Тәбиғәт – һаҡлай белгәндә генә байлыҡ

11-01-2017, 03:00 // Экология, Анонстар // Баҫып сығарырға
Тәбиғәт – һаҡлай белгәндә генә байлыҡ Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө. Беренсе тапҡыр был датаны Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй башлайҙар.
Рәсәйҙә иһә дәүләт кимәлендәге тәүге ҡурсаулыҡ – “Баргузин” дәүләт ҡурсаулығы – 1916 йылда Байкалдағы кеште һәм башҡа йәнлектәрҙе һаҡлау маҡсатында ойош­торолған. 1986 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән “Баргузин” ҡурсаулығына биосфералы статусы бирелгән, һәм ул донъя-ара биосфералы резерваттар селтәренә индерелгән. Бөгөн был ҡурсаулыҡ Бөтә донъя тәбиғәт мираҫы объекты өлөштәренең береһенән һанала.
Әлеге көндә Рәсәйҙә 33 миллион гектар майҙанлы 100 ҡурсаулыҡ һәм ете миллион гектарға яҡын майҙанды биләгән (был илебеҙ территорияһының 0,41 проценты) 35 милли парк иҫәпләнә. Ҡурсаулыҡтар үҫемлек һәм йәнлектәр төрөнөң 80 процентын һаҡларға ярҙам итә.
Башҡортостан биләмәһендә өс ҡурсаулыҡ һәм бер милли парк урынлашҡан.
“Башҡортостан” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы республикала боронғоларҙан һанала һәм федераль статусҡа эйә. Ул 1929 йылда ойошторолған. Ҡурсаулыҡ республиканың Бөрйән, Әбйәлил һәм Белорет райондарына ҡараған ерҙәрҙе биләй. Дөйөм майҙаны – 49609 гектар. “Башҡортостан” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тәбиғәт процестарының һәм күренештәренең тәбиғи әйләнешен, үҫемлек һәм хайуандар донъяһының генетик фондын, айырым төрҙәрен, үҙенсәлекле экология системаларын өйрәнеү һәм һаҡлау өсөн булдырылған. Ҡурсаулыҡ территорияһы рельеф үҙенсәлеге буйынса бер-береһенән ныҡ айырылып торған ике өлөшкә бүленә, Көньяҡ Ҡыраҡа тау массивының байтаҡ майҙанын алып тора.
“Башҡортостан” ҡурсаулығында 76 ғаиләгә ҡараған 807 төргә яҡын көпшәле үҫемлек бар. Ҡатмарлы сәскәлеләрҙең 77 төрө, ҡыяҡлыларҙың – 58, рауза сәскәлеләренең – 45, ҡәнәферҙәрҙең – 39, ҡуҙаҡлылар – 33, күрәнлеләр – 26, сиражлылар – 24 төр, сатыр сәскәлеләрҙең 21 төрө һанала.
“Башҡортостан” ҡурсаулығының йәнлектәр донъяһы ла бай. Ҡурсаулыҡта умыртҡа­лыларҙың – 250, шул иҫәптән һөтимәрҙәрҙең 52 төрө, 17 балыҡ, 192 төр ҡош көн итә. Бөжәктәр араһында күбәләктәр, ҡуңыҙҙар, яры ҡанатлылар, ике ҡанатлылар һәм башҡалар бар. Ағас ҡыуышында йәшәгән яры ҡанатлылар ғаиләһенә ҡараған ҡырағай башҡорт бал ҡорттары айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм ҙур ҡиммәткә эйә. Мышы, болан, беҙҙең климатҡа яраҡлашҡан марал (эре себер боланы), урман һыуһары, ҡондоҙ, ҡама, тейен, ҡуян һәм башҡалар ҡиммәтле йәнлектәрҙән һанала. Йыртҡыстарҙан бүре, һоро айыу, һеләүһен, төлкө осрай.
“Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы 1959 йылда Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы кеүек булдырылған, ә 1986 йылдан алып ул үҙаллы дәүләт ҡурсаулығына әйләнгән. Уның дөйөм майҙаны – 22531 гектар. Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Уралдың бейек булмаған тауҙар өлөшөндә, республиканың Бөрйән районына ҡараған ерҙә, Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡтың Шүлгән мәмерйәһендә 14,5 мең йыл элек төшөрөлгән һүрәттәр һаҡланған, мәмерйә 2,7 километрға һуҙылған. Район флораһы 800-ҙән ашыу юғары үҫемлектәр төрөнән ғибәрәт, шулар иҫәбендә 12 ағас төрө, 27 төр ҡыуаҡлыҡ бар. Уларҙың күбеһе Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
“Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Башҡортостандың Белорет районында һәм өлөшләтә Силәбе өлкәһе территорияһында урынлашҡан. Ул 1978 йылда ойошторолған. Был ҡурсаулыҡ Белорет, Ҡатау-Ивановск, Магнитогорск кеүек эре сәнәғәт үҙәктәрен үҙ эсенә алған Көньяҡ Уралдың экологияһын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Ҡурсаулыҡ һунар ителә торған йәнлектәр төрөнөң күптәре өсөн резерват кеүек хеҙмәт итә һәм уларҙың иҫәбен арттырырға булышлыҡ итә.

Башҡортостан территорияһында тағы “Башҡортостан” милли паркы бар. Ул Көньяҡ Уралдың көнбайыш һыртында Нөгөш һәм Ағиҙел араһында, шулай уҡ уға сиктәш Йылайыр яҫы таулығының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Уның төньяҡтан көньяҡҡа ҡәҙәр оҙонлоғо 30 километр тирәһе. Дөйөм майҙаны — 82,3 гектар. Көнсығыштан милли парк “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы менән сиктәш. Сик оҙонлоғо – 40 километр тирәһе. Парк биләмәһендә өс тәбиғәт һәйкәле бар.
2017 йыл “Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы” тип иғлан ителде. Алда бер нисә мөһим проектты тормошҡа ашырыу бурысы тора. ...Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү, цивилизациялы туризм өсөн шарттар булдырыу, сервис инфраструктураһын камиллаштырыу зарур.
(Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән).

Марат БӘХТИЙӘРОВ, “Көньяҡ Урал” ҡурсаулығы хеҙмәткәре:
– Һуңғы йылдарҙа донъя кимәлендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә бик ҙур иғтибар бирелә: экологик саммиттар, форумдар үткәрелә. Рәсәй Президенты В. Пу­тиндың былтыр климат мәсьәләләре буйынса Парижда үткән БМО саммитында, Халыҡ-ара Арктика форумында һөйләгән сығыштары, асылда, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса программа положениеларын үҙ эсенә алды. Республикала байтаҡ йылдар тәбиғәт ресурстары менән аяуһыҙ эш итеү алымдары хөкөм һөрөп килде. Мәҫәлән, Белорет районында ғына ла ошоға тиклем “Селена” холдингы менән “Башлеспром” комбинаты меңәрләгән гектар ерҙәрҙе ҡур­тымға алып, был биләмәләрҙә ағасты, айырыуса ылыҫ урмандарын системаһыҙ рә­үештә ҡырағайҙарса ҡырҙы, талауға юл ҡуйҙы, тиергә лә була. Үҙ өлөштәренә “төшкән” ярты миллиондан ашыу гектар урманда был эре компаниялар ни теләһә, шуны эшләне: ҡырҡты ла, “тамырынан” да һатты. Һөҙөмтәлә был яҡтағы юлдарҙан ағас тейәгән лесовоздар бер генә минутҡа ла өҙөлмәне. Ете йыл эсендә әлеге компаниялар ағасты ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү предприятиеһы булдырыу хаҡында уйлап та ҡараманы. Ниһайәт, республика Башлығы Р. Хәмитов был тәртипһеҙлектәрҙе сикләү буйынса сара күреүҙе кәрәк тапты, һәм Башҡортостан Хөкүмәте ултырышта­рының береһендә республикала урман хужалығы эштәрен алып барыуҙы тәртипкә һалыу юлдары, урман эшкәртеү өлкәһендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары, намыҫһыҙ инвесторҙарға ҡарата саралар күреү хаҡында етди һөйләшеү булды. Шул уҡ ваҡытта республика Башлығы урмандарға һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу һәм уны закон­һыҙ ҡырҡыуҙарға ҡаршы эште әүҙемләш­терергә ҡушты. Үкенескә ҡаршы, илдең төрлө төбәктәрендә, айырыуса Себер яҡтарында, урмандар күпләп яна. Беҙҙә былтыр, шөкөр, урман янғындары хәүефе әллә ни булманы, сөнки халыҡ та был йәһәттән иҫкәртелгән, улар әҙерлекле. Беҙҙең ҡур­саулыҡ Архангел, Белорет, Силәбенең Ҡатау-Ивановск районы биләмәләрен бер­ләштерә. Беҙ ошо райондар мәктәптәре менән балаларҙа тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү буйынса тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, улар йыл һайын айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ярҙам йөҙөнән ойошторолоп килгән халыҡ-ара “Парктар маршы” акцияһында ихлас ҡатнаша. Унда 5-се кластан башлап бөтөн уҡыусыларҙы йәлеп итергә тырышабыҙ: улар тәбиғәт бай­лыҡтарына һаҡсыл ҡарарға, сүпләмәҫкә өйрәнә, һүрәт төшөрәләр, ҡул эштәре конкурстарында ҡатнашалар. Быға тиклем йылына өс меңдән ашыу турист килә ине ҡурсаулыҡҡа. Быйыл иһә был эште киңерәк йәйелдерергә тигән бурыс ҡуйҙыҡ. Әлеге мәлдә туристарҙың уңайлығы өсөн алтаҡталарҙы яңыртыу эше менән булабыҙ.