Мажаралы юл (Юмореска)
Бер көн тыуған ауылыма ҡарай сәфәр сыҡтым. Кеше машинаһында, йәғни такси менән. Нух заманынан тороп ҡалған был техника мөғжизәһенә социаль селтәрҙәге “Юлаусы” сайтында юлыҡҡайным: “Өфө – Баймаҡ. Такси. Иномарка. Тиҙ һәм сифатлы!
Ком: 0 // Уҡынылар: 314 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көллөбөҙ ҙә көләбеҙ...
Хөрмәтле уҡыусы!
“Башҡортостан” гәзите һеҙгә тағы бер ижади бүләк әҙерләне — яңы махсус бит булдырҙы. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, уны беҙ сығарып, ташҡа баҫып таратһаҡ та, авторҙары Һеҙ буласаҡһығыҙ. Маҡсатыбыҙ ҙа шул: ике араны һыуытмайынса, бергә булыуҙа.
Махсус бит халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел гәүһәрҙәренең береһе — лаҡаптарҙан торасаҡ. Һәр ауылда һүҙгә бай, зирәк кешеләр була. Уларҙың урынлы әйткән һүҙе бер ауылда, урамда, хатта бер төркөм кешеләр араһында аңлайышлы булып, ситтәгеләргә тиҙ генә барып етмәй. Яйлап был лаҡап тарала, шымара, өҫтәлә-ҡырҡыла башлай — уртаҡ ижад емешенә әйләнеп, тыуған ере сиктәренән сыға. Ят кешегә “код”ты асыу, айырым афоризмдарҙы аңлатыу өсөн лаҡаптың килеп сығышын һөйләү талап ителә. Улар иһә көләмәс төҫөн ала. Лаҡаптарҙың көләмәс жанрына яҡынлығы ла шунан ғибәрәт. Тик хәҙерге анекдот, көләмәстәрҙән айырмалы рәүештә, улар ерлекле, ниндәйҙер осһоҙ көлкө тыуҙырмайынса, уйландыра, шуға ла күңелгә нығыраҡ һеңеп ҡала, быуындан быуынға күсеп, лаҡап барлыҡҡа килгән осорҙо сағылдыра.
Махсус битте ҡыҙыҡлы итеп сығарыуҙың тағы бер маҡсаты — халыҡ ижадын йыйыу, зирәк, аҡыллы, тапҡыр һүҙҙәр аша күңелебеҙҙе байытыу, ял сәғәттәренә тағы ла бер биҙәк өҫтәү.
Һеҙҙән лаҡаптар көтәбеҙ. Әлегә юл башлау өсөн редакция папкаһында һаҡланғандарын тәҡдим итәбеҙ. Көллөбөҙ ҙә көләйек, дуҫтар!
Ком: 0 // Уҡынылар: 421 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәктәр Көләмәстәрһеҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереп булмай. Ниндәй генә заман елдәре иҫмәһен, шатлыҡ, ауырлыҡтар килмәһен, улар мәшәҡәттәрҙән арындырып, күңел кәрәҙен тултырып тора. Шуныһы ғына үкенесле: ҡайһы саҡ араларында халҡыбыҙға хас булмаған әсе оятһыҙҙары ла йөрөй. Мәғәнәһен ярлыландырып, “көлкө” яғын ғына ҡалдыра, әйтер һүҙҙең төптә ятҡан ысын асылы юғала. Ундайҙар уйландырмай, зирәктәрҙең төртмә, йор һүҙенең айышын тыңлаусыға еткермәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 868 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тымыҡ Дон” – дүртенсе тапҡыр! Михаил Шолоховтың граждандар һуғышы осоронда халыҡтың еңел булмаған яҙмышы, Григорий Мелехов менән Аксиньяның мөхәббәте тураһындағы романы – урыҫ әҙәбиәтенең иң бөйөк әҫәрҙәренең береһе. Сергей Урсуляк әле төшөргән фильм – ошо романды дүртенсе тапҡыр экранлаштырыу. “Бындай ҡеүәтле әҫәрҙе ун йыл һайын яңыртып торорға кәрәк, һәр быуын уны үҙенсә асырға тейеш”, – ти режиссер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 589 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәрҙән асыштар көтәбеҙ “Көмөш Аҡбуҙат” фестивале быйыл Өфөлә икенсе тапҡыр үтәсәк. Үкенес, был юлы ла үҙебеҙҙең тулы метражлы фильмдарҙы күрһәтә алмаясаҡбыҙ. Тик шулай ҙа ғорурланырлыҡ ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм документаль фильмдарыбыҙ бар. Шуларҙың өсәүһе хаҡында мәғлүмәт биргем килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 888 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Эсвит юҡ,  кино булмай...” Быйыл декабрь башында Өфөлә “Көмөш Аҡбуҙат” II халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале уҙғарыласағы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Тимәк, баш ҡалабыҙ ошо көндәрҙә кино сәнғәте үҙәгенә әйләнәсәк. Ғәжәп: беҙҙең тормошҡа бер быуат самаһы элек килеп ингән кино һаман да үҙенең әһәмиәтен юғалтмай, кешенең хис-тойғоһон һәм зиһенен биләүҙән туҡтамай... Ни сәбәпле ул күңелгә шундай йоғонто яһай?
Ком: 0 // Уҡынылар: 878 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мелодрама – геройҙарҙың рухи һәм әхлаҡи донъяһын айырыуса сағыу тойғолар нигеҙендәге ваҡиғалар аша асып биргән жанр. Ул, ғәҙәттә, фажиғәле күренештәр менән аралашып килә һәм, ҡағиҙә булараҡ, “хэппи-энд” менән тамамлана, йәғни аҙағы бәхетле бөтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Яҙҙың ун ете миҙгеле” сериалын төшөрөп бөткәс, уны иң тәүҙә КПСС Үҙәк комитеты секретары Михаил Сусловҡа күрһәтәләр. Фильм уға оҡшамай: “Бында совет халҡының батырлығы күрһәтелмәгән”, – ти ул. Уға Дәүләт именлеге комитеты рәйесе Юрий Андропов ҡаршы төшә: “Бөтә совет халҡы ла Шелленбергтың аппаратында хеҙмәт итә алмай бит!” Шунан һуң ғына киноны прокатҡа сығаралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 518 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыу аҫты донъяһында Салауат бәләкәй сағынан уҡ баҡсалары эргәһендәге Аҡманай күлендә сумырға ярата. Хатта бер ваҡыт алтын алҡа табып, әсәһенә алып ҡайта.
Инде бөгөн утыҙ йәште үткән егет, журналист һөнәренә уҡып сыҡһа ла, икенсе өлкәлә эшләп, бына биш йыл инде буш ваҡытында дайвинг менән шөғөлләнә. Телевидениелағы бер тапшырыуҙа осраҡлы ғына күреп ҡалдым үҙен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 583 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кәләш табып ҡуйығыҙ” Мехди бынан ун йыл самаһы элек ата-әсәһе менән Ирандан Мәскәүгә күсеп килгән. Ҡәйнешем менән бергә уҡыны. Ҡәйнеш тәбиғәт күренештәрен төшөрөргә ярата, уның фотоларына ҡарап Мехди йыш ҡына: “Һеҙгә ҡунаҡҡа барғым килә”, – тип һоҡланған. Йыл һайын киләм тип йыйына торғас, быйыл ниәтләне.
Сит ил ҡунағын ҡайҙа алып барырға, нимәләр күрһәтергә тип нисә көн бәхәсләшкәнбеҙҙер! Мехди Рафеи бәхәскә үҙе нөктә ҡуйҙы: “Башҡортостандың тауҙарын күргем килә!” Тимәк, Белорет районына инде.
Башта Мехди менән Өфөгә килдек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 655 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 62 Алға
Бит башына