“Рәми Ғарипов шиғриәте” кроссворды1. Иҫке ... биттәренә
Яҙа инек дәрестәрҙе.
Туңа ине ерек ҡара,
Боҙға ҡоршап хәрефтәрҙе.
2. ... — тотҡон Батырша,
Башҡорттоң батыры,
Ултырам зинданда,
Башымды ҡатырып...
3. Мин уйланыр, яҙыр, уҡыр өсөн
Төндө көтәм, төндө һағынам.
Төндә минең серле илһам ҡошом
Уяна ла... ҡағына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 143 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Тест)
Боронғо заманда байҙар эшсене яллар алдынан уны ашатып ҡараған, тиҙәр. Әгәр ашағанда етеҙлек күрһәтһә, тимәк, ул эшкә лә сос була. Өҫтәл артында яйлап ҡына көйшәп ултырһа, һабанды яҡшы тотор тимә. Күрәһең, был һынауҙа ниндәйҙер дәрәжәлә дөрөҫлөк бар. Беҙҙең заманда ла файҙалы туҡланыу, уның һөҙөмтәһе хаҡында әллә күпме хеҙмәттәр яҙыла. Хатта гастропсихология тигән фән тармағы ла булдырылған. Ғалимдар фаразлауынса, ашаған ризығына ҡарап кешенең холоҡ-фиғелен дә билдәләп була. Әйҙәгеҙ, һынап ҡарайыҡ әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 53 тапҡыр // Тотош уҡырға
Катокта елдәй елеп...Һуңғы йылдарҙа катокка йөрөү модаға инеп китте. Ҡала боҙ майҙандарында бәләкәй баланан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем кешеләр мыжғып тора. Ҡыштың иң күңелле һәм шул уҡ ваҡытта сағыштырмаса арзан ял итеү сараһы бит ул. Кәйеф күтәреү генә түгел, һаулыҡ өсөн дә файҙаһы ифрат ҙур. Бер һүҙ менән әйткәндә, өйҙә ятҡансы ғаиләгеҙ, дуҫтарығыҙ менән катокка юлланығыҙ.
Әгәр катокка йыш йөрөргә ниәтләнһәгеҙ, иң яҡшыһы — коньки һатып алығыҙ. Хаҡтары төрлөсә, Интернет-магазиндар аша ҡулдан 500 һумдан башлап һәм юғарыраҡ хаҡҡа алырға була.
Конькийығыҙ булмаһа ла артыҡ ҡайғырмағыҙ, һәр бер катокта уны прокатка бирергә әҙерҙәр. Өфөлә катоктар күп. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән танышып сыҡтыҡ. Бына уларҙың иң билдәлеләре:
Ком: 0 // Уҡынылар: 59 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәббәтле байрам14 февраль — Изге Валентин көнө, ул бөтә донъяла Ғашиҡтар көнө булараҡ билдәләнә. Күптәр байрамдың ни өсөн ошолай аталыуын, ҡайҙан килеп сығыуын белеп бөтмәй. Асылда тәрән дини нигеҙе юҡ. Уның тарихы романтик мөхәббәткә бәйле.
Беҙҙең эраға тиклемге III быуатта Рим императоры Клавдий өйләнешеүҙе тыйыусы указ сығара. Ғаилә ирҙәрҙе өйгә бәйләй, ә улар яҡшы һалдат булыу өсөн яратылған, тип иҫәпләй ул. Валентин исемле йәш христиан руханийы указды тыңламай, бер-береһен һөйгән йәрҙәрҙе йәшереп йәрәштерә. “Законһыҙ өйләнешеүҙәр” тураһында белеп ҡалған император уны язаларға һәм үлтерергә ҡуша. Тотҡонда Валентин ваҡыт үткәреү өсөн төрмә начальнигының ҡыҙына мөхәббәт хаттары яҙа. Үлем яҡынлашып килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәр араһында ҡайнар мөхәббәт хистәре уяна. Хөкөм алдынан, 270 йылдың 14 февралендә, ул ҡыҙға “Валентиндан” тип кенә яҙылған хушлашыу ҡағыҙы ебәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 61 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һеҙҙең дә бөтә булған йылы әйберҙәрегеҙҙе кейергә, иртән зыңғырлаған сәғәтте бәреп осороп, артабан... апрелгә тиклем йоҡлағығыҙ киләме? Яуабығыҙ “эйе” икән, тимәк, һеҙ ҡышты өнәп етмәйһегеҙ. Яңғыҙ түгелһегеҙ: донъяла ҡышты яратмаусылар бик күп.
Эшкә китәһең — ҡараңғы, эштән ҡайтаһың — ҡараңғы. Тышта йә сатлама һыуыҡ, йә болоҡһоу күктән бер туҡтауһыҙ ҡар яуа. Берсә өшөтә, берсә ҡат-ҡат кейенеүҙән тирләтә. Кәйеф булмауын, йыш ауырыуҙы, тиренең, сәстәрҙең боҙолоуын да иҫәпкә алһаң, ысынлап та, ҡыш ялҡыта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 50 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 23 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ