Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ата-бабаларыбыҙ мираҫы
Ата-бабаларыбыҙ мираҫыТештәрҙе ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы саф шишмәләр! Нисәмә быуат инде улар ер ҡуйынынан урғылып сыға ла, бар тәбиғәткә йәшәү көсө, ғүмер бүләк итеп, сылтыр-сылтыр аға ла аға. Ер йөҙөндә күпме тереклек бар — улар иң элек һыуға бурыслы.

Боронғо ата-бабаларыбыҙ шишмәләрҙең илаһи көс-ҡөҙрәткә эйә икәнлеген яҡшы белгән. Шуға күрә лә, төпләнер урын һайлағанда, тәү сиратта яҡын-тирәлә һыу сығанағы барлығына иғтибар иткәндәр.
Илеш ерендә лә шишмә, ҡойолар бихисап. Ауылыбыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәте менән ғорурланырлыҡ, ләкин йылдан-йыл йылға-күлдәребеҙ, урман-ҡырҙарыбыҙ, шишмәләребеҙ тураһында ҡайғыртыусыларҙың кәмеүе сер түгел. Шуға ла Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан районыбыҙҙа “Иң төҙөк шишмә-2013” конкурсы иғлан ителгәйне. Уның маҡсаты — тарихи мираҫты тергеҙеү, киләсәк быуынға тирә-яғыбыҙҙың гүзәллеге, таҙалығының үҙебеҙҙән тороуын аңлатыу.
Әйткәндәй, сарала күп ауылдар әүҙем ҡатнашты. Халыҡтың тырышлығы, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәте күренеп тора. Шишмәләрҙең тирә-яғы төҙөкләндерелгән. Уларға ниндәй генә исемдәр бирелмәгән! Әйтәйек, Дөмәй ауылында “Сауҡа” шишмәһе, Үрмәт ауылында — “Оло шишмә”, Исәмәттә — “Әбейҙәр”, Бишҡурайҙа — “Ғәҙелән”. Билдәле, ул исемдәрҙең һәр береһенең үҙ мәғәнәһе, үҙенә генә хас тарихы бар. Мәҫәлән, конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынды алған Аҡкүҙ ауыл биләмәһенә ҡараған Шәммәт ауылындағы “Әнсәф” шишмәһе Афғанстанда изге бурысын үтәгәндә һәләк булған, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән Әнсәф Нуретдиновтың иҫтәлегенә аталған.
Ошондай конкурстар үткәреү — районыбыҙ өсөн бик әһәмиәтле сара, сөнки нисәмә быуынды шифалы һыуы менән ҡыуандырған шишмәләребеҙ бындай ҙурлау-хөрмәтләүгә күптән лайыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Беҙҙең еләккә ни етә?!

Беҙҙең еләккә ни етә?! 05.10.2018 // Экология

Киҫкен континенталь климатлы төбәктә үҫкән ҡурай еләге С витаминына ныҡ бай булыуы менән айырыла,...

Тотош уҡырға 55

Тәбиғәт һәйкәлдәре арта

Тәбиғәт һәйкәлдәре арта 05.10.2018 // Экология

Башҡортостандағы торф һаҙлыҡтарын айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тип иғлан итәсәктәр. Улар...

Тотош уҡырға 56

Мәңге йәшә, урман!

Мәңге йәшә, урман! 05.10.2018 // Экология

Көҙгө акцияның маҡсаты ниҙә? Хәтерҙә әле мәктәп йылдарында яҙлы-көҙлө урмандарға сығып ағас...

Тотош уҡырға 93

Йәшәгән еребеҙ хәүефһеҙ булһын

Йәшәгән еребеҙ хәүефһеҙ булһын 05.10.2018 // Экология

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһында яңы пункт барлыҡҡа киләсәк. Йәй етеү...

Тотош уҡырға 56

Сүп-сарҙы иң алыҫ  ауылдарҙан да йыясаҡтар

Сүп-сарҙы иң алыҫ ауылдарҙан да йыясаҡтар 26.09.2018 // Экология

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса төбәк операторы – “Эко-Сити” компанияһы Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 48

Уртаҡ йортобоҙ таҙа булһын

Уртаҡ йортобоҙ таҙа булһын 19.09.2018 // Экология

Дөйөм Рәсәй халыҡ фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе әүҙемселәре Рәсәйҙең барлыҡ...

Тотош уҡырға 71

“Йәшә, урман!”

“Йәшә, урман!” 18.09.2018 // Экология

Ошо исемендәге Бөтә Рәсәй көҙгө акцияһы нигеҙендә республика Урман хужалығы министрлығының үҙәк...

Тотош уҡырға 105

Ейәндәребеҙ сүплектә йәшәмәһен

Ейәндәребеҙ сүплектә йәшәмәһен 28.08.2018 // Экология

Полиэтилен баҫа донъяны… Юл хеҙмәтендә эшләгән танышым, уфтанып, былай тигәйне: “Исмаһам, ҡар ҙа...

Тотош уҡырға 100

Етеҙ Танып таҙарҙы

Етеҙ Танып таҙарҙы 16.08.2018 // Экология

Балтас районында “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы булды. Район кимәлендә үткәрелгән сарала 800 кеше...

Тотош уҡырға 162

Ағиҙелгә йән өрөп

Ағиҙелгә йән өрөп 14.08.2018 // Экология / Спорт һәм туризм

Өфөлә Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эше ваҡытынан алда ғәмәлгә ашырылып килә. Республиканың баш ҡалаһын...

Тотош уҡырға 142

Сүп өҫтөнә сүмәлә булмайыҡ

Сүп өҫтөнә сүмәлә булмайыҡ 10.08.2018 // Экология

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре лә “сүп-сар реформаһы”н башларға бурыслы....

Тотош уҡырға 154

Урмандарға керһәң, шырпыһыҙ кер...

Урмандарға керһәң, шырпыһыҙ кер... 31.07.2018 // Йәмғиәт / Экология

“Йәшел ҡалҡан”да хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәгәндәргә штраф һалына Ут менән шаярыуҙың ниндәй...

Тотош уҡырға 174