Ну яратам да үҙҙәрен...
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен әрләп торорға мин шофер түгел, эргәhендә ултырып йөрөүсе генә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уларҙы обожаю. Нур сәсеп торған ҡа­йыштарын күрhәм, алтын тапҡандай ҡы­уанам. Ә теге, буй-буй таяҡтарын hелтә­hәләр, ирейем дә китәм. Тик ирҙең генә йөҙө бүртенеп сыға. Бына әле лә Благоварға еткәс, таяҡ болғанылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 299 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫтәреңә төшһәм, һыу һип, әсәй, мин ултыртҡан тамсы гөлдәргә...
Алһыу ҡыҙыл күҙ йәштәрен түгеп,
Һаубуллаша тамсы гөлдәре.
Әйтерһең дә, улар әсәйемдең
Тын моңһоулыҡ тулы күҙҙәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 336 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Үрмәләр еренән –  үрмәләп, йүгерер еренән –  йүгереп...” Интернетта ирҙәр зарланып яҙғанды күрһәм, баштарына яулыҡ бәйләге килә. “Илдә насар” тип илап ултырған боронғо аҡһаҡалдарҙы күҙ алдына килтерә алмайым! Ә ҡасан тормош еңел булған?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 224 тапҡыр // Тотош уҡырға
Танышыу (Уйынлы-ысынлы) Нурислам ағай урамда йөрөп инде лә йәһәтерәк компьютерын ҡабыҙҙы. Бер кем дә өйҙә юҡта тиҙерәк асып ҡарарға кәрәк. Бәлки, берәй хәбәр барҙыр. О-һо, яҙғандар бит. Берәү генә лә түгел!
Ком: 0 // Уҡынылар: 300 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төндәрҙең береһендә үҙенең ҡоло менән урамдан килә ине Ғүмәр разиаллаһү ғәнһү — алда усаҡ янып торғанын күрҙеләр...
Ком: 0 // Уҡынылар: 320 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәфәҡ төҫтәренә манып күңелдәрҙе... Наилә Нәжип ҡыҙы Хәмбәлиева Учалы районының Наурыҙ ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, профессиональ белемде Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында ала. 1988 йылда йүнәлтмә буйынса Яңы Байрамғол ауылына, “Байрамғол” совхозының 7-се бүлексәһенә бухгалтер ярҙамсыһы итеп ебәрелә. Һуңынан Наиләне совхоздың баш бухгалтеры итеп тәғәйенләйҙәр. 2000 йылға тиклем ошо вазифала эшләй, Башҡортостан дәүләт аграр университетында ситтән тороп иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә.
2005 йылдан Яңы Байрамғол ауыл Советында ер эштәре буйынса белгес, 2010 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эштәр менән идара итеүсе була. Ситтән тороп юрист һөнәренә уҡый. Яҙмалары район гәзитендә донъя күрә. Наилә Нәжип ҡыҙы – Учалы яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы.
Ҡулъяҙмаһы, ойошмабыҙҙың поэзия секцияһында тикшерелеп, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә тәҡдим ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 260 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мажаралы юл (Юмореска)
Бер көн тыуған ауылыма ҡарай сәфәр сыҡтым. Кеше машинаһында, йәғни такси менән. Нух заманынан тороп ҡалған был техника мөғжизәһенә социаль селтәрҙәге “Юлаусы” сайтында юлыҡҡайным: “Өфө – Баймаҡ. Такси. Иномарка. Тиҙ һәм сифатлы!
Ком: 0 // Уҡынылар: 260 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көллөбөҙ ҙә көләбеҙ...
Хөрмәтле уҡыусы!
“Башҡортостан” гәзите һеҙгә тағы бер ижади бүләк әҙерләне — яңы махсус бит булдырҙы. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, уны беҙ сығарып, ташҡа баҫып таратһаҡ та, авторҙары Һеҙ буласаҡһығыҙ. Маҡсатыбыҙ ҙа шул: ике араны һыуытмайынса, бергә булыуҙа.
Махсус бит халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел гәүһәрҙәренең береһе — лаҡаптарҙан торасаҡ. Һәр ауылда һүҙгә бай, зирәк кешеләр була. Уларҙың урынлы әйткән һүҙе бер ауылда, урамда, хатта бер төркөм кешеләр араһында аңлайышлы булып, ситтәгеләргә тиҙ генә барып етмәй. Яйлап был лаҡап тарала, шымара, өҫтәлә-ҡырҡыла башлай — уртаҡ ижад емешенә әйләнеп, тыуған ере сиктәренән сыға. Ят кешегә “код”ты асыу, айырым афоризмдарҙы аңлатыу өсөн лаҡаптың килеп сығышын һөйләү талап ителә. Улар иһә көләмәс төҫөн ала. Лаҡаптарҙың көләмәс жанрына яҡынлығы ла шунан ғибәрәт. Тик хәҙерге анекдот, көләмәстәрҙән айырмалы рәүештә, улар ерлекле, ниндәйҙер осһоҙ көлкө тыуҙырмайынса, уйландыра, шуға ла күңелгә нығыраҡ һеңеп ҡала, быуындан быуынға күсеп, лаҡап барлыҡҡа килгән осорҙо сағылдыра.
Махсус битте ҡыҙыҡлы итеп сығарыуҙың тағы бер маҡсаты — халыҡ ижадын йыйыу, зирәк, аҡыллы, тапҡыр һүҙҙәр аша күңелебеҙҙе байытыу, ял сәғәттәренә тағы ла бер биҙәк өҫтәү.
Һеҙҙән лаҡаптар көтәбеҙ. Әлегә юл башлау өсөн редакция папкаһында һаҡланғандарын тәҡдим итәбеҙ. Көллөбөҙ ҙә көләйек, дуҫтар!
Ком: 0 // Уҡынылар: 367 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәктәр Көләмәстәрһеҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереп булмай. Ниндәй генә заман елдәре иҫмәһен, шатлыҡ, ауырлыҡтар килмәһен, улар мәшәҡәттәрҙән арындырып, күңел кәрәҙен тултырып тора. Шуныһы ғына үкенесле: ҡайһы саҡ араларында халҡыбыҙға хас булмаған әсе оятһыҙҙары ла йөрөй. Мәғәнәһен ярлыландырып, “көлкө” яғын ғына ҡалдыра, әйтер һүҙҙең төптә ятҡан ысын асылы юғала. Ундайҙар уйландырмай, зирәктәрҙең төртмә, йор һүҙенең айышын тыңлаусыға еткермәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 792 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тымыҡ Дон” – дүртенсе тапҡыр! Михаил Шолоховтың граждандар һуғышы осоронда халыҡтың еңел булмаған яҙмышы, Григорий Мелехов менән Аксиньяның мөхәббәте тураһындағы романы – урыҫ әҙәбиәтенең иң бөйөк әҫәрҙәренең береһе. Сергей Урсуляк әле төшөргән фильм – ошо романды дүртенсе тапҡыр экранлаштырыу. “Бындай ҡеүәтле әҫәрҙе ун йыл һайын яңыртып торорға кәрәк, һәр быуын уны үҙенсә асырға тейеш”, – ти режиссер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 537 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 62 Алға
Бит башына