Көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ

30-06-2015, 21:20 // Экология // Баҫып сығарырға
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы экология өлкәһендәге иң яҡшы ғилми эшкә конкурс иғлан итте.

Бәйгелә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, аспиранттары, шулай уҡ өс кешенән артмаған студент коллективтары ҡатнаша ала. Сараға “Башҡортостан Республикаһы киләсәге өсөн һыу ресурстары”, “Саф һауа: сәнәғәт, ҡала төҙөлөшө һәм транспорт өлкәһендәге ҡарарҙар”, “Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡ­тарын утилләштереү”, “Тупраҡты һәм экосистемаларҙы тергеҙеү. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре”, “Тирә-яҡ мөхит һәм кеше сәләмәтлеге. Эко-туризм” кеүек йүнәлештәр буйынса ғилми эштәр ҡабул ителә. Документтарҙы быйыл 2 ноябргә тиклем министрлыҡҡа тапшырыу шарт.