...Өс быуынды һыйындырҙың Һин үҙ ғүмереңдә. Ике килен төшөрҙөң, бер кейәү ҡаршыланың. Алты бала иҙәнеңдә тәпәй атларға өйрәнде. Бер егет ишегеңде ипләп кенә япты ла ике йылдан йәшел шинель кейеп ҡайтып инде. Матур тарихың бай. Шулай ҙа... тик шатлыҡлы йөҙҙәр менән генә шығырым тулманың Һин, төп хужаңды һуңғы юлға оҙатабыҙ тип, ана, күпме кеше зәңгәргә буялған ишегеңде асты ул көндө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 282 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уны ҡояш үпкәндер— Маңлайыма тай типмәгән әле, бесәй кеүек атлаған һайын бәпәй тап, имеш. Хәҙер алтмышынсы йылдар, замана башҡа. Юҡ, өгөтләмә лә, әҙәм көлдөрмәйем. Бик кәрәк булһа, үҙең тап, — тип асыуҙан ҡабынып киткән Нәркәс иренең ауыҙын ябырға тырышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 314 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҙырлап яна усаҡ Йылға ғүмере
Бормаланып аға йылға,
Шишмә сағын һағына.
Ә ул анау күкһелләнгән
Тауҙар аҫтында ғына.
Ҡарарлыҡ шул йыш боролоп, –
Йылдар ятмай арала:
Йылға өсөн үткән ғүмер
Саҡ(ы)рымлап һанала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 268 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ысынбарлыҡ
Күлдәрҙең мин күбен күрҙем –
Һайҙарын, тәрәндәрен,
Табалманым Өргөн күлдәй
Яп-яҡты, зәңгәрҙәрен.
Шул күлдәргә ғашиҡ булдым
Һәм тоғромон мәңгелек.
Тәбиғәттән күскән минең
Күңелемә йәмлелек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 185 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Туғаным, кил әле бында, кил.
Баҙарҙа аңшайып йөрөгәнемде күреп, себеш һатып торған ханым үҙенә әйҙүкләне:
– Минән генә ал, минән генә, иң яҡшыларын бирәм. Бында иң һәйбәттәре минеке. Бала кеүек ҡарайым бит уларҙы. Ғүмер буйы ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләгәс, уның рәт-сиратын яҡшы беләм. Бүтәндәрҙеке тәк сибә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 370 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡҡош ҡыҙы Егеттең тән тиреһе өҙөлөргә етешеп тартылды. Хәҙер ул шартлар ҙа барыһы ла бөтөр... Ләкин, юҡ, дейеү уны тағы берҙе һелкте лә күҙҙән юғалды.
"Иҫәр! Иҫәр..." – Был һүҙҙәр Сынйырҙың мейеһен салғы кеүек телгеләй, тәнендәге яраларынан йәшел ҡан аға. Әллә Зиндан хаҡлымы
Ком: 0 // Уҡынылар: 248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таш ихата(хикәйә) Ауыл халҡы геү килеп Еңеүҙең 50 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнеп йөрөгән көндәр. Ихаталар, урамдар тәртипкә килтерелә, кәнсәләр янындағы обелискты матур итеп буяп, яҙыуҙарын яңыртып, сәскәләргә күмгәндәр. Көндәр шундай матур, ҡояшлы, йылы. Ағастар йәшел бөркәнсәген ябынған, үләндәр тартып үҫтергәндәй, күпереп тора. Ярата ошондай яҙғы ығы-зығылы көндәрҙе Шакирйән. Бигерәк тә кәнсә ҡаршыһында торған һәйкәл янына барып, уйланып, хыялланып ултырырға ғәҙәтләнгән. Һәйкәл янындағы яңғыҙ ҡайынға әллә күпме серҙәрен һөйләгәне бар уның. Бына әле лә, ҡулдарын артҡа ҡуйып, әкрен генә шунда ыңғайланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 253 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төнгө сәй тәме(хикәйә) Бәләкәй генә бүлмәлә ултырам. Зиндан тигәндәре шул сама булалыр, моғайын. Арҡырыһы-буйы, хатта бейеклеге лә икешәр генә метр самаһы. Ҡара-һоро төҫтәге стеналары, иҙән-түшәме – бетон, ишеге – тимер. Тәҙрә-фәләне юҡ. Хәйер, ер ҡуйынында ниндәй тәҙрә булһын, ти! Хәрби телеграф дивизия штабы урынлашҡан өс ҡатлы бинаның аҫтында ҡоролған бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 297 тапҡыр // Тотош уҡырға
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Заһира апайға гәзиткә материал әҙерләү бурысы йөкмәтелә. Күпте күргән тәжрибәле журналисҡа был нимә инде. Күҙ асып йомғансы тигәндәй үҙ бурысын үтәп тә ҡуя. Район халыҡ судындағы прокурор Мөғәллим исемле ағай менән бына тигән әңгәмә ойоштора һәм тиҙҙән баш мөхәррир өҫтәленә тып иттереп килтереп тә һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 210 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заһира апай Ғәзизова ғүмере буйы район гәзитендә эшләне. Көндәрҙең береһендә улар редакция машинаһында командировкаға сыға. Яҙғы матур көн. Магнитоланан дәртле көйҙәр ағыла, барыһының да кәйефе шәп. Тиҙҙән улар бер боролошҡа яҡынлаша. Ҡасаба ере бит, светофор-маҙар юҡ. Шофер йәнәшәһендә ултырған Заһира апайға:
Ком: 0 // Уҡынылар: 227 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 62 Алға
Бит башына