Көлкө — ул ҡояш: кеше йөҙөндәге күләгәне бөтөрә.
Шаянлыҡты юғалтма. Кеше өсөн ул рауза сәскәһенә еҫ кеүек кәрәк.
Ихлас көлгән кеше — һәйбәт кеше.
Көлөү — кешеләрҙе яратыу ул.
Шаянлыҡ — рухи сәләмәтлек билдәһе.
Юмор йәнде упҡын аша алып сыға.
Көлкөгә батшалар ҙа буйһона.
Юмор — тормош диңгеҙендә ҡотҡарыу сараһы.
Юмор — үткер аҡыл ул.
Кеше бөтә йән эйәләренән йылмая белеүе менән айырыла.
Йылмайыу кешенең эске донъяһын аса.