Йәй - ул рәссамЙәй — ул рәссам.
Ер өҫтөнә
Мең биҙәктәр яһар саҡ.
Йәй — моңло йыр.
Ҡоштар ярһып,
Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ.

Йәй — ул сәскә.
Ялан-ҡырҙың
Йәйғор төҫөн һайлар саҡ.
Сәскә һутынан йыйылған
Балы менән һыйлар саҡ.

Йәй — ул ҡояш.
Йылы нурға
Һәр ҡыяҡ үрелер саҡ.
Еләк-емеш ҡыҙарышып,
Бешер ҙә өҙөлөр саҡ.

Йәй — йылға-күлдәр ярында
Ҡырсынташтар ҡайнар саҡ.
Һыуҙа сума-сума йөҙөп,
Балыҡ булып уйнар саҡ.
 




Escort agency moscow, of тут .