Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелек эшләү ни хаҡ тора?
Халҡыбыҙҙа бик кинәйәле әйтем бар: изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә – балыҡ белер. Йәғни ҡылған яҡшылығың ерҙә ятып ҡалмаҫ, халыҡ уны барыбер онотмаҫ. Икенсенән, әҙәм балаһы тота килеп изгелек эшләйем әле тигән уйҙан башҡармай быны, ул – ысын күңелдән, бер ниндәй ҡаршы аҙымға өмөтләнмәй яһалған күңел талабы, төптән урғылып сыҡҡан иң нескә шәхсән хис-тойғолар эҙемтәһе.
Әммә заман башҡа – заң башҡамы, баҙар иҡтисады осоронда йәшәйбеҙ тип, һәр аҙымды бәйәләп, хаҡ ҡуя башланыҡ түгелме?



...24 февралдә Әмир Ҡарасурин ҡаты ауырыуҙан һуң мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Баш ҡала янындағы Михайловка ауылында йәшәгән малайҙы Шишмә районының Аҡманай ауылына алып барып ерләнеләр.
Кем һуң ул? Был 12 йәшлек малай тураһында ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. Ярты йылдан ашыу ҡурҡыныс сиргә – яман шешкә ҡаршы көрәшкән яҡташы­быҙҙы сит илдә дауалау өсөн Башҡорт­остан халҡы бөтә ғәм менән аҡса йыйғайны. Ҡыҙғаныс, әммә ауырыу көслөрәк булып сыҡты.
Ғаиләләге өсөнсө бала Әмир. Былтыр май-июнь айҙарында уның арҡаһы йыш ауырта башлай. Табиптарҙа тикшерелеү аныҡ ҡына һөҙөмтә бирмәй. Августа ауыртыныуҙан аңын юғалтып ҡолағас, ниһайәт, дауаханала дөрөҫ диагноз ҡуялар: лейкемия. Йәғни ҡан ауырыуына бәйле яман шеш.
Өфөлә дауаланғандан һуң киләсәккә өмөтләндергес һүҙ ишетмәгәс, Ҡара­суриндар Мәскәүҙәге Рәсәй балалар клиник дауаханаһына барып эләгеүгә өлгәшә. Әммә унда ла табиптар бер нәмә лә вәғәҙә итмәй. Ахыры, ғаилә сит илгә – Германияға барырға хәл итә. Ундағы Мюнстер ҡалаһындағы клиникала дауаланыу курсы 18 (!) миллион һум тора.
Ни хәл итәһең, күрәләтә баланың һәләк булғанын көтөп ултырып булмай, Ҡарасуриндар аҡса йыйырға тотона. Туғандар үҙҙәренең өс миллион һумын “һепереп өйә”, йәнә өс миллион туплайҙар. Һәм октябрҙә Әмир Германияға оса. Унда дауаланғандан һуң малайға хәл инә: ситтән бер ниндәй ярҙамһыҙ ултыра, яйлап ҡына атлап йөрөй башлай... Ата-әсәһе уның һәм табиптарҙың һәр аҙымын фотоға, видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәр, радио, телевидение, ваҡытлы матбуғат аша кешеләргә еткереп тора. Бөтә был киң мәғлүмәт саралары малайға матди ярҙам итеү маҡсатында йәмәғәтселеккә “Әмир – яман шешкә ҡаршы” тигән оран ташлай. Һөҙөмтәлә ошо хәрәкәткә ябай халыҡ, хәйриә ойошмалары ҡушыла. Йәшен тиҙлеге менән махсус иҫәпкә аҡса ағыла башлай.
Немец табиптары бер нисә тапҡыр химия терапияһы курсы үткәргәс, Әмирҙең хәле еңеләйһә, артабан һөйәк елеген күсереп ултыртыу тураһында уйларҙар ине... Ләкин химия терапияһы – бик ауыр сара, ул эҙһеҙ уҙмай. Организмы быны күтәрә алмай, 10 февралдә Әмир реанимацияға эләгә. Хәле бер аҙ яҡшырған да кеүек була, әммә ике аҙнанан малай яҡты донъя менән хушлаша.
...Бәхил бул, Әмир. Ни хәтлем өмөт­ләнмәһен, яҡындарына ла, ярҙам иткән башҡа кешеләргә лә аяуһыҙ хәлгә күнергә тура килде. Малайҙы сит илдән алып ҡайтып ерләүе лә ваҡыт талап итте һәм байтаҡ мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Ләкин... бөтәһе лә ҡайғы уртаҡлашырға ашыҡ­маны. “Әмир вафат булды” тигән хәбәр таралыу менән ҡайһы берәүҙәргә ярҙам рәүешендә йыйылған аҡсаның яҙмышын белеү уйы тынғылыҡ бирмәне. Малайҙың социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә “йыйылған сумманы нимәгә тотондоғоҙ, ҡайҙа иттегеҙ?”, “минең ауырыу иҫәбенә күсергән аҡсам ҡайҙа?”, “аҡсамды кире ҡайтарығыҙ” кеүек оятһыҙ яҙыуҙар барлыҡҡа килде. Бигерәк тә Андрей Макаров тигән уйлап сығарылған исем аҫтында ултырған берәү яһилланды.
Әлбиттә, бындай мәғәнәһеҙлек күп­тәрҙең асыуын ҡабартты. Аҡсалата ярҙам иткән байтаҡ кеше Андрейға ҡаты яуап бирҙе: “ата-әсәгә ҡайғыһынан арынырға ваҡыт бир”, “ана, улар һәр һумға отчет биреп бара”, “әле немец клиникаһына дауаланған өсөн аҡса түләнеп бөтмәгән”, “моғайын, артҡан сумманы башҡа ауырыу балалар иҫәбенә күсерерҙәр”, “беҙ бит үҙ иркебеҙ менән ярҙам иттек, берәү ҙә көсләмәне”, “күпме аҡса йыйылһа ла, хәҙер уларҙыҡы”, “ни саҡлы күсерҙең, квитанцияңды күрһәт тә кире ҡайта­рырбыҙ”...
Андрей кеүектәргә ошо мәлгә халыҡ йыйып өлгөргән 13 миллионға яҡын сумма тынғылыҡ бирмәй ине. Ә кешеләр хатта Әмирҙең үлеменән һуң да уның иҫәбенә аҡса күсереүен дауам итте. Өс көндә генә 272 мең һум йыйылды. Бына ошо миллиондар “ыҙғыш алмаһы”на әүерелде лә инде.
Ысынлап та, кем хаҡлы һуң? Бындай ауыр мәлдә үҙенең шәхси мәнфәғәтен ҡайғыртҡан әҙәмгә ҡаршы сыҡҡан миһырбанлы кешеләрме, әллә биргән аҡсаһын тәғәйен рәүештә тотоноуҙы, иҫәп-хисап мәсьәләһендә теүәллекте, асыҡлыҡты талап иткән бәндәме? Уйлап ҡараһаң, ул да ниндәйҙер кимәлдә хаҡлы кеүек...
Хәйриә эшендә миллиондарса һум аҡса әйләнештә йөрөй. Сирлеләр күбәйгән һайын мәрхәмәтлек фондтары, айырым ярҙам итеү төркөмдәре һаны ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк кеүек үҫә. Ә байлыҡ тирәһендә, ғәҙәттә, мутлашыусылар ҙа күп өйөрөлә. Бында эште үҙ файҙаңа бороп ебәреү ысулдары байтаҡ, был схемаларға туҡталып тормайынса, мәсьәләнең этик яғына ғына ҡағылайыҡ.
Телевидениела, ваҡытлы матбуғатта йә социаль селтәрҙә кемдеңдер ҡаты ауырып, ярҙамға мохтаж икәнен белеп ҡалған кеше шәфҡәтлелек ҡылырға уйланы, ти. Ул ебәргән 100-500 һум әллә ни ҙур сумма һымаҡ күренмәһә лә, ил төкөрһә – күл була тигәндәй, һөҙөмтәлә байтаҡ ҡына миллиондар йыйыла. Ярай ҙа был аҡса тәғәйен файҙаланылып, сирле кеше һаулығын нығытһа. Шул саҡта күңелдә, мин дә ярҙам иттем уның аяҡҡа баҫыуына, әлдә ҡотҡарып алып ҡалдыҡ, тигән ғорур тойғолар тыуып, кәйеф күтәрелеп китәлер. Тырышыуҙарға ҡарамай, аяуһыҙ сир көслөрәк булып сыҡһа, миһырбанлыҡ күрһәткәндәрҙең дә йәне илай, ҡайғыралыр. Ә кемдер ваҡсыл берәүҙе тотонолмай ҡалған аҡса яҙмышы ла борсой башлай.
Һәм баяғы “андрей”ҙар оялмайынса шуны таптыра. Улар күсергән аҡсаһы өсөн хафалана, имеш. Ысынында уларға ҙур күләмдә йыйылған финанс суммаһы тыныс йоҡларға ирек бирмәй. Бында ғәҙеллек талап итеү түгел, ә көнләшеү йә нәфсе хисе өҫтөнлөк итә. Вафат булған кешенең туғандары, яҡындары кисергән ҡайғыны уртаҡлашыу урынына “их, миндә булһын ине шул сама байлыҡ” тигән уй кимерә уларҙың йөрәген. Ул “байлыҡ”тың ни сәбәпле, ниндәй күҙ йәштәре менән йыйылғаны, кеше ғүмере бәрәбәренә тормауы ҡыҙыҡһындырмай шул.
Әлбиттә, хәләл көсөнөң нимәгә файҙаланғанын, кәрәккә тотонолғанын һәр кем белергә хаҡлы. Әммә был изгелек ҡылыуға, шәфҡәтлелек эшләүгә ҡағылырға тейеш түгелдер. Үҙ иркең менән кире ҡайтарылмай торған ярҙам ҡулын һуҙғанһың икән, бик мәслихәт. Быны Хоҙайҙың ризалығы өсөн йәлләмәй эшлә лә ҡысҡырып йөрөмә, онот та ҡуй. Мәрхәмәтлелектең шартлы шарты ла ошоно күҙ уңында тота бит: изгелек эшлә лә һыуға һал...
...Баҙар иҡтисады, һәр нәмә үтәнән-үтә асыҡ булырға тейеш заманда йәшәһәк тә, әҙәм балаһы үҙенең йәшерен эске донъяһына хаҡлы. Хатта бер нәмәнән ситтә ҡалып булмаған дәүерҙә быға мохтаж тип әйтергә мөмкин. Күңеленә һиллек, тыныслыҡ биргән шәхсән хис-тойғолары, ғәмәлдәре уны “һоро масса”нан айырып тора, индивидум итә. Мәрхәмәтлек күрһәтеү зарурлығы ла ошондай башҡалар күҙенә салынмай торған эске ынтылыштың сағылышы ул.
Әйткәндәй, был өлкәлә мутлашыу осраҡтарының күп булыуы телгә алынғайны инде. Мәҫәлән, билдәле Рәсәй йырсыһы Жанна Фриске шундай уҡ яман шеш ауырыуынан вафат булғас, хәйриә фонды уның ғаилә ағзаларының ҡалған 20 миллион һумды ҡайҙа иткәне менән ҡыҙыҡһынып, тикшереү башлағайны. Ул эш һаман да осланманы шикелле. Әммә был хәл инде – бөтөнләй башҡа тарих. Уның беҙҙең мәрхәмәтлеккә һыуһаған күңелебеҙгә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Уртаҡ йортобоҙ таҙа булһын

Уртаҡ йортобоҙ таҙа булһын 19.09.2018 // Экология

Дөйөм Рәсәй халыҡ фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе әүҙемселәре Рәсәйҙең барлыҡ...

Тотош уҡырға 42

“Йәшә, урман!”

“Йәшә, урман!” 18.09.2018 // Экология

Ошо исемендәге Бөтә Рәсәй көҙгө акцияһы нигеҙендә республика Урман хужалығы министрлығының үҙәк...

Тотош уҡырға 47

Ейәндәребеҙ сүплектә йәшәмәһен

Ейәндәребеҙ сүплектә йәшәмәһен 28.08.2018 // Экология

Полиэтилен баҫа донъяны… Юл хеҙмәтендә эшләгән танышым, уфтанып, былай тигәйне: “Исмаһам, ҡар ҙа...

Тотош уҡырға 80

Етеҙ Танып таҙарҙы

Етеҙ Танып таҙарҙы 16.08.2018 // Экология

Балтас районында “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы булды. Район кимәлендә үткәрелгән сарала 800 кеше...

Тотош уҡырға 136

Ағиҙелгә йән өрөп

Ағиҙелгә йән өрөп 14.08.2018 // Экология / Спорт һәм туризм

Өфөлә Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эше ваҡытынан алда ғәмәлгә ашырылып килә. Республиканың баш ҡалаһын...

Тотош уҡырға 121

Сүп өҫтөнә сүмәлә булмайыҡ

Сүп өҫтөнә сүмәлә булмайыҡ 10.08.2018 // Экология

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре лә “сүп-сар реформаһы”н башларға бурыслы....

Тотош уҡырға 123

Урмандарға керһәң, шырпыһыҙ кер...

Урмандарға керһәң, шырпыһыҙ кер... 31.07.2018 // Йәмғиәт / Экология

“Йәшел ҡалҡан”да хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәгәндәргә штраф һалына Ут менән шаярыуҙың ниндәй...

Тотош уҡырға 158

“Компенсация урмандары” шаулап үҫерме?

“Компенсация урмандары” шаулап үҫерме? 31.07.2018 // Экология

Дәүләт Думаһы Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының ҡырҡылған урман үҫентеләренә тиң...

Тотош уҡырға 137

Мөхитте тәбиғәт тыуҙырған. Ә кеше уны һаҡлай алырмы?

Мөхитте тәбиғәт тыуҙырған. Ә кеше уны һаҡлай алырмы? 25.07.2018 // Экология

Экология буйынса бөтә мәғлүмәттәр халыҡҡа ваҡытында еткерелеп барырға тейеш Бөтә донъяла тирә-яҡ...

Тотош уҡырға 94

Ә һеҙ ишеттегеҙме?

Ә һеҙ ишеттегеҙме? 25.07.2018 // Экология

Донъяла углерод эҙемтәһе селтәрле моделе проекты (GGMCF) экологик яҡтан иң бысраҡ ҡалалар исемлеген...

Тотош уҡырға 106

Тәбиғәт ҡанундарына буйһонмаһа ла...

Тәбиғәт ҡанундарына буйһонмаһа ла... 25.07.2018 // Экология

Хәҙерге заманда пластик һауыт-һабаны утилләштереү мәсьәләһе көндән-көн ҡырҡыулаша, уны ҡулланғандан...

Тотош уҡырға 101

ФОРУМДАР: БЕҘ ОШО ЕРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ

ФОРУМДАР: БЕҘ ОШО ЕРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ 08.06.2018 // Экология / Анонстар

6 – 8 июндә Өфөлә өсөнсө тапҡыр Халыҡ-ара экология форумы һәм “Экология. Технологиялар. Тормош”...

Тотош уҡырға 567