Аҙна күптәр өсөн бик уңышлы буласаҡ, айырыуса яңы эш башларға йөрьәт итеүселәргә бәхет йылмайыр. Уҡыу, фән, ижад менән шөғөлләнеүселәрҙең эше ырар. Ныҡышмал һәм әүҙем кешеләр оҙайлы ял мәлендә тупланған мөһим эштәренең барыһын да атҡарып сығыр. Яҡындарығыҙға нимәнелер әйтеп бөтөрмәү, аңлашылмаусанлыҡтар тураһында онотоғоҙ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә яҡшыға үҙгәрештәр көтә. Был арала эшлекле аралашыуҙы нығытыу, дуҫ-иштәрегеҙ менән осрашыу һәйбәт бәйләнештәргә булышлыҡ итер.

ҠУҘЫ
(21.03 — 20.04).

Уңышҡа ирешергә кәрәк тигән маҡсат ҡуйып тотонһағыҙ, байтаҡ эш ыратырһығыҙ. Ғаилә ҡороп өлгөрмәгән булһағыҙ, һөйгән йәрегеҙгә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был кешене ғүмерлек юлдашығыҙ итеп һайлауығыҙ бик ихтимал. Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ. Һөйәк, теш һыҙлауы һәм хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 61 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ярҙам итегеҙ әле

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең магазинында йөрөйөм. Ҡапыл:
– Ярҙам итмәҫһегеҙме, – тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, янымда танылған әҙиптең ҡыҙы тора. – Атайым, башҡортса, татарса өсәр китап алып ҡайт әле, тигәйне. Башҡортса ла, татарса ла уҡый белмәйем. Һайлап алып бирегеҙ әле!
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем зирәк — тап тиҙерәк!Горизонталь буйынса. 6. Ҡырҡып боталған нәҙек оҙон ағас. 7. Йөрәк дарыуы. 9. Махсус уҡыу йорто. 10. Реклама газы. 11. Йәшелсә. 12. Һәр күлдә ... булмаҫ. 16. Ер йөҙөн сағылдырған һыҙма. 17. Йондоҙ сәскә. 20. Ҡабул булмаҫ доғаға ... тотма. 22. Боронғо Римда хужаһын оҙатып йөрөгән ҡораллы ялсы. 23. Берәй сәбәптән тотош йәки яртылаш эшкә яраҡһыҙ булып ҡалған кеше. 24. Электр тогының көсөн үлсәү берәмеге.
Ком: 0 // Уҡынылар: 84 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аждаһа йылы нимә вәғәҙә итә?Аждаһа йылы дүрт нигеҙгә ҡоролған: оҙон ғүмер, байлыҡ, күңел тыныслығы, сафлыҡ. Әммә был йондоҙлоҡ шул уҡ мәлдә уҫал да, һис кенә лә кәмһетеүгә, йәиһә үҙенән көлөүгә юл ҡуймаҫ. Шуға ла йондоҙнамә төҙөүселәр был билдә аҫтында яҙмыш менән шаярмаҫҡа һәм үҙеңде бушты-юҡҡа хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа кәңәш итә. Быйыл нимәнелер эшләр алдынан һәр ваҡыт ентекле уйлау зарур. Шул мәлдә, Көнсығыш йондоҙнамәһенә ярашлы, Аждаһа һеҙгә һис шикһеҙ уңыш һәм ҡаҙаныш килтерер.
Быйыл Аждаһа йылында тыуғандар бигерәк тә уңышҡа өмөтләнә ала. Ә бына башҡаларға яҙмышы алдынан сапмаҫҡа кәңәш ителә. Әйҙә, бөтәһе лә һәүетемсә генә үҙ яйына барһын.
Яңы йылда яңғыҙҙар үҙҙәренең икенсе яртыһын табып шатланасаҡ. Оҙаҡ эҙләнеүҙәрҙән һуң ғаилә ҡороп ебәреүселәр ҙә буласаҡ. Балалар ҙа көттөрмәйәсәк. Аждаһа йылы ошоға булышлыҡ итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 85 тапҡыр // Тотош уҡырға
- Француздар Яңы йыл байрамында ҡыҙҙырылған күркә ите ашамаһа, йыл буйы ризыҡҡа мандымаҫбыҙ тип ҡурҡа.
- Ә бына Австрия, Венгрия, Югославия халҡы Раштыуала өҫтәлгә бер ниндәй ҙә ҡош ите ҡуймай, сөнки алда көткән бәхетле мәлдәр осоп китер тигән хөрәфәткә ныҡ ышана. Улар күберәк емеш-еләк һәм һарыҡ итенән бешерелгән аш-һыу әҙерләй.
- Румыния, Болгария һәм Австралияла, башлыса, ҙур бәлеш әҙерләп, уның эсенә тағы бер ҡат ҡамырға төрөлгән аҡса, өрөк, ҡыҙыл борос ҡыҫтырып бешерәләр. Йәнәһе, ул кем өлөшөнә эләгә – шул бәхетле буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 67 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 12 13 14 15 16 17 18 19 20 ... 23 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ