын килеш тә тәмле була.