ПатриотМәсәлим Әхмәтович бик ҙур урында ултыра. Хәйер, улай тип ҡысҡырып әйтмәһәм дә, атлап йөрөшөнән, ҡулына йәбешкән һимеҙ, крокодил тиреһенән тегелгән портфеленән үк уның юҡ-бар ерҙә салбар тыжып йөрөмәүен шәйләрһегеҙ. Бик арыу урында ултырғанға ла илебеҙ хаҡында ҙур хәстәрлек күрә ул.
Бына әле лә Мәсәлим Әхмәтович ҡалабыҙҙың иң мәртәбәле биналарының береһендә төкөрөктәрен сәсә-сәсә бик мөһим телмәр тота. Бындай ҙа көсөргәнешле эштән һуң тамағы сарсап китте буғай, алдында торған һауыттан һыу уртланы ла залдағыларға йәнә киҫәтеүле ҡараш ташланы. Унан, галстугын рәтләп, күҙлеген бармағы менән төймәләй бәләкәс кенә танауына атландырып, кәңәшмәне дауам итте:
Ком: 0 // Уҡынылар: 1134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тылсымлы һыуБүре үҙәге — һай, әммә бик мәкерле соҡор. Асфальт юл буйлап һин дә мин елдергән машиналар шунда килеп төшөп тора, күләүеккә һыу эсергә йыйылған саванна йыртҡыстарындай, туплана бирә. Сыйылдашалар, үкерешәләр, тик һөҙәк кенә күренгән үргә менеп кенә китә алмайҙар.
Боҙлауыҡ — бөтә шофер халҡының ҡан дошманы. Тик терегөмөш бағанаһы утыҙҙы күрһәтеп торған ғинуар көнөндә ниндәй “гололед” ти инде ул!? Башҡа бер ерҙә булмағанды, Бүре үҙәгенә ул ҡайҙан килгән? Йәйен кипкән шишмә әллә ҡышын бәреп сыҡҡанмы? Юҡ! Ә шулай ҙа йәһәннәмдән килгән Ҡаҡ боҙ машина тәгәрмәстәрен зыр-зыр әйләндерә, шоферҙарҙы сығырынан-сығара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1360 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аҡмулла” кроссворды1. Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ... булмаҫ, тигән.
2. Аҫыл ..., ерҙә ятып, әрәм булмаҫ.
3. Маҡтамаҫ әҙәмде әҙәм, күрә алмаһа,
... эт ятып өрөр, йөрөй алмаһа.
4. Дәрдмәндтәр шағир булмай, эс бошмаһа,
...-дәрте ташып сығып, эш бешмәһә.
5. Таушалды ҡайғы менән аҡыл, хәтер.
Эсемдә ҡайғы-хәсрәт тулып ятыр.
Шулай ятып, ... бисарағыҙ
Тәрәндән әйләндереп һүҙ ҡуҙғатыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2056 тапҡыр // Тотош уҡырға
Галстугы  борсаҡлы икән...Тәбиғәттә ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы, асылда, сағыу төҫ менән үҙенә йәлеп итә, арбай. Таҡҡан галстук та, баҡтиһәң, аҫыл заттарҙы ылыҡтырыуҙың бер юлы икән. Психологтар фекеренсә, ул хужаһының холоҡ һыҙаттары хаҡында ла күпте һөйләй. Төҫ был осраҡта артыҡ әһәмиәткә эйә түгел — галстуктың геометрик торошо, семәрләнеше, биҙәлеше мөһимерәк.
1. Борсаҡ төшөрөлгән галстук таҡҡан кеше: — алға ынтылыусан; — һәйбәт профессионал; — тормошта тоғролоҡ һаҡлай; — үҙ-үҙен ярата; — бойорорға ярата, тик үҙе генә ҡарарҙар ҡабул итә; — тормошто нисек бар, шулай ярата; — ирҙәр дуҫлығының буш хәбәр түгеллегенә инана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1311 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Тыуған илегеҙҙе яратаһығыҙмы?
— Әлбиттә.
— Уның өсөн ғүмерегеҙҙе бирергә әҙерһегеҙме?
— Ул саҡта уны кем яратыр һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1113 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң “күңелле” үҫемлек Ғәрәбстан ярымутрауында үҫә. Әгәр кеше уның орлоғон ашаһа, тыйыла алмай туҡтауһыҙ көлөргә тотона икән. Бындай хәл 30 — 50 минут дауам итә. Шунан кеше йоҡоға тала. Урындағы халыҡ был орлоҡто теш һыҙлағанда ҡуллана.

* * *
Бер йыл эсендә иң күп орлоҡто (28 миллион тирәһе) тирәк ағасы бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1223 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙә йәшәй ышанысКонцертҡа һуңлап ҡуймайым тип, мәҙәниәт һарайына ашығып китеп барам. Ҡараһам, гәзит киоскыһы алдында таныш кеше баҫып тора. Бәй, был бит “Юлдаш” йыры-2010” конкурсында ҡатнашып, танылып өлгөргән һәүәҫкәр йырсы Риф Бикбаев икән дәһә.
Радиола көн һайын тигәндәй уның “Булмаһын юғалтыуҙар” исемле йыры яңғырай. Иҫәнләшмәй булмаҫ тип, уға табан атланым:
— Сәләм, ағай, ни эш ҡылып йөрөйһөң?
— Концертта сығыш яһарға саҡырғайнылар әле. Күгәрсен районы менән Өфө араһын йыш тапап, ҡайһы саҡта өйгә алдырған гәзитте уҡырға ла өлгөрөп булмай. Бына, милли баҫмаларыбыҙҙың һуңғы һандарын алып кинәнмәксемен. Үҙең ҡайҙа юл тотаһың?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1526 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сократ әйткән, тиҙәр (ысын булһа): “Мин үҙемдең бер ни ҙә белмәгәнемде беләм”. Кем әйтһә лә, иллә шәп әйткән! Ә мине ҡыҙыҡһыныусан тәбиғәтем ҡайһы саҡта кеше түгел, эт инеп аҙашырлыҡ ҡарурмандарға юлыҡтыра.
Бына, мәҫәлән, илебеҙҙә “һайлау” тигән оло ғәләмәт ҡайтанан ҡалҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһынаһы иттем бит — теле-радио-интернет һәм медиа (гәзит-журналдар була уныһы) мәғлүмәттәрҙә халыҡ зыу килеп тикшергән “һуллыҡ-уңлыҡ”, йәғни, иң байҙарҙы ла йәнтәслим талаштырған “һулдар” менән “уңдар” кемдәр ул? Үҙемдең барлыҡ энциклопедик белемемде эшкә ектем (ә ул, кәм тигәндә, фәнни коммунизм фәненән “өслө” билдәһендә тамамлана), ул белемде бөгөнгө (ХХI быуат!) заман ҡалыптарына һалдым, һәммә яҡлап ентекләп тикшереп ҡараным, әммә... ни өсөн хәҙерге сәйәси партияларҙың береһе — “һул”, ә икенсеһе — “уң”? Үҙемдең уң ҡулымдың һулынан нисек айырылғанын яҡшы беләм, ә бына һин шуларҙы үлсәм ҡалыбы итеп алған партияларҙы айырып ҡара!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1431 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зилә Янбулатова шиғыры Риф Бикбаев көйө

Булмаһын шул хаҡһыҙ юғалтыуҙар —
Ғашиҡтар гел бәхет кисерһен.
Һәр бер атҡан алһыу матур таңдар
Бар(ы)һына ла бәхет килтерһен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1799 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шул һанды табып бирһәңсе...

Бүтәндәр нисек атайҙыр, уныһын белмәйем, әммә ул үҙен ҙур шағир тип иҫәпләй. Ә әҙип кеше, үҙегеҙ беләһегеҙ, һәр ваҡыт халыҡ араһында йөрөргә тейеш.
Аллаға шөкөр, ул быға тамсы ла хилафлыҡ килтермәй. Матбуғат йортонда әле бер редакцияла, әле икенсеһендә йыш күрергә була уны. Бына бөгөн дә, арлы-бирле итергә өлгөрмәнек, килеп тә инде.
— Ҡустым, фәлән-фәлән көндә бер шәлкем шиғыр ҡалдырғайным, сыҡтымы икән, юҡмы? Сыҡһа, шул һанды ғына табып бирһәңсе.
Кеселекле итеп һөйләшкән әҙиптән:
— Бәй, ағай, үҙегеҙ гәзит алдырмайһығыҙмы ни? — тип һорарға батырсылыҡ иттем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 Алға
Бит башына